Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәйге селлә”лә “Бер һыҙылды шырпы”...
“Йәйге селлә”лә “Бер һыҙылды шырпы”... Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Нияз Алсынбаевтың «Йәйге селлә» исемле китабы донъя күрҙе. Унда башҡорт журналисының повестары тупланған. Әҫәрҙәрҙә замандаштарыбыҙ, уларҙың уй-фекерҙәре, эш-ғәмәлдәре тураһында һүҙ бара.

«Йәйге селлә» повесының төп геройы ─– Морат Ҡондоҙ­баев. Бик талантлы, ярайһы уҡ популяр журналист. Әммә тура һүҙлелеге һәм журналисти­ка­ның төп принциптарына тоғро ҡалыуы арҡаһында эштән ки­тергә мәжбүр. Ғаиләһе лә тар­ҡала, дуҫтарын да юғалта. Ошондай ҡатмарлы бер мәлдә яҙмыш уға сағыу мөхәббәт бүләк итә...
“Бөркөтсө” мажаралы пове­сы – бөгөнгө башҡорт ауылы, йәштәребеҙҙең еңел булмаған яҙмышы тураһында. Бәләкәй генә ауыл янынан аҡҡан йыл­ғаны быуып, эргәләге ҡала пред­приятиелары плотина тө­ҙөй башлай. Был ауылды һыу баҫыу менән янай. Мафиоз ойошмалар ҡатнашҡан проект­ты нисек туҡтатырға? Әлбиттә, улар барлыҡ инстанцияларға мөрәжәғәт итеп ҡарай, әммә һөҙөмтә юҡ. Артабан әҫәрҙә хәл-ваҡиғалар Мәҡсүт исемле бөркөтсө егеттең плотинаны шартлатыуы менән дауам итә.
“Бөрйән мажаралары” пове­сы – урман-таулы ошо төбәктә булған төрлө мистик хәлдәр тураһында. Ул еңел тел һәм юмор менән яҙылған, уртаҡ сюжет һыҙығына теҙелгән бер нисә хикәйәне үҙ эсенә ала.
Нияз Алсынбаев — радиожурналист, Яҙыусылар союзы ағзаһы, бер нисә китап авторы. Уның геройҙары ғәҙәти тормошта йәшәй һәм ғәҙеллек өсөн көрәшә. Йыйынтыҡҡа ин­гән башҡа әҫәрҙәр ҙә һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уятыр.
Журналист, яҙыусы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Рәлис Ураҙ­ғо­ловҡа 50 йәш тулыу уңайынан нәшриәттә уның сираттағы китабы донъя күрҙе. Әҙәбиәт һөйөүселәргә “Аслыҡ” романы авторының исеме яҡшы таныш. Был юлы әҙип уҡыусыларға үҙенең повестан һәм хикә­йә­ләрҙән торған “Эй ғүмер юлдары...” тигән йыйынтығын тәҡдим итә. Уларҙа башлыса бөгөнгө көнитмешебеҙ сағыла, геройҙары ла –─ беҙҙе уратып алған кешеләр, замандаштар. Бөтәһе лә тормоштан алынып, Рәлис Ураҙғоловҡа ғына хас һутлы, бай тел менән яҙылған.
Танылған шағир, прозаик Аҫылғужа Баһумановтың үҙе иҫән сағында төҙөп тапшырған «Бер һыҙылды шырпы» исемле китабына ингән шиғырҙары һәм поэмалары лирик һәм драматик үткерлек, жанр формалары төрлөлөгө менән айырылып тора. Ижадына күҙ һалһаң, уның һүҙгә маһирлығы, теле­нең байлығы, образлы фекер­ләү ҡеүәһе киң булыуы сағыла. Был китапҡа авторҙың башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев, тыуған ил, тәбиғәт тураһында әҫәрҙәре, шулай уҡ йырҙар, тәржемәләр, балалар өсөн опера-әкиәт либреттоһы һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтарының яҡты иҫтәлегенә арналған «Боҙ киткәндә» поэмаһы ингән.
Ошо көндәрҙә билдәле яҙыу­сыларҙың һайланма әҫәр­ҙәре тупланған китаптар ҙа донъя күрҙе. Мәҫәлән, күре­некле шағир, прозаик һәм журналист Рауил Шаммастың «Һай­ланма әҫәрҙәр»енең беренсе томы баҫылып сыҡты. Башҡортостан Республика­һы­ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәт­кәре, Фәтих Кәрим исе­мен­дәге премия лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәй­ҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы булған авторҙың әҫәрҙәр йы­йынтығы филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт уни­верситетының Бөрө филиалы профессоры Әнғәм Хәбиров­тың инеш мәҡәләһе менән асыла. Шағирҙың ижадына бай­ҡау яһа­лып, “Рауил Шаммас ябай ғына предметтарға йәки күре­нештәргә ҡарата шиғыр яҙыу һәләтенә эйә” тип билдәләнә унда. Китаптың беренсе бүле­гендә — 2010-2014 йылдарҙа ижад ителгән яңы шиғырҙар һәм поэмалар, икен­сеһендә төрлө йылдарҙа ба­ҫылған әҫәр­ҙәр тупланған. Өсөнсө бүлектә Рауил Шам­мастың «Уттар», «Йөрәк алма­һы», «Ҡайын һу­ты», «Ҡыҙыл тоҙ», «Ылау» һәм башҡа поэмалары урын алған.
Билдәле драматург, Баш­ҡорт­остандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре Наил Ғәйетбайҙың “Һай­ланма әҫәрҙәр”енең беренсе томына Башҡортостан тари­хы­ның әһәмиәтле осорҙарын, шулай уҡ Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Шә­йех­зада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим һымаҡ күренекле шәхестәрҙең яҙмышын сағылдырған киҫкен сюжетлы драматик пьесалары индерелде.
Башҡортостандың халыҡ ша­ғиры, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәү­ләт премияһы лауреаты Фа­ки­һа Туғыҙбаеваның “Һай­ланма әҫәрҙәр”енең икенсе томына һуңғы ун йылда ижад ителгән шиғри яҙмалары туп­ланды.
Баҫмаларҙы «Китап» нәш­риәтенең фирма магазиндарында һатып алырға мөмкин.



Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780