Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Нияз Алсынбаевтың «Йәйге селлә» исемле китабы донъя күрҙе. Унда башҡорт журналисының повестары тупланған. Әҫәрҙәрҙә замандаштарыбыҙ, уларҙың уй-фекерҙәре, эш-ғәмәлдәре тураһында һүҙ бара. «Йәйге селлә» повесының төп геройы ─– Морат Ҡондоҙбаев. Бик талантлы, ярайһы уҡ популяр журналист. Әммә тура һүҙлелеге һәм журналистиканың төп принциптарына тоғро ҡалыуы арҡаһында эштән китергә мәжбүр. Ғаиләһе лә тарҡала, дуҫтарын да юғалта. Ошондай ҡатмарлы бер мәлдә яҙмыш уға сағыу мөхәббәт бүләк итә...
“Бөркөтсө” мажаралы повесы – бөгөнгө башҡорт ауылы, йәштәребеҙҙең еңел булмаған яҙмышы тураһында. Бәләкәй генә ауыл янынан аҡҡан йылғаны быуып, эргәләге ҡала предприятиелары плотина төҙөй башлай. Был ауылды һыу баҫыу менән янай. Мафиоз ойошмалар ҡатнашҡан проектты нисек туҡтатырға? Әлбиттә, улар барлыҡ инстанцияларға мөрәжәғәт итеп ҡарай, әммә һөҙөмтә юҡ. Артабан әҫәрҙә хәл-ваҡиғалар Мәҡсүт исемле бөркөтсө егеттең плотинаны шартлатыуы менән дауам итә.
“Бөрйән мажаралары” повесы – урман-таулы ошо төбәктә булған төрлө мистик хәлдәр тураһында. Ул еңел тел һәм юмор менән яҙылған, уртаҡ сюжет һыҙығына теҙелгән бер нисә хикәйәне үҙ эсенә ала.
Нияз Алсынбаев — радиожурналист, Яҙыусылар союзы ағзаһы, бер нисә китап авторы. Уның геройҙары ғәҙәти тормошта йәшәй һәм ғәҙеллек өсөн көрәшә. Йыйынтыҡҡа ингән башҡа әҫәрҙәр ҙә һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уятыр.
Журналист, яҙыусы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Рәлис Ураҙғоловҡа 50 йәш тулыу уңайынан нәшриәттә уның сираттағы китабы донъя күрҙе. Әҙәбиәт һөйөүселәргә “Аслыҡ” романы авторының исеме яҡшы таныш. Был юлы әҙип уҡыусыларға үҙенең повестан һәм хикәйәләрҙән торған “Эй ғүмер юлдары...” тигән йыйынтығын тәҡдим итә. Уларҙа башлыса бөгөнгө көнитмешебеҙ сағыла, геройҙары ла –─ беҙҙе уратып алған кешеләр, замандаштар. Бөтәһе лә тормоштан алынып, Рәлис Ураҙғоловҡа ғына хас һутлы, бай тел менән яҙылған.
Танылған шағир, прозаик Аҫылғужа Баһумановтың үҙе иҫән сағында төҙөп тапшырған «Бер һыҙылды шырпы» исемле китабына ингән шиғырҙары һәм поэмалары лирик һәм драматик үткерлек, жанр формалары төрлөлөгө менән айырылып тора. Ижадына күҙ һалһаң, уның һүҙгә маһирлығы, теленең байлығы, образлы фекерләү ҡеүәһе киң булыуы сағыла. Был китапҡа авторҙың башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев, тыуған ил, тәбиғәт тураһында әҫәрҙәре, шулай уҡ йырҙар, тәржемәләр, балалар өсөн опера-әкиәт либреттоһы һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтарының яҡты иҫтәлегенә арналған «Боҙ киткәндә» поэмаһы ингән.
Ошо көндәрҙә билдәле яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәре тупланған китаптар ҙа донъя күрҙе. Мәҫәлән, күренекле шағир, прозаик һәм журналист Рауил Шаммастың «Һайланма әҫәрҙәр»енең беренсе томы баҫылып сыҡты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы булған авторҙың әҫәрҙәр йыйынтығы филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы профессоры Әнғәм Хәбировтың инеш мәҡәләһе менән асыла. Шағирҙың ижадына байҡау яһалып, “Рауил Шаммас ябай ғына предметтарға йәки күренештәргә ҡарата шиғыр яҙыу һәләтенә эйә” тип билдәләнә унда. Китаптың беренсе бүлегендә — 2010-2014 йылдарҙа ижад ителгән яңы шиғырҙар һәм поэмалар, икенсеһендә төрлө йылдарҙа баҫылған әҫәрҙәр тупланған. Өсөнсө бүлектә Рауил Шаммастың «Уттар», «Йөрәк алмаһы», «Ҡайын һуты», «Ҡыҙыл тоҙ», «Ылау» һәм башҡа поэмалары урын алған.
Билдәле драматург, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил Ғәйетбайҙың “Һайланма әҫәрҙәр”енең беренсе томына Башҡортостан тарихының әһәмиәтле осорҙарын, шулай уҡ Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим һымаҡ күренекле шәхестәрҙең яҙмышын сағылдырған киҫкен сюжетлы драматик пьесалары индерелде.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Туғыҙбаеваның “Һайланма әҫәрҙәр”енең икенсе томына һуңғы ун йылда ижад ителгән шиғри яҙмалары тупланды.
Баҫмаларҙы «Китап» нәшриәтенең фирма магазиндарында һатып алырға мөмкин.