Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Арғымаҡ”тың рухи сәфәре
“Арғымаҡ”тың рухи сәфәре “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов менән яҡындан таныштырып тороу кәрәкме икән? Юҡтыр, шулай ҙа әйтеп үтәйек: бала саҡтан йырларға әүәҫ егет башҡорт халыҡ йырҙарын, ретро әҫәрҙәрҙе, дәүеребеҙ көйҙәрен халыҡсан һәм яңы стилдә башҡарған йәштәрҙе бергә туплаған төркөм ойошторҙо. Төрки донъяһында үҙ урынын яулаған, Башҡортостаныбыҙҙың үҙенсәлекле йыр сәнғәте күренеше – ул “Арғымаҡ”. “Балҡантау” клибы аша ла уларҙы яҡшы беләләр. Хәйер, бөгөн төркөмдөң ижади даирәһе киң. Нимә генә тимә, республика Башлығы грантын отҡан йәштәрҙең сәме лә, ғәме лә, уй-хыялдары ла етерлек.


– Һеҙҙең төркөм ойошторолғанға нисә йыл булды инде, Ринат?
– 2009 йылда барлыҡҡа килде беҙҙең төркөм. Составыбыҙ үҙгәреп тора, әммә берҙәм рәүештә биш-алты кеше сәхнәгә, халыҡ алдына сыға. Ҡайһы саҡ музыканттар һаны унау ҙа булып китә.
– Һине бала саҡта илаҡ булған, тип уҡығайным...
– Матур илай был бала тип, әсәйем менән инә­йем мине көсләп илата торғайнылар. Ә үҙем мы­жый башлаһам, “Сәр­мән буйҡайҙары” йырын көнө буйы тыңлаталар.
Салауат музыка учи­лищеһында төрлө сара­ларҙа ҡатнаштым, ә му­зыкаль мәктәптә уҡы­ғанда уҡ төрлө кон­курс­тарҙа сығыш яһап, 1-се урын алған саҡтарым күп булды. Ҡурай миңә донъя күрһәтә башланы. Беренсе уҡытыусым Тәлғәт ағай Нуриев булды. Ҡу­райға бала саҡтан ға­шиҡ­мын. Тәүге тапҡыр ҡу­лыма алған көндән алып әлегәсә был музыка ҡоралы мине үҙенең мөғжизәһе менән әсир итә. Аллаһ Тәғәлә шундай ниғмәт биргән. Иҫ киткес бит ҡурайыбыҙ!
Башҡа музыка ҡорал­да­рында ла уйнайым. Бала саҡта уҡ гитараны ҡулдан төшөрмәнем. Музыка колледжында уҡы­ғанда шулай уҡ гитараға ғашиҡ егет Илдар Нагаевты осраттым. Бергә уйнап ебәрҙек. Был күренеш үҙе үк этно-лаунжға тартым бер стиль кеүек ҡабул ителде. Көй ҙә яҙҙырып ҡараныҡ. Ана шулай бала саҡтағы илаҡ малай эске ниәттәрен тормошҡа ашыра башланы.
– Төркөмөгөҙгә исемде билдәле башҡорт яҙыусыһы, педагог Мәрйәм Бураҡаева китабына ауаздаш итеп һайлағанһығыҙ...
– “Арғымаҡ” – ул “аң”, “рух”, “ғәм”, “ырыҫ”, “моң”, “аҡыл”, “ҡот” һүҙҙәре эсенә йәшенгән, башҡорттоң асылын асҡан төшөнсәләр йыйылмаһы. Исемде беҙгә ижадташ дуҫыбыҙ, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Зөлфәр Әхмәтов тәҡдим итте. Милли музыка ҡоралдарында уйнауҙан тыш, беҙҙең төркөм өзләү кеүек моң сығанағын да файҙалана. Ниәтебеҙ үҙенсәлекле булһа ла, тәү ҡарашҡа ҡайһы берәүҙәргә сәйер һымаҡ та тойолдо. Миңә ҡалһа, йөрәктән сыҡҡан әйтер һүҙебеҙ халыҡҡа барып етте.
Йәштәр милли моңдарҙы онота, тип әйтеүселәр ҙә юҡ түгел, әммә һәр замандың үҙ йөҙө, үҙ асылы. Бөгөн йәш быуынға үҙ телендә еткерергә кәрәк халҡыбыҙ йырҙарын. Үҙ телендә тигәндә замана үҫмерҙәрендә эске аңды уятырлыҡ, йөрәктәренә үтеп инерлек тере моңдо күҙ уңында тотоп әйтәм. Халҡыбыҙ иманлы, рухлы, сәмле булған, ана шул сифаттары хаҡында яңынан иҫкә төшөрөр мәл етте. Әйтәйек, боронғо йырҙар, мөнәжәттәр хаҡында халыҡ белә, әммә шуны йырлар, әйтер алдынан бер кәлимә фекер генә өҫтәп ебәр, бөтөнләй башҡаса ҡабул ителеүе ихтимал. Күптәр тарих менән ҡыҙыҡһынырға, китап уҡырға ваҡыт тапмай, шуға күрә моң аша уйҙы, ниәтте еткереүе еңелерәк, минеңсә. Милли моң кешеләрҙең йөрәгенә, эске аңына тиҙерәк үтеп инә.
– Һеҙҙе дини сараларҙа ла осратҡан бар. Рамаҙан айында, моғайын, ураҙа тотҡан­һы­ғыҙҙыр?
– Эйе, халыҡтың рухи хәтерен уятыу ниәтендә, дини сараларҙа, иманға бәйле кисәләрҙә ҡатнашабыҙ, ҡобайырмы, мөнәжәтме әйтер алдынан милләттәштәребеҙгә, рухташтарыбыҙға тарихи белешмә биреп китәбеҙ. Аллаға шөкөр, насип булғас, ураҙа тоттоҡ, Аллаһ Тәғәлә ҡабул ҡылһын! Һәр замандың үҙ тәғәйенләнеше, бөгөн ҡан хәтере, эске аң, рухи хәтер әйләнеп ҡайтыр, кисерештәр яңырыр осор.
– Май башында Башҡортостанға Шәйех Мәхмәт Әдил килгәндә Тәтешле районындағы сығышың иғтибарҙы йәлеп итте. Алдан әҙерләнгәйнеңме?
– Юҡ, беҙҙең халыҡтың тарихы, йырҙары мине үҙенән-үҙе шундай сығыштарға илһамландыра. Күңелемә нимә килә, аңымды ниндәй кисерештәр биләй – шулар хаҡында һөйләйем. Ҡурайҙы ҡулға алып халыҡ көйҙәрен уйнау башлауым була, шул дәүерҙәр ауазын ишеткәндәй булам. Унда – халҡыбыҙҙың көслө ҡеүәте, тарихы, мәҙәниәте, рухи потенциалы. Тәтешле ерендә күренекле башҡорт шәхестәре үҙ заманында халҡының иманын нығытыу маҡсатынан күп эш башҡарған, шуға күрә лә Хәҙрәт шишмәһе янында үткән байрамда ихлас йыйылған халыҡты күреп, уларҙың тарихи тамырҙарына тоғролоғон тойоп, йөрәктә тыуған һүҙҙәрҙе еткерҙем.
Унан тыш, беҙ Мәүлит байрамдарында, дини сараларҙа ла йыш ҡатнашабыҙ. Башҡорт, рус, ғәрәп телдәрендә лә йырлайбыҙ. Ҡорбан сал­дырабыҙ, дини йолаларҙы теүәл башҡарырға тырышабыҙ. Халыҡтың рухи хәтерен тергеҙеүҙә сикһеҙ яуаплылыҡ тоябыҙ һәм ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә әҙербеҙ.
– “Заман” этнотөркөмө “Тюрквижн” халыҡ-ара фестивалендә уңышлы сығыш яһаны. Сәхнәлә “Арғымаҡ”ты ла улар менән бергә күреп ҡалдыҡ...
– Төркөмдө ойоштороусы Радмир Мөфтәхин менән Салауат музыка колледжында бергә белем алдыҡ. Ул Мәскәүҙә уҡыған башҡорт йәштәренән “Заман”ды тупланы. Башҡортостандан ситтә йәшә­һәләр ҙә, халҡыбыҙ мәҙәниәтен таратыу, үҫтереү маҡсатында ҙур эш алып баралар. Эйе, уларға фестивалдә сығыш яһағанда бер ни тиклем ярҙам итеп ебәрҙек. Дөрөҫөн әйткәндә, Башҡортостандан ситтә сығыш яһағанда, бөтәбеҙ ҙә республикабыҙ исеменән сәхнәгә сығабыҙ. Мәҙәниәт министр­лығы, “Ҡурай” каналы беҙгә берҙәм сығыш яһарға ярҙам итеп ебәрҙе. Аллаға шөкөр, улар үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте.
– Ҡаҙағстанда йыш сығыш яһайһығыҙ шикелле?
– Эйе, ҡаҙаҡтар төрки йәштәре, рок, этно­төркөмдәр араһында даими рәүештә фестивалдәр ойоштороп тора. Улар үҙҙәренә оҡшаған төркөм­дәрҙе ҡайтанан саҡыра, сығыштарҙы туплап, диск­тар сығара. Донъяның ҡайһы тарафына ғына юл­дар ташлаһа ла, тамашасыларға милли асы­лыбыҙ, башҡорт моңдары аша ҡыҙыҡлы булыуыбыҙҙы тоябыҙ. “Арғымаҡ” Лондонда, Венала, Дрезденда, Парижда, һанай китһәң, бик күп илдәрҙә халҡыбыҙ йырҙарын яңғыратты.
Төркмәнстанда “Аваза” тигән фестиваль үтә. Улар ҙа шулай уҡ ҡатнашҡан ил, ҡәүем вәкилдәрен ҡабат-ҡабат саҡырып, фестивалгә яңы һулыш өрә, уның үҫешен тәьмин итә.
Эйе, беҙҙә лә үтә бындай саралар, әммә поп-музыкаға өҫтөнлөк бирелә ул байрамдарҙа. Ха­лыҡҡа, бигерәк тә йәштәргә халҡыбыҙ асылы ха­ҡында йәнле тауыш менән һөйләргә кәрәк. “Дәрүишхан”, “Ант”, “Диуана”, “Аҡйондоҙ” төр­көм­дә­ре тап үҙҙәренең тауышы менән йырлаған осорҙа асылған. Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев башлағайны шундай фестиваль ойош­тороуҙы, әммә ҡатнашырға теләк белдергән, яңы маҡсаттар менән янған йәштәр аҙыраҡ. Салауат йыйынында “Йүрүҙән” фестивале үткәйне. Республика халыҡ ижады үҙәге ойош­тор­ған был сарала “Елмерҙәк”, “Уралтау”, “Байымбәт”, “Юл­даш” кеүек төр­көмдәр ҙә барлыҡҡа кил­гәйне. Әммә артабан үҫеш кә­рәк. Һәр төркөм үҙ стиле ха­­ҡында уйланырға, маҡ­сатын бил­дәләргә тейеш. Уларға оҫ­та­лыҡ дәрестәре бирелһә, яҡ­шы булыр ине! Про­фессиональ яҡтан аралашыу етең­керәмәй беҙгә. Кемдер килеп эшләп бирер, этеп-төртөп йө­рөр, тип көтөргә кәрәкмәй. Әгәр әйтер һүҙең, күңелеңде ярып килгән моңоң бар икән, тәүәккәллек менән эшкә тотоноу мөһим. Гранттар ҙа маҡсат­тарҙы тор­мошҡа ашырырға ярҙам итә.
– Үҙегеҙҙең ошондай фес­тиваль ойошторорға ниә­те­геҙ, моғайын, барҙыр?
– Бөгөн ете йырҙан торған клип өҫтөндә эшләйбеҙ. Һәр йыр – халҡыбыҙ тарихын са­ғылдырған бер күренеш. Әле икәүһен төшөрөп бөттөк. Йәш­тәргә ата-бабаларыбыҙ ха­ҡында замана телендә ­һөй­ләргә тырыштыҡ, улар та­рихыбыҙҙы, ҡәүемебеҙ яҙмы­шы хаҡында белеп, рухланып йәшәргә тейеш.
– Замана телендә тигәнде нисек аңларға?
– Халыҡ йырҙарын заманса музыка ҡоралдары оҙаты­уында башҡарабыҙ, алда әйткәнемсә, сығыш яһар алдынан бер-ике һөйләм менән генә булһа ла, ҡобайырҙың, мөнәжәттең барлыҡҡа килеү тарихын һөйләп китәбеҙ. Нимә әйтеүең генә түгел, нисек итеп фекереңде еткереү ҙә мөһим бит. Хал­ҡы­быҙ­ҙың рухи мираҫын түбән төшөрмәйенсә, йәш­тәребеҙҙә үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятыу зарур. Күптәр белеп тә бөтмәй бит баш­ҡорттоң дан­лы, шанлы, рухлы тарихын. Йәштәр ҙә һыу­һаған милли асылыбыҙ тураһындағы йөрәк һүҙенә!
Ә фестиваль ойоштороуға килгәндә, яҡын киләсәктә “Арғымаҡ” төркөмө аша этно, рок төркөмдәре фестиваленә башҡорт ижадсыларын, торараҡ төрки донъяһы майҙаны ижадсыларын йыйырға ниәтләйбеҙ. Беҙ төркөм ойоштороу, төрлө сараларҙа ҡатнашыу юлын үттек, хәҙер шул тапалған һуҡмаҡты йәштәргә күрһәтеп, оҫталыҡ дәрестәре бирерлек музыканттарҙы йыйырға уйлайбыҙ. Донъя кимәленә сығырлыҡ бай материал ята башҡорттоң йырҙарында, тарихында. Халҡыбыҙға, башҡаларға үҙебеҙ хаҡында моң телендә һөйләге килә. .

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779