“Арғымаҡ” этно-рок төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов менән яҡындан таныштырып тороу кәрәкме икән? Юҡтыр, шулай ҙа әйтеп үтәйек: бала саҡтан йырларға әүәҫ егет башҡорт халыҡ йырҙарын, ретро әҫәрҙәрҙе, дәүеребеҙ көйҙәрен халыҡсан һәм яңы стилдә башҡарған йәштәрҙе бергә туплаған төркөм ойошторҙо. Төрки донъяһында үҙ урынын яулаған, Башҡортостаныбыҙҙың үҙенсәлекле йыр сәнғәте күренеше – ул “Арғымаҡ”. “Балҡантау” клибы аша ла уларҙы яҡшы беләләр. Хәйер, бөгөн төркөмдөң ижади даирәһе киң. Нимә генә тимә, республика Башлығы грантын отҡан йәштәрҙең сәме лә, ғәме лә, уй-хыялдары ла етерлек.– Һеҙҙең төркөм ойошторолғанға нисә йыл булды инде, Ринат?
– 2009 йылда барлыҡҡа килде беҙҙең төркөм. Составыбыҙ үҙгәреп тора, әммә берҙәм рәүештә биш-алты кеше сәхнәгә, халыҡ алдына сыға. Ҡайһы саҡ музыканттар һаны унау ҙа булып китә.
– Һине бала саҡта илаҡ булған, тип уҡығайным...
– Матур илай был бала тип, әсәйем менән инәйем мине көсләп илата торғайнылар. Ә үҙем мыжый башлаһам, “Сәрмән буйҡайҙары” йырын көнө буйы тыңлаталар.
Салауат музыка училищеһында төрлө сараларҙа ҡатнаштым, ә музыкаль мәктәптә уҡығанда уҡ төрлө конкурстарҙа сығыш яһап, 1-се урын алған саҡтарым күп булды. Ҡурай миңә донъя күрһәтә башланы. Беренсе уҡытыусым Тәлғәт ағай Нуриев булды. Ҡурайға бала саҡтан ғашиҡмын. Тәүге тапҡыр ҡулыма алған көндән алып әлегәсә был музыка ҡоралы мине үҙенең мөғжизәһе менән әсир итә. Аллаһ Тәғәлә шундай ниғмәт биргән. Иҫ киткес бит ҡурайыбыҙ!
Башҡа музыка ҡоралдарында ла уйнайым. Бала саҡта уҡ гитараны ҡулдан төшөрмәнем. Музыка колледжында уҡығанда шулай уҡ гитараға ғашиҡ егет Илдар Нагаевты осраттым. Бергә уйнап ебәрҙек. Был күренеш үҙе үк этно-лаунжға тартым бер стиль кеүек ҡабул ителде. Көй ҙә яҙҙырып ҡараныҡ. Ана шулай бала саҡтағы илаҡ малай эске ниәттәрен тормошҡа ашыра башланы.
– Төркөмөгөҙгә исемде билдәле башҡорт яҙыусыһы, педагог Мәрйәм Бураҡаева китабына ауаздаш итеп һайлағанһығыҙ...
– “Арғымаҡ” – ул “аң”, “рух”, “ғәм”, “ырыҫ”, “моң”, “аҡыл”, “ҡот” һүҙҙәре эсенә йәшенгән, башҡорттоң асылын асҡан төшөнсәләр йыйылмаһы. Исемде беҙгә ижадташ дуҫыбыҙ, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Зөлфәр Әхмәтов тәҡдим итте. Милли музыка ҡоралдарында уйнауҙан тыш, беҙҙең төркөм өзләү кеүек моң сығанағын да файҙалана. Ниәтебеҙ үҙенсәлекле булһа ла, тәү ҡарашҡа ҡайһы берәүҙәргә сәйер һымаҡ та тойолдо. Миңә ҡалһа, йөрәктән сыҡҡан әйтер һүҙебеҙ халыҡҡа барып етте.
Йәштәр милли моңдарҙы онота, тип әйтеүселәр ҙә юҡ түгел, әммә һәр замандың үҙ йөҙө, үҙ асылы. Бөгөн йәш быуынға үҙ телендә еткерергә кәрәк халҡыбыҙ йырҙарын. Үҙ телендә тигәндә замана үҫмерҙәрендә эске аңды уятырлыҡ, йөрәктәренә үтеп инерлек тере моңдо күҙ уңында тотоп әйтәм. Халҡыбыҙ иманлы, рухлы, сәмле булған, ана шул сифаттары хаҡында яңынан иҫкә төшөрөр мәл етте. Әйтәйек, боронғо йырҙар, мөнәжәттәр хаҡында халыҡ белә, әммә шуны йырлар, әйтер алдынан бер кәлимә фекер генә өҫтәп ебәр, бөтөнләй башҡаса ҡабул ителеүе ихтимал. Күптәр тарих менән ҡыҙыҡһынырға, китап уҡырға ваҡыт тапмай, шуға күрә моң аша уйҙы, ниәтте еткереүе еңелерәк, минеңсә. Милли моң кешеләрҙең йөрәгенә, эске аңына тиҙерәк үтеп инә.
– Һеҙҙе дини сараларҙа ла осратҡан бар. Рамаҙан айында, моғайын, ураҙа тотҡанһығыҙҙыр?
– Эйе, халыҡтың рухи хәтерен уятыу ниәтендә, дини сараларҙа, иманға бәйле кисәләрҙә ҡатнашабыҙ, ҡобайырмы, мөнәжәтме әйтер алдынан милләттәштәребеҙгә, рухташтарыбыҙға тарихи белешмә биреп китәбеҙ. Аллаға шөкөр, насип булғас, ураҙа тоттоҡ, Аллаһ Тәғәлә ҡабул ҡылһын! Һәр замандың үҙ тәғәйенләнеше, бөгөн ҡан хәтере, эске аң, рухи хәтер әйләнеп ҡайтыр, кисерештәр яңырыр осор.
– Май башында Башҡортостанға Шәйех Мәхмәт Әдил килгәндә Тәтешле районындағы сығышың иғтибарҙы йәлеп итте. Алдан әҙерләнгәйнеңме?
– Юҡ, беҙҙең халыҡтың тарихы, йырҙары мине үҙенән-үҙе шундай сығыштарға илһамландыра. Күңелемә нимә килә, аңымды ниндәй кисерештәр биләй – шулар хаҡында һөйләйем. Ҡурайҙы ҡулға алып халыҡ көйҙәрен уйнау башлауым була, шул дәүерҙәр ауазын ишеткәндәй булам. Унда – халҡыбыҙҙың көслө ҡеүәте, тарихы, мәҙәниәте, рухи потенциалы. Тәтешле ерендә күренекле башҡорт шәхестәре үҙ заманында халҡының иманын нығытыу маҡсатынан күп эш башҡарған, шуға күрә лә Хәҙрәт шишмәһе янында үткән байрамда ихлас йыйылған халыҡты күреп, уларҙың тарихи тамырҙарына тоғролоғон тойоп, йөрәктә тыуған һүҙҙәрҙе еткерҙем.
Унан тыш, беҙ Мәүлит байрамдарында, дини сараларҙа ла йыш ҡатнашабыҙ. Башҡорт, рус, ғәрәп телдәрендә лә йырлайбыҙ. Ҡорбан салдырабыҙ, дини йолаларҙы теүәл башҡарырға тырышабыҙ. Халыҡтың рухи хәтерен тергеҙеүҙә сикһеҙ яуаплылыҡ тоябыҙ һәм ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә әҙербеҙ.
– “Заман” этнотөркөмө “Тюрквижн” халыҡ-ара фестивалендә уңышлы сығыш яһаны. Сәхнәлә “Арғымаҡ”ты ла улар менән бергә күреп ҡалдыҡ...
– Төркөмдө ойоштороусы Радмир Мөфтәхин менән Салауат музыка колледжында бергә белем алдыҡ. Ул Мәскәүҙә уҡыған башҡорт йәштәренән “Заман”ды тупланы. Башҡортостандан ситтә йәшәһәләр ҙә, халҡыбыҙ мәҙәниәтен таратыу, үҫтереү маҡсатында ҙур эш алып баралар. Эйе, уларға фестивалдә сығыш яһағанда бер ни тиклем ярҙам итеп ебәрҙек. Дөрөҫөн әйткәндә, Башҡортостандан ситтә сығыш яһағанда, бөтәбеҙ ҙә республикабыҙ исеменән сәхнәгә сығабыҙ. Мәҙәниәт министрлығы, “Ҡурай” каналы беҙгә берҙәм сығыш яһарға ярҙам итеп ебәрҙе. Аллаға шөкөр, улар үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте.
– Ҡаҙағстанда йыш сығыш яһайһығыҙ шикелле?
– Эйе, ҡаҙаҡтар төрки йәштәре, рок, этнотөркөмдәр араһында даими рәүештә фестивалдәр ойоштороп тора. Улар үҙҙәренә оҡшаған төркөмдәрҙе ҡайтанан саҡыра, сығыштарҙы туплап, дисктар сығара. Донъяның ҡайһы тарафына ғына юлдар ташлаһа ла, тамашасыларға милли асылыбыҙ, башҡорт моңдары аша ҡыҙыҡлы булыуыбыҙҙы тоябыҙ. “Арғымаҡ” Лондонда, Венала, Дрезденда, Парижда, һанай китһәң, бик күп илдәрҙә халҡыбыҙ йырҙарын яңғыратты.
Төркмәнстанда “Аваза” тигән фестиваль үтә. Улар ҙа шулай уҡ ҡатнашҡан ил, ҡәүем вәкилдәрен ҡабат-ҡабат саҡырып, фестивалгә яңы һулыш өрә, уның үҫешен тәьмин итә.
Эйе, беҙҙә лә үтә бындай саралар, әммә поп-музыкаға өҫтөнлөк бирелә ул байрамдарҙа. Халыҡҡа, бигерәк тә йәштәргә халҡыбыҙ асылы хаҡында йәнле тауыш менән һөйләргә кәрәк. “Дәрүишхан”, “Ант”, “Диуана”, “Аҡйондоҙ” төркөмдәре тап үҙҙәренең тауышы менән йырлаған осорҙа асылған. Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев башлағайны шундай фестиваль ойоштороуҙы, әммә ҡатнашырға теләк белдергән, яңы маҡсаттар менән янған йәштәр аҙыраҡ. Салауат йыйынында “Йүрүҙән” фестивале үткәйне. Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған был сарала “Елмерҙәк”, “Уралтау”, “Байымбәт”, “Юлдаш” кеүек төркөмдәр ҙә барлыҡҡа килгәйне. Әммә артабан үҫеш кәрәк. Һәр төркөм үҙ стиле хаҡында уйланырға, маҡсатын билдәләргә тейеш. Уларға оҫталыҡ дәрестәре бирелһә, яҡшы булыр ине! Профессиональ яҡтан аралашыу етеңкерәмәй беҙгә. Кемдер килеп эшләп бирер, этеп-төртөп йөрөр, тип көтөргә кәрәкмәй. Әгәр әйтер һүҙең, күңелеңде ярып килгән моңоң бар икән, тәүәккәллек менән эшкә тотоноу мөһим. Гранттар ҙа маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
– Үҙегеҙҙең ошондай фестиваль ойошторорға ниәтегеҙ, моғайын, барҙыр?
– Бөгөн ете йырҙан торған клип өҫтөндә эшләйбеҙ. Һәр йыр – халҡыбыҙ тарихын сағылдырған бер күренеш. Әле икәүһен төшөрөп бөттөк. Йәштәргә ата-бабаларыбыҙ хаҡында замана телендә һөйләргә тырыштыҡ, улар тарихыбыҙҙы, ҡәүемебеҙ яҙмышы хаҡында белеп, рухланып йәшәргә тейеш.
– Замана телендә тигәнде нисек аңларға?
– Халыҡ йырҙарын заманса музыка ҡоралдары оҙатыуында башҡарабыҙ, алда әйткәнемсә, сығыш яһар алдынан бер-ике һөйләм менән генә булһа ла, ҡобайырҙың, мөнәжәттең барлыҡҡа килеү тарихын һөйләп китәбеҙ. Нимә әйтеүең генә түгел, нисек итеп фекереңде еткереү ҙә мөһим бит. Халҡыбыҙҙың рухи мираҫын түбән төшөрмәйенсә, йәштәребеҙҙә үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятыу зарур. Күптәр белеп тә бөтмәй бит башҡорттоң данлы, шанлы, рухлы тарихын. Йәштәр ҙә һыуһаған милли асылыбыҙ тураһындағы йөрәк һүҙенә!
Ә фестиваль ойоштороуға килгәндә, яҡын киләсәктә “Арғымаҡ” төркөмө аша этно, рок төркөмдәре фестиваленә башҡорт ижадсыларын, торараҡ төрки донъяһы майҙаны ижадсыларын йыйырға ниәтләйбеҙ. Беҙ төркөм ойоштороу, төрлө сараларҙа ҡатнашыу юлын үттек, хәҙер шул тапалған һуҡмаҡты йәштәргә күрһәтеп, оҫталыҡ дәрестәре бирерлек музыканттарҙы йыйырға уйлайбыҙ. Донъя кимәленә сығырлыҡ бай материал ята башҡорттоң йырҙарында, тарихында. Халҡыбыҙға, башҡаларға үҙебеҙ хаҡында моң телендә һөйләге килә. .
Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.