Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ижадында – дәүер һулышы
Ижадында –  дәүер һулышы Кеше ғүмеренең алтын миҙгелен Фәниҙә Әғзәм ҡыҙы Исхаҡова күркәм ижад емештәре менән лайыҡлы ҡаршылай. Уның ижадҡа тартылыуы, күңелендә илһам уты тоҡаныуы бала саҡтан уҡ башлана. Мәктәптә уҡыған йылдарында балалар өсөн гәзит-журналдарҙа шиғырҙары, репортаждары баҫыла. Университетта саҡта “Ер әйләнә” исемле тәүге поэмаһын ижад итә. Шул уҡ осорҙа “Ваҡыт аты”, “Аҡ ҡылғандар” поэмаларын да яҙа. 1993 йылда уның тәүге китабы – “Аҡ ҡылғандар” шиғри йыйынтығы баҫыла. Төркиәлә сыҡҡан антологияларҙа Фәниҙәнең шәлкем-шәлкем шиғырҙарына урын бирелгән.

Прозала ең һыҙғанып эшләү әҙибәгә танылыу алып килә. Ул байтаҡ ваҡыт фәнни-популяр фантастика өлкәһендә эшләне. Фәниҙә Исхаҡованың 1996 йылда донъя күргән “Кеше-күсермә” һәм бер-бер артлы ташҡа баҫылып сыҡҡан китаптары йәш прозаиктың ижад офоҡтары киңәйә, эпик ҡоласы олпатлана, жанр-стиль өлкәһендәге яңы, үҙен­сәлекле, ҡыҙыҡлы ижади эҙләнеүҙәре тәрәнәйә, әҫәрҙәренең идея-тематик, проблематик даирәһе һәлмәкләнә, сюжет-композиция ҡороу оҫталығы, тел-һүрәтләү маһирлығы арта барыуын раҫланы. 1993—2001 йылдарҙа республика матбуғатында уның ете повесы донъя күрә, улар “Аҡ тәңкәләр яуған төн ине...” (2003) тигән китапҡа тупланған. Был әҫәрҙәрҙә әҙибәне, тәү сиратта, кешенең күңел мөхите, рухи донъяһы ҡыҙыҡһындыра, көслө характерҙар изгелек менән яуызлыҡ араһындағы мәңгелек көрәш эсендә асыла.
Ғөмүмән, Изгелек һәм Яуызлыҡ көрәше Фәниҙә Исхаҡованың тотош ижадында сағыла килә. Геройҙар ғәҙеллек һәм ғәҙелһеҙлек, намыҫ һәм выжданһыҙлыҡ, әҙәп-әхлаҡ һәм боҙоҡлоҡ, тоғро­лоҡ һәм хыянат, рухи бөйөклөк һәм түбәнлек һ.б. араһында ҡалып, уға яуап эҙләй, ниндәй юлды һайларға тигән һорау алдына баҫа. Драматургия өлкәһендә лә әҙибәнең уңыштары бар. Балалар өсөн яҙылған драма әҫәрҙәренең Беренсе республика конкурсында Ф. Исхаҡова лауреат булды.
Ғүмер уртаһына артылған бөгөнгө иҫтәлекле байрамын юбиляр замандың көнүҙәк мәсьә­лә­ләрен ҡыйыу яҡтыртҡан, замандаштарҙың сағыу характерҙарын сағылдырған “Аҡ һәм Ҡара”, “Юғалтылған ожмах”, “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар, тиҙәр… (ул Яҙмышты кем һуң, кем яҙған?)” исем­ле өс романдан торған трилогияһы менән ҡар­шылай. Ф. Исхаҡованың айырым әҫәрҙәре ха­ҡында ла, тотош ижады тураһында ла байтаҡ яҙылған, белгестәр тарафынан төплө ана­лизланған. Шуға күрә был мәҡәләлә иғтибарҙы яҙыусының ошо өс романынан торған трилогияһына йүнәлтке килә.
Ваҡыт Аллаһының Изгелек (Ормузд) һәм Яуызлыҡ (Ахриман) исемле улдары хаҡындағы фар­сы халыҡ риүәйәте “Аҡ һәм Ҡара” ро­манының төп идеяһын асыуҙа асҡыс ролен үтәй. Был риүәйәт буйынса, Изгелек игеҙ туғаны Яуыз­лыҡтың нәфсеһен тотҡарлап, Йыһанда бәлә-ҡаза сығармау өсөн барыһын да эшләргә тырышһа, йылғырыраҡ һәм хәйләкәрерәк Яуызлыҡ алдараҡ тыуырға, Йыһандағы йондоҙҙарҙы тәүге булып күрергә өлгөрә. Алла Изгелеккә ярҙамға, иңгә-иң терәп Яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшергә Әҙәм балаһын донъяға яралта. Алла Әҙәмде ожмахтан ҡыуғанда, уға һайлау мөмкинлеге бирә. Шул мәлдән алып Яуызлыҡ менән Изгелек араһында Әҙәм балаһы, уның нәҫелдәре өсөн Титандар һуғышы башлана. Яҙыусы артабан кешегә бирелгән ҙур бүләк — һайлау мөмкинлеге, ике ҡапма-ҡаршы төшөнсәнең – Изгелек менән Яуызлыҡтың, Матурлыҡ менән Яманлыҡтың бер-береһен тултырып, тигеҙләп килеүе хаҡында хикмәтле, уҡыусыларҙы етди уйландырырлыҡ фәлсәфәүи фекерен әйтеп һала. Был уй әҫәр дауамында тулылана, мәғәнәүи яҡтан байый бара.
Романдарҙың өсөһөндә лә ике төп сюжет һыҙығы үҫтерелә. Береһе Фәһим, Луиза, Алһыу, Ғәҙел, Нәзирә, Рәсимә, Ирек Ғосманович, кафедра лаборанты Нелли, дөйөм ятаҡ коменданты Ғәйзуллин һ.б. образдарына бәйле шаулы, күңелле, ығы-зығылы ҡайнап торған йәштәр тормошон сағылдыра. Тәүге романда филология факультеты студенты Фәһим ғаиләһе, “Юғалтылған ожмах”та — уҡытыусыһы Карамовҡа ғашиҡ булған беренсе курс студенткаһы Луизаның ғаиләһе, “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар, тиҙәр... (ул Яҙмышты кем һуң, кем яҙған?)” романында Фәһимдең йән дуҫы, курсташы Ғәҙелдең ғаиләһе яҙмыштарын һүрәтләү икенсе төп сюжет һыҙығын тәшкил итә.
Йәштәр тормошо хаҡындағы сюжет һыҙығына автор әленән-әле үҙе туп-тура килеп инә, төртмә, шаян тел менән студенттар психологияһын, көнитмешен, булмышын һүрәтләй: “Мин, йәғни автор, фәлсәфәүи һәм сәйәси фекерҙәр араһында буталып йөрөгән мәлдә (Японияла ер тетрәү, Ҡырғыҙстанда дәүләт түңкәрелеше, Африкалағы аслыҡ, сусҡа киҙеүе, Америкалағы цунами һ.б.) икенсе шаршауҙың беренсе генә түгел, икенсе күренеше лә тамамланып өлгөргәйне... Геройҙарым Рәсәй илен бөткөһөҙ көрсөк һәм хәйерселектән, наҙанлыҡ, Беренсе донъя һуғышы, революция, граждандар һуғышы, кулактарҙы ҡырыу, ҡанлы террор, Икенсе донъя һуғышы, тағы ла террор, торғонлоҡ, коррупция, үҙгәртеп ҡороу, хосусилаштырыу, йәнә лә хәйерселек һ.б. – быларҙа бик ҡыҫҡа, әммә тос, үткер, тапҡыр итеп илебеҙ тарихындағы, халыҡ яҙмышындағы мөһим этаптарға баһа бирелә, әсе ирония, әрнеү сағыла – сығарыу юлдарын эҙләп-эҙләп, инде арышып бөткәйнеләр. Сәйәсәткә тантаналы антракт иғлан итеп, ҡәҙимге мәшәҡәттәр араһында үҙҙәренең йәш, тимәк, әлеге мәлдә донъяға яратып ҡараған кеше булыуҙарын бөтә фиғелдәре менән күрһәтергә аҙапланалар”.
Трилогияла замандың ҡайнар һулышы бөркөлөп тора, йәмғиәттең күп төрлө социаль ҡатлам вәкилдәренең типик образдары, типик яҙмыштары, психологияһы, характеры, эш-ҡылыҡтары һәм уй-кисерештәре фәлсәфә һәм психологизм менән һуғарылып яҡтыртыла. Был әҫәрҙәр үҙҙәре лә роман-хикмәт тип атала. Уларҙың структураһында төрлө халыҡтарҙың боронғо риүәйәт-легендаларынан фәһемле өҙөктәр килтерелгән, дини мотивтарға киң урын бирелгән, улар әҫәр идеяһын ҡалҡыуыраҡ итеп, әһәмиәтен баҫым яһабыраҡ еткереүгә хеҙмәт иттерелгән. Кеше күңелендә әленән-әле донъя ҡанундары, ғәҙеллек һәм ғәҙелһеҙлек хаҡында тыуып торған һорауҙарға яуап эҙләү, күберәк эстә, күңел төбөндә барған тынмаҫ бәхәс яҡ­тыртыла. Бөйөк Алланың тәртип-низамдарының ҡапма-ҡаршылығы, донъялағы гармония һәм дисгармония, тигеҙлек-тигеҙһеҙлек, хаҡ һәм нахаҡ хаҡында ҡаршылыҡлы фекерҙәр эсендә бәргеләнгән, тынғыһыҙ эҙләнгән актив геройҙар хәрәкәт итә.
Романдарҙа ваҡиғалар берсә — ҡырыҫ реалистик, берсә юмор, төртмә тел, еңел ирония ҡушылмаһынан хасил булған йүгерек, шаян стилдә, ҡырҡа үҙгәреп торған дәүләт сәйәсәте, һайлауҙар ваҡытында бирелгән ҡосаҡ-ҡосаҡ вәғәҙәләр, бөгөнгө замандың бысраҡ, оятһыҙ, һатлыҡ әхлағы, дөрөҫөрәге, әхлаҡһыҙлығы, аҡса, байлыҡ туплау маҡсатының кешеләге на­мыҫ, кешелеклелек хистәрен, туғанлыҡ тойғо­ларын юҡҡа сығарыуы һ.б. кире күренештәр әсе сарказм, һыҙланыу, тәнҡит рухы менән һуға­ры­лып хикәйәләнә.

Гөлфирә ГӘРӘЕВА,
филология фәндәре докторы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779