Кеше ғүмеренең алтын миҙгелен Фәниҙә Әғзәм ҡыҙы Исхаҡова күркәм ижад емештәре менән лайыҡлы ҡаршылай. Уның ижадҡа тартылыуы, күңелендә илһам уты тоҡаныуы бала саҡтан уҡ башлана. Мәктәптә уҡыған йылдарында балалар өсөн гәзит-журналдарҙа шиғырҙары, репортаждары баҫыла. Университетта саҡта “Ер әйләнә” исемле тәүге поэмаһын ижад итә. Шул уҡ осорҙа “Ваҡыт аты”, “Аҡ ҡылғандар” поэмаларын да яҙа. 1993 йылда уның тәүге китабы – “Аҡ ҡылғандар” шиғри йыйынтығы баҫыла. Төркиәлә сыҡҡан антологияларҙа Фәниҙәнең шәлкем-шәлкем шиғырҙарына урын бирелгән.Прозала ең һыҙғанып эшләү әҙибәгә танылыу алып килә. Ул байтаҡ ваҡыт фәнни-популяр фантастика өлкәһендә эшләне. Фәниҙә Исхаҡованың 1996 йылда донъя күргән “Кеше-күсермә” һәм бер-бер артлы ташҡа баҫылып сыҡҡан китаптары йәш прозаиктың ижад офоҡтары киңәйә, эпик ҡоласы олпатлана, жанр-стиль өлкәһендәге яңы, үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы ижади эҙләнеүҙәре тәрәнәйә, әҫәрҙәренең идея-тематик, проблематик даирәһе һәлмәкләнә, сюжет-композиция ҡороу оҫталығы, тел-һүрәтләү маһирлығы арта барыуын раҫланы. 1993—2001 йылдарҙа республика матбуғатында уның ете повесы донъя күрә, улар “Аҡ тәңкәләр яуған төн ине...” (2003) тигән китапҡа тупланған. Был әҫәрҙәрҙә әҙибәне, тәү сиратта, кешенең күңел мөхите, рухи донъяһы ҡыҙыҡһындыра, көслө характерҙар изгелек менән яуызлыҡ араһындағы мәңгелек көрәш эсендә асыла.
Ғөмүмән, Изгелек һәм Яуызлыҡ көрәше Фәниҙә Исхаҡованың тотош ижадында сағыла килә. Геройҙар ғәҙеллек һәм ғәҙелһеҙлек, намыҫ һәм выжданһыҙлыҡ, әҙәп-әхлаҡ һәм боҙоҡлоҡ, тоғролоҡ һәм хыянат, рухи бөйөклөк һәм түбәнлек һ.б. араһында ҡалып, уға яуап эҙләй, ниндәй юлды һайларға тигән һорау алдына баҫа. Драматургия өлкәһендә лә әҙибәнең уңыштары бар. Балалар өсөн яҙылған драма әҫәрҙәренең Беренсе республика конкурсында Ф. Исхаҡова лауреат булды.
Ғүмер уртаһына артылған бөгөнгө иҫтәлекле байрамын юбиляр замандың көнүҙәк мәсьәләләрен ҡыйыу яҡтыртҡан, замандаштарҙың сағыу характерҙарын сағылдырған “Аҡ һәм Ҡара”, “Юғалтылған ожмах”, “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар, тиҙәр… (ул Яҙмышты кем һуң, кем яҙған?)” исемле өс романдан торған трилогияһы менән ҡаршылай. Ф. Исхаҡованың айырым әҫәрҙәре хаҡында ла, тотош ижады тураһында ла байтаҡ яҙылған, белгестәр тарафынан төплө анализланған. Шуға күрә был мәҡәләлә иғтибарҙы яҙыусының ошо өс романынан торған трилогияһына йүнәлтке килә.
Ваҡыт Аллаһының Изгелек (Ормузд) һәм Яуызлыҡ (Ахриман) исемле улдары хаҡындағы фарсы халыҡ риүәйәте “Аҡ һәм Ҡара” романының төп идеяһын асыуҙа асҡыс ролен үтәй. Был риүәйәт буйынса, Изгелек игеҙ туғаны Яуызлыҡтың нәфсеһен тотҡарлап, Йыһанда бәлә-ҡаза сығармау өсөн барыһын да эшләргә тырышһа, йылғырыраҡ һәм хәйләкәрерәк Яуызлыҡ алдараҡ тыуырға, Йыһандағы йондоҙҙарҙы тәүге булып күрергә өлгөрә. Алла Изгелеккә ярҙамға, иңгә-иң терәп Яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшергә Әҙәм балаһын донъяға яралта. Алла Әҙәмде ожмахтан ҡыуғанда, уға һайлау мөмкинлеге бирә. Шул мәлдән алып Яуызлыҡ менән Изгелек араһында Әҙәм балаһы, уның нәҫелдәре өсөн Титандар һуғышы башлана. Яҙыусы артабан кешегә бирелгән ҙур бүләк — һайлау мөмкинлеге, ике ҡапма-ҡаршы төшөнсәнең – Изгелек менән Яуызлыҡтың, Матурлыҡ менән Яманлыҡтың бер-береһен тултырып, тигеҙләп килеүе хаҡында хикмәтле, уҡыусыларҙы етди уйландырырлыҡ фәлсәфәүи фекерен әйтеп һала. Был уй әҫәр дауамында тулылана, мәғәнәүи яҡтан байый бара.
Романдарҙың өсөһөндә лә ике төп сюжет һыҙығы үҫтерелә. Береһе Фәһим, Луиза, Алһыу, Ғәҙел, Нәзирә, Рәсимә, Ирек Ғосманович, кафедра лаборанты Нелли, дөйөм ятаҡ коменданты Ғәйзуллин һ.б. образдарына бәйле шаулы, күңелле, ығы-зығылы ҡайнап торған йәштәр тормошон сағылдыра. Тәүге романда филология факультеты студенты Фәһим ғаиләһе, “Юғалтылған ожмах”та — уҡытыусыһы Карамовҡа ғашиҡ булған беренсе курс студенткаһы Луизаның ғаиләһе, “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар, тиҙәр... (ул Яҙмышты кем һуң, кем яҙған?)” романында Фәһимдең йән дуҫы, курсташы Ғәҙелдең ғаиләһе яҙмыштарын һүрәтләү икенсе төп сюжет һыҙығын тәшкил итә.
Йәштәр тормошо хаҡындағы сюжет һыҙығына автор әленән-әле үҙе туп-тура килеп инә, төртмә, шаян тел менән студенттар психологияһын, көнитмешен, булмышын һүрәтләй: “Мин, йәғни автор, фәлсәфәүи һәм сәйәси фекерҙәр араһында буталып йөрөгән мәлдә (Японияла ер тетрәү, Ҡырғыҙстанда дәүләт түңкәрелеше, Африкалағы аслыҡ, сусҡа киҙеүе, Америкалағы цунами һ.б.) икенсе шаршауҙың беренсе генә түгел, икенсе күренеше лә тамамланып өлгөргәйне... Геройҙарым Рәсәй илен бөткөһөҙ көрсөк һәм хәйерселектән, наҙанлыҡ, Беренсе донъя һуғышы, революция, граждандар һуғышы, кулактарҙы ҡырыу, ҡанлы террор, Икенсе донъя һуғышы, тағы ла террор, торғонлоҡ, коррупция, үҙгәртеп ҡороу, хосусилаштырыу, йәнә лә хәйерселек һ.б. – быларҙа бик ҡыҫҡа, әммә тос, үткер, тапҡыр итеп илебеҙ тарихындағы, халыҡ яҙмышындағы мөһим этаптарға баһа бирелә, әсе ирония, әрнеү сағыла – сығарыу юлдарын эҙләп-эҙләп, инде арышып бөткәйнеләр. Сәйәсәткә тантаналы антракт иғлан итеп, ҡәҙимге мәшәҡәттәр араһында үҙҙәренең йәш, тимәк, әлеге мәлдә донъяға яратып ҡараған кеше булыуҙарын бөтә фиғелдәре менән күрһәтергә аҙапланалар”.
Трилогияла замандың ҡайнар һулышы бөркөлөп тора, йәмғиәттең күп төрлө социаль ҡатлам вәкилдәренең типик образдары, типик яҙмыштары, психологияһы, характеры, эш-ҡылыҡтары һәм уй-кисерештәре фәлсәфә һәм психологизм менән һуғарылып яҡтыртыла. Был әҫәрҙәр үҙҙәре лә роман-хикмәт тип атала. Уларҙың структураһында төрлө халыҡтарҙың боронғо риүәйәт-легендаларынан фәһемле өҙөктәр килтерелгән, дини мотивтарға киң урын бирелгән, улар әҫәр идеяһын ҡалҡыуыраҡ итеп, әһәмиәтен баҫым яһабыраҡ еткереүгә хеҙмәт иттерелгән. Кеше күңелендә әленән-әле донъя ҡанундары, ғәҙеллек һәм ғәҙелһеҙлек хаҡында тыуып торған һорауҙарға яуап эҙләү, күберәк эстә, күңел төбөндә барған тынмаҫ бәхәс яҡтыртыла. Бөйөк Алланың тәртип-низамдарының ҡапма-ҡаршылығы, донъялағы гармония һәм дисгармония, тигеҙлек-тигеҙһеҙлек, хаҡ һәм нахаҡ хаҡында ҡаршылыҡлы фекерҙәр эсендә бәргеләнгән, тынғыһыҙ эҙләнгән актив геройҙар хәрәкәт итә.
Романдарҙа ваҡиғалар берсә — ҡырыҫ реалистик, берсә юмор, төртмә тел, еңел ирония ҡушылмаһынан хасил булған йүгерек, шаян стилдә, ҡырҡа үҙгәреп торған дәүләт сәйәсәте, һайлауҙар ваҡытында бирелгән ҡосаҡ-ҡосаҡ вәғәҙәләр, бөгөнгө замандың бысраҡ, оятһыҙ, һатлыҡ әхлағы, дөрөҫөрәге, әхлаҡһыҙлығы, аҡса, байлыҡ туплау маҡсатының кешеләге намыҫ, кешелеклелек хистәрен, туғанлыҡ тойғоларын юҡҡа сығарыуы һ.б. кире күренештәр әсе сарказм, һыҙланыу, тәнҡит рухы менән һуғарылып хикәйәләнә.
Гөлфирә ГӘРӘЕВА,
филология фәндәре докторы.