Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һоҡланып ҡалды Мәскәү
Һоҡланып ҡалды Мәскәү Ошо көндәрҙә Мәскәүҙең “Коломенское” дәүләт музей-ҡурсаулығында милли байрамыбыҙ – һабантуй гөрләп үтте. Унда Мәскәү Хөкүмәте етәкселәре, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов, Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.
Һабан байрамы Мәскәү халҡы ара­һында киң танылыу ала бара. Быйыл унда 150 мең самаһы кеше күңел асты. Улар башҡорт һәм татар халыҡтарының мәҙәниәте менән танышты, милли аш-һыуын ауыҙ итте, ҡурай, гармун көйөнә бейеп кинәнде. Бигерәк тә иғтибарҙы “Башҡорт ауылы”ндағы ҡортсолоҡ шө­ғөлө йәлеп итте. Байрам ҡунаҡтары баш­ҡорт балын тәмләп ҡарау ғына түгел, ши­фалы “һут”ты нисек алыу серҙәре менән дә ҡыҙыҡһынды. Баш ҡала халҡы шулай уҡ ҡорот ыҫлау, ҡатыҡ, айран эш­ләү кеүек шөғөлдәрҙе мауығып күҙәтте. Балаҫ һуғыу ҡора­малы артына ултырып ҡарарға теләү­селәр ҙә бихисап ине.
“Башҡорт ауылы”ндағы тирмәлә ҡим­мәт­ле музей экспонаттары сараға кил­гәндәр өсөн үҙе бер асыш булғандыр, моғайын. Бында уларҙың һәр береһе хаҡында ентекләп һөйләнеләр, һорау­ҙарға яуап бирҙеләр.
Тел йоторлоҡ милли аштарыбыҙ ҡу­наҡтарҙы өҫтәл янынан ебәрмәй тотто. Берәүҙәр тәмләп ҡарарға, икен­селәр әҙер­ләү серен яҙып алырға тырышты. Әлбиттә, Хәйбулла хужа­бикәләре бе­шер­гән бишбармаҡ, ҡаҙы, тултырма, бауырһаҡ кеүек ризыҡтар янынан тыныс ҡына үтеп булмай шул!
Һабантуйҙың йәме һәм йәне булған милли көрәш, һырғауылға үрмәләү, тоҡ ме­нән һуғышыу һәм башҡа уйындар үҙе­нә күрә бәләкәй “олимпиада”ға әүерелде.
Хәйбулла районының үҙешмәкәр артистары башҡарыуындағы йыр-бейеү­ҙәргә һоҡланмаған кеше булмағандыр. “Ҡош юлы” фольклор ансамбле, “Түң­гәүер” ҡурайсылар, “Шәжәрә” вокаль ансамбле тамашасы йәнен наҙланы.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779