Ошо көндәрҙә Мәскәүҙең “Коломенское” дәүләт музей-ҡурсаулығында милли байрамыбыҙ – һабантуй гөрләп үтте. Унда Мәскәү Хөкүмәте етәкселәре, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов, Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.Һабан байрамы Мәскәү халҡы араһында киң танылыу ала бара. Быйыл унда 150 мең самаһы кеше күңел асты. Улар башҡорт һәм татар халыҡтарының мәҙәниәте менән танышты, милли аш-һыуын ауыҙ итте, ҡурай, гармун көйөнә бейеп кинәнде. Бигерәк тә иғтибарҙы “Башҡорт ауылы”ндағы ҡортсолоҡ шөғөлө йәлеп итте. Байрам ҡунаҡтары башҡорт балын тәмләп ҡарау ғына түгел, шифалы “һут”ты нисек алыу серҙәре менән дә ҡыҙыҡһынды. Баш ҡала халҡы шулай уҡ ҡорот ыҫлау, ҡатыҡ, айран эшләү кеүек шөғөлдәрҙе мауығып күҙәтте. Балаҫ һуғыу ҡорамалы артына ултырып ҡарарға теләүселәр ҙә бихисап ине.
“Башҡорт ауылы”ндағы тирмәлә ҡиммәтле музей экспонаттары сараға килгәндәр өсөн үҙе бер асыш булғандыр, моғайын. Бында уларҙың һәр береһе хаҡында ентекләп һөйләнеләр, һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Тел йоторлоҡ милли аштарыбыҙ ҡунаҡтарҙы өҫтәл янынан ебәрмәй тотто. Берәүҙәр тәмләп ҡарарға, икенселәр әҙерләү серен яҙып алырға тырышты. Әлбиттә, Хәйбулла хужабикәләре бешергән бишбармаҡ, ҡаҙы, тултырма, бауырһаҡ кеүек ризыҡтар янынан тыныс ҡына үтеп булмай шул!
Һабантуйҙың йәме һәм йәне булған милли көрәш, һырғауылға үрмәләү, тоҡ менән һуғышыу һәм башҡа уйындар үҙенә күрә бәләкәй “олимпиада”ға әүерелде.
Хәйбулла районының үҙешмәкәр артистары башҡарыуындағы йыр-бейеүҙәргә һоҡланмаған кеше булмағандыр. “Ҡош юлы” фольклор ансамбле, “Түңгәүер” ҡурайсылар, “Шәжәрә” вокаль ансамбле тамашасы йәнен наҙланы.