Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡты доғам минең – Салауат!
Яҡты доғам минең – Салауат! Башҡорт батыры, шағир Салауат Юлаев хаҡында күпме генә һөйләһәң дә, аҙ булыр, күпме генә йырлаһаң да, көйҙөң аҙағы етмәҫ төҫлө, шағирҙың үҙенең “Минең тыуған ҡырҙарым” тигән шиғырында әйтелгәнсә.

Яңыраҡ С. Юлаев хаҡында бер нисә авторҙың мәҡәләләрен туплаған китап сыҡҡайны. Ошо уңайҙан Башҡортостан Милли музейының генераль директоры Ғәли Вәлиуллин, тарихсы Азат Бердин һәм ҡаһармандың шәхесен өйрәнгән башҡа белгестәр “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында конференция үткәрҙе. Ҡолаҡты ярып, шаңҡытып килеп ингән хәбәр шул булды: Салауат Юлаев Палдискиҙағы “Изге Георгий” православие ҡорамын төҙөкләндереүгә иң күп иғәнә индергән башҡорт яугире, мосолман, тип әйтелгән икән. Бына һиңә яңылыҡ! Бына һиңә милләтсе! Кем был хәбәрҙе нисек ҡабул иткәндер, әммә ошо ғына фекер ҙә Салауатыбыҙҙың кемлеге хаҡында һөйләй. Үҙе Ислам динен тотҡан, был хаҡта шиғырҙарында ла ап-асыҡ әйткән шағирҙың башҡа халыҡтарҙың ҡомарын хәстәрләүе, бар йөрәге менән Аллаһҡа һыйынып йәшәгән изге күңелле шәхес булыуы тураһында һөйләй түгелме һуң?! Был хаҡта Мәскәүҙән тороп халыҡҡа еткерергә кәрәк.
Ғөмүмән, Эстонияға сәйәхәт ҡылған һәр кем шуға инанып ҡайта: унда йәшәгән кешеләр Салауатты бына яңыраҡ ҡына араларында көн иткән тере кеше кеүек хәтерләй. Уларҙы батырҙың ҡаһарманлығы, халыҡ азатлығы өсөн көрәш сәме әсир итә. Беҙгә лә терелтеп ебәрергә кәрәк милләттәшебеҙ тураһындағы яҡты хәтерҙе! Ул бит, әйтерһең, тарихта, китаптарҙа йәшәй. Йөрәктәребеҙгә һалайыҡ Салауат рухын, олуғ мөхәббәт ялҡынын.
Йыл һайын батырҙың тыуған райо­нында Салауат йыйыны үтә. Бик мәслихәт, һүҙ ҙә юҡ. Әммә сара барышында ҡунаҡтарҙы ҡаршылаған тир­мәләрҙәге өҫтәлдәргә батырҙар һүрәте төшкән араҡы килеп менә. Ошо булдымы Салауат йыйыны? Ошо булдымы Салауат рухына тоғролоҡ? Батыр ғәмәлдәренә тоғролар бөгөн иман юлынан атлап, халҡы, ғаиләһе ғәме менән йәшәй торғандыр. Ул бит анау хәтлем ят ерҙәрҙә, сит ҡәүемдәр, башҡа диндәр уратып алған төбәктә лә үҙенең асылына, ата-бабаһынан ҡалған рухи мираҫҡа, иманына тоғро ҡала алған. Етмәһә, Аллаһ Тәғәләгә юлдың изге ғәмәлдәрҙән башланғанын тәрән аңлап, православие дине сиркәүен тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индергән. Палдискиға барып ҡайтҡан замандаштарыбыҙға был хаҡта Валерий Назаренко исемле дин әһеле еткергән.
“Салауат!” – тип йырҙар башлайым да
“Салауат!” – тип сығам көрәшкә!
“Салауат!” – тип маҡсаттарға менәм,
Ауыҙлыҡлап алып һәр эште!
Иҫтәремдән һис тә сыҡҡаны юҡ –
Яҡты доғам минең – Салауат!
Һиңә ғашиҡ заман ҡыҙҙарынан
Рухи ғәскәреңдең уйҙарына,
Батырҙарҙың ожмах туйҙарына
Барып етһә ине был аят!
Салауат!






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Бану
    Бану от 25.07.2015, 16:52
    Күҙҙән йәштәр атылып килеп сыҡты был мәҡәләне уҡығандан һуң... Ниндәй ШӘХЕС менән бер милләттән, бер тамырҙан булыуыбыҙға күңел һөйөңдө лә, уның бөйөклөгөн яңынан тәрән тойоуҙан күңел нисектер тетрәнеп тә китте. Эх, лайыҡ вариҫтар булырға ине уның кеүек батырҙарға!
    Салауатыбыҙҙың яҡты һыны күҙ алдарын балҡытып үтеп киткән һымаҡ булды...
    ... Лариса, шиғырыңды уҡығас, ә шулай ҙа шағирҙар беҙҙең ише ябай кеше түгел, улар икенсе, юғары, заттандыр ул, тип тағы телһеҙ ҡалдым. Сөнки һеҙҙең аң-зиһенегеҙ, күңел парҙәләрегеҙ өсөн сиктәр ҙә, кәртәләр ҙә, арауыҡтар ҙа юҡ. Шуға ла һеҙҙең, шағирҙарҙың, һүҙе бар тарафтарға тарала, бикле йөрәк йоҙаҡтарын да улар ауырлыҡһыҙ вата, ваҡыт та улар өсөн бер ни тормай.
    Шағирҙарҙың таланттары хайрандар итә...






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780