Башҡорт батыры, шағир Салауат Юлаев хаҡында күпме генә һөйләһәң дә, аҙ булыр, күпме генә йырлаһаң да, көйҙөң аҙағы етмәҫ төҫлө, шағирҙың үҙенең “Минең тыуған ҡырҙарым” тигән шиғырында әйтелгәнсә. Яңыраҡ С. Юлаев хаҡында бер нисә авторҙың мәҡәләләрен туплаған китап сыҡҡайны. Ошо уңайҙан Башҡортостан Милли музейының генераль директоры Ғәли Вәлиуллин, тарихсы Азат Бердин һәм ҡаһармандың шәхесен өйрәнгән башҡа белгестәр “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында конференция үткәрҙе. Ҡолаҡты ярып, шаңҡытып килеп ингән хәбәр шул булды: Салауат Юлаев Палдискиҙағы “Изге Георгий” православие ҡорамын төҙөкләндереүгә иң күп иғәнә индергән башҡорт яугире, мосолман, тип әйтелгән икән. Бына һиңә яңылыҡ! Бына һиңә милләтсе! Кем был хәбәрҙе нисек ҡабул иткәндер, әммә ошо ғына фекер ҙә Салауатыбыҙҙың кемлеге хаҡында һөйләй. Үҙе Ислам динен тотҡан, был хаҡта шиғырҙарында ла ап-асыҡ әйткән шағирҙың башҡа халыҡтарҙың ҡомарын хәстәрләүе, бар йөрәге менән Аллаһҡа һыйынып йәшәгән изге күңелле шәхес булыуы тураһында һөйләй түгелме һуң?! Был хаҡта Мәскәүҙән тороп халыҡҡа еткерергә кәрәк.
Ғөмүмән, Эстонияға сәйәхәт ҡылған һәр кем шуға инанып ҡайта: унда йәшәгән кешеләр Салауатты бына яңыраҡ ҡына араларында көн иткән тере кеше кеүек хәтерләй. Уларҙы батырҙың ҡаһарманлығы, халыҡ азатлығы өсөн көрәш сәме әсир итә. Беҙгә лә терелтеп ебәрергә кәрәк милләттәшебеҙ тураһындағы яҡты хәтерҙе! Ул бит, әйтерһең, тарихта, китаптарҙа йәшәй. Йөрәктәребеҙгә һалайыҡ Салауат рухын, олуғ мөхәббәт ялҡынын.
Йыл һайын батырҙың тыуған районында Салауат йыйыны үтә. Бик мәслихәт, һүҙ ҙә юҡ. Әммә сара барышында ҡунаҡтарҙы ҡаршылаған тирмәләрҙәге өҫтәлдәргә батырҙар һүрәте төшкән араҡы килеп менә. Ошо булдымы Салауат йыйыны? Ошо булдымы Салауат рухына тоғролоҡ? Батыр ғәмәлдәренә тоғролар бөгөн иман юлынан атлап, халҡы, ғаиләһе ғәме менән йәшәй торғандыр. Ул бит анау хәтлем ят ерҙәрҙә, сит ҡәүемдәр, башҡа диндәр уратып алған төбәктә лә үҙенең асылына, ата-бабаһынан ҡалған рухи мираҫҡа, иманына тоғро ҡала алған. Етмәһә, Аллаһ Тәғәләгә юлдың изге ғәмәлдәрҙән башланғанын тәрән аңлап, православие дине сиркәүен тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индергән. Палдискиға барып ҡайтҡан замандаштарыбыҙға был хаҡта Валерий Назаренко исемле дин әһеле еткергән.
“Салауат!” – тип йырҙар башлайым да
“Салауат!” – тип сығам көрәшкә!
“Салауат!” – тип маҡсаттарға менәм,
Ауыҙлыҡлап алып һәр эште!
Иҫтәремдән һис тә сыҡҡаны юҡ –
Яҡты доғам минең – Салауат!
Һиңә ғашиҡ заман ҡыҙҙарынан
Рухи ғәскәреңдең уйҙарына,
Батырҙарҙың ожмах туйҙарына
Барып етһә ине был аят!
Салауат!