Башҡортостандың халыҡ шағиры
Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына – 135 йыл
Тормоштағы һәр бер сағыштырыу аҡһай тиһәк тә, ундағы күренештәрҙең, хәл-ваҡиғаларҙың тәбиғәте, ҡиммәте һәм һиммәте тап сағыштырыуҙар аша асығыраҡ күҙ алдына баҫыусан һәм билдәләнеүсән. Был — йәшәйештең ябай, әммә мәңгелек бер хәҡиҡәте. Ҡәҙимге тормошта кешенең булмышын, эшмәкәрлеге асылын тәбиғәт күренештәре менән сағыштырып ҡарау һәм баһалау айырыуса ныҡ таралған, үҙенә бер ғәҙәти күренешкә әүерелгән. Күрәһең, был хәл кешенең ижтимағи зат ҡына түгел, тәбиғәт балаһы ла булыуына, һәләт-талант ҡеүәһенең иң элек ана шул тәбиғәттән килгәнлегенә бәйлелер. Рухи тормошобоҙ тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған оло әҙип Мәжит Ғафури ижады хаҡында уйланғанда, үҙем дә һиҙмәҫтән уны түбәләре күккә ашҡан ҡаяташҡа оҡшатып ҡуйҙым. Тәбиғәттең ғәжәйеп был бүләге, бер яҡтан ҡараһаң, үҙенең олпатлығы, мәғрурлығы менән Ер-әсәнең мәңгелек булыуын раҫлап, кешенең уй-хистәрен һалмаҡландыра, тынысландыра төшә, икенсе яҡтан, ғорурлыҡ тойғоһо уята, өсөнсөнән, матурлығы менән һоҡландыра, илһамландыра, дүртенсенән, болоттарға ашҡан текә бейеклеге менән шомландыра, өҫкә ауып китерҙәй тойола, алыҫтаныраҡ күҙ һалһаң инде, башҡа тау-ҡаялар теҙеме араһында ул тағы ла мөһабәтерәк, матурыраҡ күренә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше тәбиғәттең һоҡландырырлыҡ та, ғорурландырырлыҡ та, илһамландырырлыҡ та, тынысландырырлыҡ та, шомландырырлыҡ та, шатландырырлыҡ та был ғәжәйеп серле күренешен бер юлы, бер мәлдә генә бөтә яҡлап байҡай, тулыһынса күҙ алдына баҫтыра алмай. Шуның кеүек, оло талант эйәһе М. Ғафуриҙың бөйөк ижад “ҡаяһын” бер юлы ғына бөтә яҡлап байҡау һәм баһалау мөмкин түгел. Был мәҡәләлә уның бер генә яғына, хатта бер генә өлөшөнә ентекләберәк күҙ һалып, уның асыл тәбиғәтен үҙебеҙ күрә һәм аңлай алғанса күҙ алдына баҫтырып ҡарарға булдыҡ. Һүҙ — шағирҙың манифестацион-публицистик лирикаһы, теүәлерәк әйткәндә, ундағы хитап (шиғри мөрәжәғәт) һәм мәктүб (шиғри хат) жанрҙарына ҡараған әҫәрҙәре тураһында. Әлбиттә, бында ентекле күҙәтеүҙәргә төшөп китмәҫтән, был типтағы шиғриәттең тәбиғәте, төп сифат-һыҙаттары хаҡында әйтеп үтеү кәрәк булыр.
Халыҡ тормошоноң һынылышлы тарихи осоронда әҙәбиәттең, айырыуса уның поэтик төрөнөң гражданлыҡ рухы, публицистик йөҙө һәр саҡ көсәйеүсән. Әйтәйек, башҡорт ижтимағи мөхитендә мәғрифәтселек, артабан революцион-демократик идеялар ныҡлап тамыр йәйгән, йәмғиәт тәртиптәрен үҙгәртеп ҡороу өсөн көрәш әүҙемләшкән йылдарҙа, йәғни XIX быуаттың икенсе яртыһы — ХХ быуаттың баштарында, шағирҙарыбыҙҙың барыһы ла тиерлек шундай характерҙағы әҫәрҙәр ижад итте. Уларҙа авторҙар үҙҙәренең хис-тойғоһо тураһында уйланыусы сифатында ғына түгел, ә тормоштоң заманы өсөн дөйөмөрәк һәм мөһимерәк булған проблемалары, темалары хаҡында фекер йөрөтөүсе, социаль төркөмдәрҙең, синыфтарҙың, ҡайһы бер осраҡта халыҡтың, хатта бөтә кешелектең уй-ҡарашын, кәйефен һәм теләк-ынтылышын туранан-тура сағылдырыусы ролендә лә сығыш яһаны. Бындай осраҡта әҫәрҙәрҙә “лирик герой” төшөнсәһенең мәғәнәүи роле, мөмкинлектәре киңәйә, шағирҙарҙың үҙ исеменән генә түгел, бәлки халыҡтың төрлө ҡатламы вәкиле булараҡ сығыш яһауы арҡаһында, уларҙа “мин”гә алмашҡа йыш ҡына “беҙ” килә, авторҙың уй-фекерен биреү формаһы бөтөнләй асыҡ характер ала, “фекер лирикаһы” “хис-тойғолар лирикаһы” өҫтөнән бермә-бер өҫтөнлөк итә (миҫалға Э. Потьеның “Интернационал”, М. Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, М. Ғафуриҙың “Ҡыҙыл байраҡ”, Ш. Бабичтың “Большевиктар менән килешеү туралы башҡорт халҡына көйлө хитап” әҫәрҙәрен иҫкә төшөрөү ҙә етә).
Уларҙың һәр ҡайһыһы – торғаны бер яланғасланған нерв, осорҙоң төрлө проблемаларына һәм хәл-ваҡиғаларына ҡарата үҙ уй-фекереңде, мөнәсәбәтеңде (хуплаусы йә кире ҡағыусы, нәфрәтле йә көлөп ҡараусы) асыҡтан-асыҡ манифестациялау сығанағы. Улар тормошҡа, үҙ заманына ҡарата әүҙем мөнәсәбәттә булған шағир-граждан, шағир-көрәшсе ҡараштарының һәм кисерештәренең тулы бер донъяһын тәшкил итерҙәй тәрән һәм көсөргәнешле уй-фекерҙәр һәм тойғолар менән һуғарылған.
Бындай әҫәрҙәрҙең күбеһе үҙ алдыңа уҡып ултырыуға ҡарағанда ниндәй ҙә булһа аудитория алдында башҡарыу, уй-фекерҙәрҙе һәм тойғоларҙы мөмкин тиклем киң ҡатлам халыҡҡа асыҡтан-асыҡ еткереү өсөн тәғәйенләнгән. Уларҙа эмоциональ күтәреүсе (тантаналы-романтик, героик) йә иһә түбәнәйтеүсе (ироник-сатирик, юмористик), шулай уҡ драматик (идея йәһәтенән уның раҫлау йә кире ҡағыу йүнәлешендә булыуы мөмкин) характерҙағы бәйәнләүсе, хәбәр-мәғлүмәт биреүсе монолог менән күңелде уятып ебәрерҙәй инандырғыс агитация һәм дидактика, “сәнскеле” өгөт-нәсихәт характерындағы монолог аралашып килә. Уй-фекерҙәрҙе асыҡтан-асыҡ биреүҙең бындай поэтик формаһын беҙ лирик медитацияның манифестацион-публицистик тибы (төрө) тип атай алыр инек.
Гражданлыҡ хисе, инанғанлыҡ ялҡыны, әйҙәү һәм шелтәләү ҡомары, дәлилле уй-фекерҙәр гаммаһы менән һуғарылған хитап һәм мәктүбтәрендә Мәжит Ғафури үҙен иң беренсе сиратта халҡының мәҙәни һәм аң-белем кимәлен күтәреү өсөн көрәшеүсе итеп күрһәтте. Ул уҡыу-уҡытыу системаһын демократлаштырыу, ҡыҙ балаларға ла аң-белем биреү, урыҫ телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу, алдынғы Европа мәҙәниәтен һәм технологияһын үҙләштереү, донъяуи фәндәр нигеҙҙәре менән танышыу идеяһын алға һөрҙө, дини фанатизмға, ҡәҙимселеккә һәм милли сикләнгәнлеккә ҡаршы сыҡты, халыҡтар тиңлегенә һәм дуҫлығына дан йырланы. Уның “Ғилем” (1902), “Вә иннә миннә әл-шиғыр әл-хикмәт” (1902-1903), “Башҡа мәмләкәттәрҙә мосолмандарҙың хәле” (1904), “Тәрәҡҡи” (1905), “Аврупа-Азия” (1906) һәм башҡа хитаптарында улар айырыуса асыҡ күҙгә ташлана. Был шиғри мөрәжәғәттәрҙең авторы йәмғиәттәге социаль ҡаршылыҡтарҙың тәбиғәтен асыҡлауҙан алыҫ әле. Ул милли-мәҙәни хәрәкәт идеяһына йүнәлеш тотто. Уның саҡырыу-өндәүҙәре, нигеҙҙә, дөйөм граждандар азатлығы тураһындағы иллюзиялар менән туҡланды. Йәмғиәт үҫешенең төп йүнәлешен шағир фәндәге, мәҙәниәттәге, мәғарифтағы һәм әхлаҡи прогреста күрҙе. Шундай позициянан сығып, ул ысын кешенең асылы матди байлығы менән түгел, ә бөтәһенән дә алда аң-белеме, мәҙәни кимәле, әхлаҡи йөҙө менән билдәләнә тигән принципты күтәреп сығып, шуны ихлас яҡланы. Милли берҙәмлек (“Фирҡә-фирҡә” (төркөм, партия) булыу беҙгә ниңә кәрәк?.. Ҡара-ҡаршы сәпләшеү (уҡ атышыу) ниңә кәрәк?”), ҡатын-ҡыҙ азатлығы, әхлаҡи тәрбиә идеяһын пропагандалау, реформа аша прогресҡа килергә, йәмғиәт тормошон, “аврупалаштырырға” өндәү, азатлыҡты һәм ҡәҙимселекте тәнҡитләү – бына уның хитаптарының төп мотивтары. Мәҫәлән, “Ғилем” тигән әҫәрендә ул Аҡмулласа тапҡыр назым менән ҡан-ҡәрҙәштәрен аң-белемгә, һөнәргә, мәҙәнилеккә һәм әхлаҡи камиллыҡҡа өндәй:
Ғилемдең ҡәҙерен бел, хасил булһа,
Һәр нәмә ҡиммәт була, аҫыл булһа.
Ғилемдең өҫтөнә һөнәр кәрәк,
Емештең файҙаһы аҙ, йәшел булһа...
Мәҙәниәт йәҙитсә төҙөп майҙан,
Майҙанға сығырға һин дә һайлан!
Шағир һөнәр, ғилемгә эйә булмайынса, “муйын һоноп”, “аҙып-туҙып”, “фәҡирлеккә дусар булып”, ”мәжеп-һулып” йөрөүселәрҙе аяуһыҙ тәнҡитләй. Шулай ул фәҡирлектең сәбәптәрен йәмғиәт ҡоролошонан, социаль шарттарҙан түгел, ә бары кешенең үҙенән, уның белемһеҙлегенән, һөнәрһеҙлегенән күрә, халыҡты туранан-тура өндәүгә, дидактикаға төшөп китә:
Һәр төрлө газеталар беҙ алайыҡ,
Һәр төрлө милли роман беҙ ҡарайыҡ...
Һәр төрлө әҙәп фәнен беҙ ҡарайыҡ,
Һәр ғилемдән дәресте беҙ алайыҡ.
Үҙенең өндәү-саҡырыуҙарында, өгөт-нәсихәттәрендә шағир һәр саҡта ла яңғырауыҡлы лозунгтар, яланғас риторика менән эш итмәй, ә мәҙәнилек, аң-белемлелек идеалын конкрет образдарҙа, образ-деталдәрҙә сағылдырырға тырыша. М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев традицияларын үҫтереп, ул яңылыҡ өсөн көрәшеүсенең үҙенсәлекле дөйөмләштерелгән образын тыуҙыра. Әгәр ҙә М. Аҡмулла менән М. Өмөтбаевта ул айырым шәхестәр, әйтәйек, ғалим-мәғрифәтсе Мәржәни, Биҡсурин, Баязитов, Гаспранскийҙар булһа, М. Ғафуриҙа – ҙур Рәсәй йә иһә бөтә Европа ҡитғаһы.
“Һис бер батыр ҡаршы тора алмаған” был “бәһлеүәндәр” образын тыуҙырғанда шағир йыш ҡына ҡапма-ҡаршы ҡуйыу алымына мөрәжәғәт итә. Әйтәйек, әгәр ҙә үҙ ваҡытында М. Аҡмулла үҙенең идеаль геройын наҙан, әхлаҡи йәһәттән түбән типтар фонында тасуирлаған булһа, М. Ғафуриҙа иһә халыҡ массаһында аң-белем түбәнлегенең тәбиғи булмауын, анахронизм икәнлеген Көнбайыш цивилизацияһы мәҙәниәте һәм фәнни-техник прогресы менән сағыштырып ҡарау ерлегендә күрһәтеп бирергә ынтылыу өҫтөнлөк итә.
1917–1918 йылдарҙағы яңы тормош төҙөү өсөн барған киҫкен көрәш ваҡиғалары хитап жанрының проблематик даирәһен, идея-тематик диапазонын тағы ла нығыраҡ киңәйтә төштө. М. Ғафуриҙың был осорҙа халыҡҡа туранан-тура мөрәжәғәт итеү формаһында яҙылған “Ҡурҡмағыҙ!”, “Бөтһөн һуғыш”, “Ирекле көндәр” кеүек әҫәрҙәрендә азатлыҡ өсөн көрәш мәсьәләһе мәғариф, мәҙәниәт, ҡатын-ҡыҙ азатлығы проблемаларына ҡарағанда ла киҫкенерәк ҡуйылды. Азатлыҡтың килеүен шағир бөтә тауышына сәләмләп ҡаршы алды, халыҡтың прогрессив ынтылыштарына, дәрт-илһамына дан йырланы, уны ғәҙел булмаған, ҡан ҡойғос империалистик һуғышты туҡтатыу, үҙен күп быуаттар буйына барған социаль һәм милли-колониаль иҙеү тоҙағынан ҡотҡарыу өсөн аҙаҡҡаса көрәшергә саҡырҙы.
Манифестацион-публицистик лириканың төп жанрҙарының береһе — мәктүб. Уның әүҙем үҫеүе әҙәбиәттә мәғрифәтселек, ә артабан революцион-демократик идеялар ныҡ сағылыш тапҡан осорҙа, кеше шәхесенә иғтибар артҡан, уларҙың синыфтан тыш ҡиммәте, тәбиғи тигеҙлеге хаҡындағы мәғрифәтсел тезисты яҡлау көсәйгән осорҙа күҙәтелә. Был замандың идеалы булып көрәшсе һәм ижадсы граждан, ысын патриот тора. Кешегә яңыса ҡараш ташлау, уның тормоштағы ролен яңыса аңлау һәм аңлатыу, ысынбарлыҡҡа, ижтимағи мөхиткә яңыса мөнәсәбәт әҙиптәрҙән идеяларҙы мөмкин тиклем аңлайышлы һәм йоғонтоло бирерҙәй поэтик формаларҙы һәм һүрәтләү сараларын эҙләүҙе талап итте. Айырым субъектҡа йүнәлтелгән хат-мәктүб ана шундай формаларҙың береһе лә инде.
Әгәр ҙә бығаса М. Аҡмулла мәктүб жанрына социаль һәм сатирик яңғыраш биреүгә өлгәшһә, ХХ быуат башында Ш. Бабич, С. Яҡшығолов, Ғ. Хоҙаяров, айырыуса М. Ғафури уға социаль-публицистик төҫ бирҙе. Уның ижади эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә был жанр тематикаһы һәм проблематикаһы, стиль үҙенсәлектәре менән тағы ла күп яҡлыраҡ була төштө. Үҙенең мәктүбтәрен шағир көнүҙәк йөкмәтке, хаким синыфтарҙы, уларҙың әхлағын, иҫке тәртиптәрҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, наҙанлыҡты һәм мәҙәниһеҙлекте тәнҡитләү, кешеләр һәм халыҡтар тигеҙлеген һәм азатлығын теләү рухы менән шундай итеп һуғара, хатта ул ҡулланған иҫке поэтик формалар, һүрәтләү алымдары яңыса яңғыраш, яңы мәғәнә ала, уҡыусы алдында яңы яҡтары менән асыла. Шағир кешеләрҙә уларҙың тәбиғәтенә үк һалынған эш итеү һәм үҙгәртеп ҡороу ҡомарын уятырға ынтыла. Ул һәр кемдә нимәлер барлыҡҡа килтереү теләге, йәмғиәүи төҙөлөшкә ынтылыу теләге йәшеренеүенә ышана, балаларҙан алып ир-ҡатындарға тиклем мөрәжәғәт итеп, уларҙа ошо теләк-ынтылышты уятып ебәрергә тырыша. Уның аңлауынса, кеше үҙендә ике төрлө асылды һаҡлай: бер яҡтан, үҙенә һалынған мөмкинлектәре менән ул бөйөк һәм әһәмиәтле, әммә, икенсе яҡтан, ижтимағи ысынбарлыҡ, баҫып торған ауыр тормош шарттары уны бәләкәй һәм әһәмиәтһеҙ яһай. Ләкин ана шул “мөхит”, “шарт” төшөнсәләренә шағир кеше характерын формалаштырыуға туранан-тура булышлыҡ итеүсе өҫҡорма күренештәрен – уҡыу-уҡытыу системаһын, ғаилә тормошон, кешеләр араһындағы әхлаҡи-этик мөнәсәбәттәрҙе генә индерә.
Ғиниәт ҠУНАФИН,
профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.
(Аҙағы бар).