Түбәләре күккә ашҡан ҡаяташ21.07.2015
Түбәләре күккә ашҡан ҡаяташ Башҡортостандың халыҡ шағиры
Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына – 135 йыл


Тормоштағы һәр бер сағыштырыу аҡһай тиһәк тә, ундағы күренештәрҙең, хәл-ваҡиғаларҙың тәбиғәте, ҡиммәте һәм һиммәте тап сағыштырыуҙар аша асығыраҡ күҙ алдына баҫыусан һәм билдәләнеүсән. Был — йәшәйештең ябай, әммә мәңгелек бер хәҡиҡәте. Ҡәҙимге тормошта кешенең булмышын, эшмәкәрлеге асылын тәбиғәт күренештәре менән сағыштырып ҡарау һәм баһалау айырыуса ныҡ таралған, үҙенә бер ғәҙәти күренешкә әүерелгән. Күрәһең, был хәл кешенең ижтимағи зат ҡына түгел, тәбиғәт балаһы ла булыуына, һәләт-талант ҡеүәһенең иң элек ана шул тәбиғәттән килгәнлегенә бәйлелер.

Рухи тормошобоҙ тарихында юйыл­маҫ эҙ ҡал­дыр­ған оло әҙип Мә­жит Ғафури ижады хаҡында уйлан­ғанда, үҙем дә һиҙмәҫтән уны тү­бә­ләре күккә ашҡан ҡаяташҡа оҡ­шатып ҡуйҙым. Тәбиғәттең ғәжәйеп был бүләге, бер яҡтан ҡараһаң, үҙе­нең олпатлығы, мәғрур­лығы менән Ер-әсәнең мәңгелек булыуын раҫ­лап, кешенең уй-хистәрен һалмаҡ­ландыра, тыныс­ландыра төшә, икен­се яҡтан, ғорурлыҡ тойғоһо уята, өсөн­сөнән, матурлығы менән һоҡ­ландыра, илһамландыра, дүр­тен­се­нән, болоттарға ашҡан текә бе­йек­леге менән шомландыра, өҫкә ауып китерҙәй тойола, алыҫта­ны­раҡ күҙ һалһаң инде, башҡа тау-ҡаялар теҙеме ара­һында ул тағы ла мө­һабәтерәк, матурыраҡ күренә. Ҡыҙ­ға­нысҡа ҡаршы, кеше тәбиғәттең һоҡ­ландырыр­лыҡ та, ғорур­лан­дырырлыҡ та, илһамландырырлыҡ та, тынысландырырлыҡ та, шом­ландырырлыҡ та, шатлан­дырырлыҡ та был ғәжәйеп серле күренешен бер юлы, бер мәлдә генә бөтә яҡлап байҡай, тулыһынса күҙ алдына баҫтыра алмай. Шуның кеүек, оло талант эйәһе М. Ғафуриҙың бөйөк ижад “ҡаяһын” бер юлы ғына бөтә яҡлап байҡау һәм баһалау мөмкин түгел. Был мә­ҡә­ләлә уның бер генә яғына, хатта бер генә өлөшөнә ентекләберәк күҙ һалып, уның асыл тәбиғәтен үҙебеҙ күрә һәм аңлай алғанса күҙ алдына баҫтырып ҡа­рарға булдыҡ. Һүҙ — шағирҙың ма­нифестацион-публицистик лирикаһы, теүәлерәк әйткәндә, ун­дағы хитап (шиғри мөрәжәғәт) һәм мәктүб (шиғри хат) жанрҙарына ҡа­раған әҫәрҙәре тураһында. Әлбиттә, бында ентекле күҙәтеүҙәргә төшөп китмәҫтән, был типтағы шиғриәт­тең тәбиғәте, төп сифат-һыҙаттары хаҡында әйтеп үтеү кәрәк булыр.
Халыҡ тормошоноң һынылышлы тарихи осоронда әҙәбиәттең, айырыуса уның поэтик төрөнөң граж­данлыҡ рухы, публицистик йөҙө һәр саҡ көсәйеүсән. Әйтәйек, башҡорт ижтимағи мөхитендә мәғрифәт­селек, артабан революцион-демократик идеялар ныҡлап тамыр йәйгән, йәмғиәт тәртиптәрен үҙгәртеп ҡороу өсөн көрәш әүҙемләшкән йылдарҙа, йәғни XIX быуаттың икенсе яртыһы — ХХ быуаттың баштарын­да, шағирҙарыбыҙҙың барыһы ла тиерлек шундай ха­рактерҙағы әҫәрҙәр ижад итте. Уларҙа авторҙар үҙ­ҙәренең хис-тойғоһо тураһында уйланыу­сы сифатында ғына түгел, ә тормоштоң заманы өсөн дөйө­мө­рәк һәм мөһимерәк булған проблемалары, темалары хаҡында фекер йөрөтөүсе, социаль төркөм­дәрҙең, синыфтарҙың, ҡайһы бер осраҡта халыҡтың, хатта бөтә кешелектең уй-ҡарашын, кәйефен һәм теләк-ынтылышын туранан-тура сағылдырыусы ролен­дә лә сығыш яһаны. Бындай осраҡта әҫәрҙәрҙә “лирик герой” төшөнсәһенең мәғәнәүи роле, мөмкинлектәре киңәйә, шағирҙарҙың үҙ исеменән генә түгел, бәлки халыҡтың төрлө ҡатламы вәкиле булараҡ сығыш яһауы арҡа­һын­да, уларҙа “мин”гә алмашҡа йыш ҡына “беҙ” килә, авторҙың уй-фекерен биреү формаһы бөтөнләй асыҡ характер ала, “фекер лирикаһы” “хис-тойғолар лири­каһы” өҫтөнән бермә-бер өҫтөнлөк итә (миҫалға Э. По­тьеның “Интернационал”, М. Аҡмул­ланың “Баш­ҡорт­тарым, уҡыу кәрәк!”, М. Ғафуриҙың “Ҡыҙыл байраҡ”, Ш. Ба­­бич­тың “Большевиктар менән килешеү туралы баш­ҡорт халҡына көйлө хитап” әҫәрҙәрен иҫкә төшөрөү ҙә етә).
Уларҙың һәр ҡайһыһы – торғаны бер ялан­ғас­ланған нерв, осорҙоң төрлө проблемаларына һәм хәл-ва­ҡиғаларына ҡарата үҙ уй-фекереңде, мөнә­сә­бәтеңде (хуплаусы йә кире ҡағыусы, нәфрәтле йә көлөп ҡа­раусы) асыҡтан-асыҡ манифестациялау сығанағы. Улар тормошҡа, үҙ заманына ҡарата әүҙем мөнә­сә­бәттә булған шағир-граждан, шағир-көрәш­се ҡараш­тарының һәм кисерештәренең тулы бер донъяһын тәшкил итерҙәй тәрән һәм көсөргәнешле уй-фекерҙәр һәм тойғолар менән һуғарылған.
Бындай әҫәрҙәрҙең күбеһе үҙ алдыңа уҡып улты­рыуға ҡарағанда ниндәй ҙә булһа аудитория алдында башҡарыу, уй-фекерҙәрҙе һәм тойғоларҙы мөмкин тиклем киң ҡатлам халыҡҡа асыҡтан-асыҡ еткереү өсөн тәғәйенләнгән. Уларҙа эмо­циональ күтәреүсе (тантаналы-романтик, героик) йә иһә түбә­нәй­теүсе (ироник-сатирик, юмо­ристик), шулай уҡ драматик (идея йә­һә­тенән уның раҫлау йә кире ҡағыу йү­нә­лешендә булыуы мөмкин) ха­рак­терҙағы бәйәнләүсе, хә­бәр-мәғ­лүмәт биреүсе монолог менән күңелде уя­тып ебә­рерҙәй инан­дырғыс агитация һәм дидактика, “сәнскеле” өгөт-нә­сихәт харак­те­рындағы монолог аралашып килә. Уй-фекерҙәрҙе асыҡ­­тан-асыҡ биреүҙең бындай поэтик формаһын беҙ лирик ме­дитацияның ма­нифестацион-публицистик тибы (төрө) тип атай алыр инек.
Гражданлыҡ хисе, инанғанлыҡ ялҡыны, әйҙәү һәм шелтәләү ҡо­мары, дәлилле уй-фекерҙәр гам­маһы ме­нән һуғарылған хитап һәм мәктүбтәрендә Мәжит Ғафури үҙен иң беренсе сиратта халҡының мә­ҙәни һәм аң-белем кимәлен күтәреү өсөн көрәшеүсе итеп күрһәтте. Ул уҡыу-уҡытыу системаһын демократлаштырыу, ҡыҙ балаларға ла аң-белем биреү, урыҫ телен һәм әҙә­биәтен уҡытыу, алдынғы Европа мәҙәниәтен һәм технологияһын үҙ­ләштереү, донъяуи фәндәр нигеҙ­ҙәре менән танышыу идеяһын алға һөрҙө, дини фанатизмға, ҡәҙим­селеккә һәм милли сикләнгәнлеккә ҡаршы сыҡты, халыҡтар тиңлегенә һәм дуҫлығына дан йырланы. Уның “Ғилем” (1902), “Вә иннә миннә әл-шиғыр әл-хикмәт” (1902-1903), “Башҡа мәмләкәттәрҙә мосол­мандарҙың хәле” (1904), “Тәрәҡҡи” (1905), “Ав­рупа-Азия” (1906) һәм башҡа хитаптарында улар айырыу­са асыҡ күҙгә ташлана. Был шиғри мө­рә­жәғәт­тәрҙең авторы йәмғиәттәге социаль ҡаршылыҡтарҙың тәбиғәтен асыҡлауҙан алыҫ әле. Ул милли-мәҙәни хәрәкәт идеяһына йүнәлеш тотто. Уның саҡырыу-өндәүҙәре, нигеҙҙә, дөйөм граждандар азатлығы тураһындағы иллюзиялар менән туҡ­ланды. Йәмғиәт үҫешенең төп йү­нәлешен шағир фәндәге, мә­­ҙәниәттәге, мәғарифта­ғы һәм әхлаҡи прогреста күрҙе. Шундай позициянан сығып, ул ысын кешенең асылы матди бай­лығы менән түгел, ә бөтә­һенән дә алда аң-белеме, мәҙәни ки­мәле, әхлаҡи йөҙө менән билдәләнә тигән принципты күтәреп сығып, шуны ихлас яҡланы. Милли берҙәмлек (“Фир­ҡә-фирҡә” (төркөм, партия) булыу беҙгә ниңә кәрәк?.. Ҡара-ҡаршы сәпләшеү (уҡ атышыу) ниңә кәрәк?”), ҡатын-ҡыҙ азатлығы, әх­лаҡи тәрбиә идеяһын пропагандалау, реформа аша прогресҡа ки­лергә, йәмғиәт тормошон, “авру­па­лаш­тырырға” өндәү, азатлыҡты һәм ҡәҙимселекте тәнҡитләү – бына уның хитаптарының төп мотивтары. Мәҫә­лән, “Ғилем” тигән әҫәрендә ул Аҡ­мул­ласа тапҡыр назым менән ҡан-ҡәр­ҙәштәрен аң-белемгә, һөнәргә, мәҙәнилеккә һәм әхлаҡи камиллыҡҡа өндәй:
Ғилемдең ҡәҙерен бел, хасил булһа,
Һәр нәмә ҡиммәт була, аҫыл булһа.
Ғилемдең өҫтөнә һөнәр кәрәк,
Емештең файҙаһы аҙ, йәшел булһа...
Мәҙәниәт йәҙитсә төҙөп майҙан,
Майҙанға сығырға һин дә һайлан!
Шағир һөнәр, ғилемгә эйә булмайынса, “муйын һоноп”, “аҙып-туҙып”, “фәҡирлеккә дусар булып”, ”мә­жеп-һулып” йөрөүселәрҙе аяуһыҙ тәнҡитләй. Шулай ул фәҡирлектең сәбәптәрен йәмғиәт ҡоролошонан, социаль шарттарҙан түгел, ә бары кешенең үҙенән, уның белемһеҙлегенән, һөнәрһеҙлегенән күрә, халыҡты туранан-тура өндәүгә, дидактикаға төшөп китә:
Һәр төрлө газеталар беҙ алайыҡ,
Һәр төрлө милли роман беҙ ҡарайыҡ...
Һәр төрлө әҙәп фәнен беҙ ҡарайыҡ,
Һәр ғилемдән дәресте беҙ алайыҡ.
Үҙенең өндәү-саҡырыуҙарында, өгөт-нәсихәттә­рен­дә шағир һәр саҡта ла яңғырауыҡлы лозунгтар, яланғас риторика менән эш итмәй, ә мәҙәнилек, аң-белемлелек идеалын конкрет образдарҙа, образ-детал­дәр­ҙә сағылдырырға тырыша. М. Аҡмулла, М. Өмөт­баев традицияларын үҫтереп, ул яңылыҡ өсөн көрәшеү­сенең үҙенсәлекле дөйөмләштерелгән образын тыу­ҙыра. Әгәр ҙә М. Аҡмулла менән М. Өмөт­баевта ул айырым шәхестәр, әйтәйек, ғалим-мәғ­ри­фәтсе Мәржәни, Биҡсурин, Баязитов, Гаспран­скийҙар булһа, М. Ғафуриҙа – ҙур Рәсәй йә иһә бөтә Европа ҡитғаһы.
“Һис бер батыр ҡаршы тора алмаған” был “бәһле­үән­дәр” образын тыуҙырғанда шағир йыш ҡына ҡапма-ҡаршы ҡуйыу алымына мөрәжәғәт итә. Әйтәйек, әгәр ҙә үҙ ваҡытында М. Аҡмулла үҙенең идеаль геройын наҙан, әхлаҡи йәһәттән түбән типтар фонында тас­уирлаған булһа, М. Ғафуриҙа иһә халыҡ масса­һында аң-белем түбәнлегенең тәбиғи булмауын, анахронизм икәнлеген Көнбайыш цивилизацияһы мә­ҙә­ниәте һәм фәнни-техник прогресы менән сағыштырып ҡарау ерлегендә күрһәтеп бирергә ынтылыу өҫтөнлөк итә.
1917–1918 йылдарҙағы яңы тормош төҙөү өсөн барған киҫкен көрәш ваҡиғалары хитап жанрының проб­лематик даирәһен, идея-тематик диа­пазонын тағы ла нығыраҡ ки­ңәйтә төштө. М. Ғафуриҙың был осор­ҙа халыҡҡа туранан-тура мөрәжәғәт итеү формаһында яҙылған “Ҡурҡмағыҙ!”, “Бөтһөн һуғыш”, “Ирекле көндәр” кеүек әҫәрҙәрендә азатлыҡ өсөн көрәш мәсьәләһе мәғариф, мәҙәниәт, ҡатын-ҡыҙ азат­лығы проблемаларына ҡарағанда ла киҫкенерәк ҡуйылды. Азатлыҡтың килеүен шағир бөтә тауышына сәләмләп ҡаршы алды, халыҡтың прогрессив ынтылыштарына, дәрт-илһамына дан йырланы, уны ғәҙел булмаған, ҡан ҡойғос империалистик һуғышты туҡ­татыу, үҙен күп быуаттар буйына барған социаль һәм милли-колониаль иҙеү тоҙағынан ҡотҡарыу өсөн аҙаҡҡаса көрәшергә саҡырҙы.
Манифестацион-публицистик лириканың төп жанр­ҙарының береһе — мәктүб. Уның әүҙем үҫеүе әҙә­би­әттә мәғрифәтселек, ә артабан рево­люци­он-демократик идеялар ныҡ сағылыш тапҡан осорҙа, кеше шәхесенә иғтибар артҡан, уларҙың синыфтан тыш ҡиммәте, тәбиғи тигеҙлеге хаҡындағы мәғрифәтсел тезисты яҡлау көсәйгән осорҙа күҙәтелә. Был замандың идеалы булып көрәшсе һәм ижадсы граждан, ысын патриот тора. Кешегә яңыса ҡараш ташлау, уның тормоштағы ролен яңыса аңлау һәм аңлатыу, ысын­бар­лыҡҡа, ижтимағи мөхиткә яңыса мөнәсәбәт әҙип­тәрҙән идеяларҙы мөмкин тиклем аңлайышлы һәм йоғонтоло бирерҙәй поэтик формаларҙы һәм һүрәтләү сараларын эҙләүҙе талап итте. Айырым субъектҡа йүнәлтелгән хат-мәктүб ана шундай формаларҙың береһе лә инде.
Әгәр ҙә бығаса М. Аҡмулла мәктүб жанрына социаль һәм сатирик яңғыраш биреүгә өлгәшһә, ХХ быуат башында Ш. Бабич, С. Яҡшығолов, Ғ. Хоҙаяров, айырыуса М. Ғафури уға социаль-публицистик төҫ бирҙе. Уның ижади эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә был жанр тематикаһы һәм проблематикаһы, стиль үҙенсәлек­тәре менән тағы ла күп яҡлыраҡ була төштө. Үҙенең мәктүбтәрен шағир көнүҙәк йөкмәтке, хаким синыф­тарҙы, уларҙың әхлағын, иҫке тәртиптәрҙе, ғөрөф-ғә­ҙәттәрҙе, наҙанлыҡты һәм мәҙәниһеҙлекте тән­ҡит­ләү, кешеләр һәм халыҡтар тигеҙлеген һәм азатлығын теләү рухы менән шундай итеп һуғара, хатта ул ҡулланған иҫке поэтик формалар, һүрәтләү алымдары яңыса яңғыраш, яңы мәғәнә ала, уҡыусы алдында яңы яҡтары менән асыла. Шағир кешеләрҙә уларҙың тәбиғәтенә үк һалынған эш итеү һәм үҙгәртеп ҡороу ҡомарын уятырға ынтыла. Ул һәр кемдә нимәлер барлыҡҡа килтереү теләге, йәмғиәүи төҙөлөшкә ынтылыу теләге йәшеренеүенә ышана, балаларҙан алып ир-ҡатындарға тиклем мөрәжәғәт итеп, уларҙа ошо теләк-ынтылышты уятып ебәрергә тырыша. Уның аң­лауынса, кеше үҙендә ике төрлө асылды һаҡлай: бер яҡтан, үҙенә һалынған мөмкинлектәре менән ул бөйөк һәм әһәмиәтле, әммә, икенсе яҡтан, ижтимағи ысын­барлыҡ, баҫып торған ауыр тормош шарттары уны бәләкәй һәм әһәмиәтһеҙ яһай. Ләкин ана шул “мөхит”, “шарт” төшөнсәләренә шағир кеше характерын фор­малаштырыуға туранан-тура булышлыҡ итеү­се өҫ­ҡорма күренештәрен – уҡыу-уҡытыу системаһын, ғаилә тормошон, кешеләр араһындағы әхлаҡи-этик мөнәсәбәттәрҙе генә индерә.
Ғиниәт ҠУНАФИН,
профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.

(Аҙағы бар).


Вернуться назад