Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухыбыҙ тип һыҙланып...
Рухыбыҙ тип һыҙланып...Мәүлит Ямалетдиндың “Гүзәллек донъяһы” тигән мәҡәләһе («Башҡортостан», 2015 йыл, 15 май), моғайын, күптәрҙең иғтибарын йәлеп иткәндер. Авторҙың, үҙ ижад юлын ҡайта-ҡайта барлап, әҫәрҙәрен талапсан баһалауы, өлкән ҡәләмдәштәренең заманында ҡулъяҙмаларына хаҡлы баһа биреүенә рәхмәтле булыуы, талантҡа ла төплө белемдең, дөйөм мәҙәни кимәлдең ни тиклем кәрәкле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыуы, үҙенең иһә был йүнәлештә ныҡышмал эшләүе һәм эҙләнеүҙәре йәштәр өсөн генә түгел, инде танылған әҙиптәр өсөн дә бик фәһемле тигән фекергә киләһең. Уйландыра, уйланырға мәжбүр итә әҙип рухиәт, әҙәбиәт донъяһына битараф булмағандарҙы. Әсенешле һығымталарға килеүе менән дә уйландыра.


Һүҙ юҡ: әҙәбиәт донъяһының артҡы ишеге лә, алғыһы ла шаран-яран асыҡ торорға тейеш түгелдер, әлбиттә. Әммә әҙәбиәт кимәлен келәләр-биктәр менән генә күтәреп буламы икән? Биге­рәк тә беҙҙең заманда. Әҙәбиәт торошо ла, әҙиптәр яҙмы­шы ла, тулайым алғанда, йәмғиәттә хө­көм һөргән рухи ҡиммәттәргә, һүҙ менән эштең яраша алыу-алмауына, күпселек аңлаған ғәҙел­лектең тантана итеү-итмәүенә ныҡ бәйле, үҙ-ара улар тығыҙ мө­нәсәбәтле. Шул 60-сы йыл­дарҙа тиҙҙән коммунизмда йәшә­йә­сәк­беҙ тип йырламанымы ни шағир­ҙар? Инанып йырлаһалар әле бер хәл, ә эштең ҡайҙа барғанын белә-күрә йөрөүсе ике йөҙлөләр хаҡында ни әйтерһең?! Әлбиттә, мөмкинлектәр сикләнгән, әммә шундай шарттарҙа ла: “Ни мәғәнә дөрөҫ һүҙ әйтеү­ҙән, дөрөҫ һүҙең әгәр һуңлаһа”, — тип мәлендә үҙ һүҙен әйтә алды бит Рәми ағай.
Йәнә лә шуныһы — ул заманда сиклән­гәнлек ҡамасаулаһа, бөгөн нимә ҡама­саулай һуң? Граж­данлыҡ позицияңдың ныҡлы булыуы ҡай заманда ла кәрәк бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Һин миңә, мин һиңә” принцибы кисә лә насар йәшәмәне, бөгөн дә, иртәгә лә үҙенең емергес эшен баш­ҡарасаҡ әле. Был уртасаларҙың төп принцибы, йәшәү рәүеше. Уртасалар һәр осорҙа ла күпселекте тәшкил итә. Бөгөнгө кеүек боларыңҡы заманда, ҡиблалар алышын­ған, ысын мәғәнәһендәге ҡиммәттәр осһоҙ­ланған дәүерҙә уларҙың уғата әрһеҙләшеп китеүе, бер-ике күҙгә күренерҙәй әҫәре менән (һуҡыр тауыҡ та ара-тирә ем таба) осоноп китеүе ғәҙәти күренешкә әйләнде. Талапсан, ғәҙел әҙәби тәнҡит булғанда проблема ул тиклем үк ҡатмарланмаҫ та ине, бәлки. Әммә күпселекте тәшкил иткән уртасалар ғәҙел тәнҡиттән, шайтан изге доғаны нисек күтәрә алмаһа, шулай уҡ ҡурҡа. Улар үҙҙәренең уртаса ғына әҫәрен күккә күтәреүсе тәнҡитсегә мохтаж.
(Тәнҡитсе тип яҙҙым да туҡтала биреп ҡалдым: бындай ҡәләм әһеленең үҙ исеме бар ҙа инде. Халыҡ ундайҙарҙы “ялағай” тип белә). Сөнки ул үҙенең уртаса икән­леген яҡшы белә, үҙе һымаҡтар менән быуа быуырлыҡ булыуын да аруҡ самалай — шуға уларҙан бер илегә генә булһа ла юғарыраҡ күренергә ынтыла.
Үҫешкән, төплө тәнҡит булғанда кемдең кемлеге асығыраҡ күренер, сейле-бешле әҫәрҙәр даръяһы ла һайыға төшөр ине. Ләкин был ҡоро теләк кенә шул. Сөнки ундай тәнҡиткә ике йөҙ иллеләп әҙиптең ундан бер өлөшө, йәғни ике тиҫтәләбе генә мохтаж тиһәк, ни әйтерһең?! Айырата үке­несе шунда: был нисбәт Яҙыусылар союзы­ның идара ағзаларына ла, редакцияларҙа, нәшриәттә, уҡыу йорттарында эшләп йөрөү­се ҡәләмдәштәргә лә туранан-тура ҡағыла. “Ундан берәү” нисбәте менән таныш­ҡас, кемдер “Һин инде бигерәк!” тиеүе бар. Әммә айыҡ ҡына фекер йөрөткәндә шулай килеп сыға шул. Унан килеп шуныһы ла бар бит әле: утыҙ-ҡырҡ йыл элгәре матур ғына ижад өлгөләре биргән бәғзе берәүҙәрҙең бөгөн телгә алырҙай әҫәре юҡ, әммә дөйөм әҙәби процесс арбаһының дилбегәһенә ҡушҡуллап йәбешкән.
Уртасаларҙың, уртасалыҡтың күпсе­лек­те тәшкил итеүе тәбиғиҙер ҙә ул. Бәлә уртасаларҙың күп булыуында ла түгел. Төп бәлә уртасаларҙың өҫтөнлөк алып, урта­ҡулдарҙың әҙәби процесҡа идара итә алыуҙарында, үҙ ҡиммәттәрен йәмәғәтсе­лек фекере тип тәҡдим итеүҙәрендә.
Төптәнерәк уйлаһаҡ, бөгөнгө көрсөк тигәнебеҙҙең тамырҙарының да күбеһенсә кешенең тәбиғәтенә, кешелек сифаттарына, рух кимәленә бәйле икәнлеге, көр­сөккә тап ана шул рухи бөтөнлөк булмауы арҡаһында килеп юлығыуыбыҙ асыҡланыр ине. Көндәлек тормоштан, үткәндән һәр осраҡта ла тейешенсә һабаҡ алабыҙ, тупланған тәжрибәне кәрәгенсә файҙалана беләбеҙ тип әйтеүе ҡыйын. Әгәр ҙә прогресты фәнни-техник үҫешкә генә ҡайтарып ҡалдырмаһаҡ, уны тәү сиратта рухиәт үҫеше, әхлаҡи камиллыҡ менән бәйләһәк, уйланаһы, борсолаһы күренештәр бихисап. Һәр ҡырҡылған башы урынына йәнә әллә нисәмәһе үҫкән ун ике башлы аждаһанан да былайыраҡ коррупция менән ни ҡы­лыр­ға? (Сицилия мафияһының 250 йыл эсендә үткән юлын Рәсәй мафияһы 25 йылда үтеп, үҙенә хәҙер махсус кадрҙарҙы юғары уҡыу йорттарында әҙерләй!) Туғыҙынсы вал булып өҫкә менеп килгән глобализация­һына нисек ҡаршы торорға? Башлыса үҙләштереүгә генә йөҙ тотҡан йәмғиәттә ни эшләргә, нисек йәшәргә? Йыш ҡына: “Кешелек ҡайһылыр бер тарихи дәүерҙә хата йүнәлештән китмәнеме икән?” – тигән хафалы шиктәр ҙә күңелде тырнай...
Әҙәбиәт ана шул хаҡта уйландырырға тейеш бит. Һүҙ ҙә юҡ – алдынғы әҙәбиәт, тотош кешелеккә хеҙмәт итеүсе әҙәбиәт матурлыҡты, бигерәк тә кешелек сифатта­рының бөйөклөгөн, ка­миллыҡҡа ынтылышын аса, ке­шеләрсә мөнәсәбәттәрҙең һоҡ­ланғыс булыуына инандыра. Йәғни ниндәй осор, ниндәй ижти­мағи-иҡтисади системаныҡы, ниндәй милләттеке булыуына ҡарамаҫтан, ул кешенең күңел матурлығын данлауҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Изгелек менән яуызлыҡтың мәңгелек көрәшен оптимистик рухта тасуирлай. Ошо юҫыҡта бөйөк халыҡтың ижади фан­тазияһы, образлы фекерләүе, зирәк аҡылы тыуҙырған гениаль образ – Урал батырҙың үлеме генә лә үлемһеҙлеккә дан йырлау булып ҡабул ителә.
Рухи яҡтан ныҡлы, һау-сәләмәт милләт кенә, һан яғынан күпме булыуына ҡара­маҫтан, төрлө катаклизмдарға, ижтимағи-иҡтисади һәләкәттәргә бирешә һалып бармай, иң сетерекле, иң ҡатмарлы проб­лемалар ҙа иртәме-һуңмы – барыбер хәл ителә.
Милли рух кимәле иһә, тәү сиратта, телдә, һүҙҙә сағылыш таба. Шуғалыр ҙа һүҙ маһирлығы, образлы тел ҡан замандарҙан алып бик юғары баһаланған. Әле лә шулай. Ил яҙмышын хәл итеүҙә сәсәндәрҙең ниндәй роль уйнауын, ниндәй дәрәжәгә эйә булыуҙары хаҡында Ғәлим Хисамов бик ентекле итеп яҙып сыҡҡайны. Башлы ил хужалары телдең ниндәй көскә эйә булыуҙарын яҡшы аңлап эш иткән шул.
Бына Сыңғыҙ Айытматов. Бер уйлаһаң, уның ҡырғыҙлығы онотола, йәғни милләте ул тиклем үк мөһим түгел: дөйөм кешелек өсөн көнүҙәк булған проблемалар күтәрә, кешене кеше итеүсе сифаттарҙы ҡалҡытып күрһәтә... Икенсе яҡлап ҡараһаң, ҡырғыҙҙы яраттыра, яҡын итә, хөрмәт, ихтирам той­ғоһо тыуҙыра. Еҙегәй, мәҫәлән (“Быуаттан да оҙон көн”. Ә Мөхтәр Әүәзов? Уның “Абай”ына торошло, энциклопедик ҡолас­лы, милли колоритлы эпопея бармы беҙҙә? Әл­биттә, бындай са­ғыш­тырыуҙар юлынан китһәк, юҡтан күбе беҙҙә икән ул, тип аптырап та ҡалыуыбыҙ ихтимал. Шуға булғанын тәүҙә тәғәйен баһаларға өйрәнергә кәрәк­тер.
ХХ быуат башы баш­ҡорт донъяһын ҡайһылай ылыҡтырғыс та, мауыҡ­тырғыс та тасуирланы Һәҙиә Дәүләтшина менән Зәй­нәб Биишева. Төрки донъяһында ҡатын-ҡыҙ­ҙар араһынан улар менән йәнәш ҡу­йырҙай әҙибәне табыуы ла ҡыйын. Йәнәшәлек тигәндән, 1930 йылдар әҙә­биә­тен бар­лағанда Дауыт Юлтыйҙың “Ҡан” романын Анри Барбюстың (1873 — 1935) “Ут”ы менән сағыштырып булыр ине. Мос­тай Кәримдең Әжмәғоло иһә (“Ҡыҙ урлау”) Ромен Ролландың (1866 – 1944) Кола Брюньонынан кәм түгел, ә Тәңкәбикәһе донъя әҙәбиәтенең иң юғары үлсәмдәренә ҡуйырлыҡ.
Мәүлит Ямалетдин билдәләүенсә, Көн­байыш әҙәбиәтенән генә түгел, Көнсығыш­тыҡынан да, ғөмүмән, донъя әҙәбиәтенән хәбәрҙар булыу мотлаҡ, әлбиттә. Тик был үҙмаҡсат түгел. Беҙҙе белмәйҙәр, таны­май­ҙар, һанламайҙар тип түгел, ә беҙ башҡа­ларҙы белмәйбеҙ тип әсенеү урын­лы­раҡтыр. Башҡаларҙы белеү иһә, тәү сиратта, үҙебеҙҙе нығыраҡ аңлау өсөн кәрәк, кешелек цивилизацияһында, донъя мәҙәниәтендә үҙебеҙҙең тотҡан урыныбыҙ­ҙы, бурысыбыҙҙы, маҡсаттарыбыҙҙы аңлау мөһимерәк беҙгә. Ә һуҡырҙарса эйәреүҙең, эпигонлыҡтың ниндәй эҙемтәләргә килте­реүе бик яҡшы билдәле.
Донъя кимәлендә танылыу алыу әлеге лә баяғы тотош кимәлебеҙгә бәйле. Һүҙ ҙә юҡ, айырым таланттар торғаны бер мөғжи­зә – әҙәм эшләй алмаҫтай хәлдә лә үлем­һеҙ әҫәрҙәр ижад итә. Һәҙиә Дәүләтшина, мәҫәлән, “Ырғыҙ”ҙы рухи һәм матди ҡы­ҫынҡылыҡтарҙа яҙа. Әгәр ҙә уға Лев Толстой шарттары тыуҙырылған булһа, ниҙәр ҡалдырыр ине?!.
Күптәребеҙҙең алтын ваҡытын икмәк эшләү, ғаилә ҡарау, ыбыр-сыбыр мәшәҡәт­тәр ала. Шағир әйткәнсә, “Шул үҙе тормош бит инде” тиеү генә еңеллек килтерә алмай. Зәйнәб Биишеваның “ижади мөхитен” бына нисек тасуирлай Һылыубикә исемле ҡатын: “Бынауы Ғибаҙулла ағайыңдың, Йәмилә апайыңдың өсәр-дүртәр балаһы алмаш-тилмәш айлап-йыллап һинең өҫтә икән дәһә... Үҙең йонсоп, арыҡланыуҙың сигенә сығып бөткәнһең... Китһәң – эш, ҡайтһаң – эш... Өс ир бала, инвалид ир ҡарайһың, ғүмер буйы Хафаса апайыңды аҫрайһың, шуның өҫтәүенә туп-тулы туған-тыумаса... Үҙ ауыҙыңа аш та теймәй ҙә баһа!..” (Зәйнәб Биишева. Әҫәрҙәр. V томда. 5-се том. Өфө, 2007. 247-се бит).
Эйе, ижад кешеһе мөғжизәләргә һәләт­ле. Әммә шарттар, дөйөм кимәл үҙенекен итә барыбер. Мостай Кәримдең көндәлек­тәрендә бик фәһемле юлдар бар: “11.VIII.97... 19 – 20 йәшендә өлгөрөп еткән Ромен Роллан тау-тау бөйөк китаптар ижад иткән... Мине әйҙәп торорлоҡ ижади, рухи, интеллектуаль мөхит етерлек булмаған. Егерме йәшемә тиклем мин ни күрҙем? Нимә менән мауыҡтым, ниндәй маҡсаттар ҡуйҙым алдыма?.. Ромен 21 йәшендә француздың бөйөк композиторы Сен-Сансҡа шаҡ ҡатырлыҡ хат яҙа. Сәнғәт, сәйәсәт, гуманистик принциптар тураһын­да, сәнғәттең /музыканың/ интернациональ йөкмәткеһе хаҡында тәрән фекер йөрөтә... Ҙур музыканттар, артистар, рәссамдар менән аралаша... Ә мин 20 йәшемдә тәү тапҡыр опера тыңланым. Эсем бошто, тәмен дә, йәмен дә тапманым. Сөнки наҙанмын...” (“Ағиҙел”, 2009, N 10, 24-се бит).
Эйе, шағирмын тигән шағир ҡанундарға һыймай ҙа, яраҡлаша ла алмай (яраҡ­лаш­һа, шағирлығын юғалтасаҡ): агрономияның ни икәнен белмәйенсә лә мәңге һулымаҫ рауза гөлдәрен үҫтереүгә һәләтле. Унан айырмалы рәүештә профессиональ тәнҡит­сегә, ни тиклем оло талант эйәһе булыуына ҡара­маҫ­тан, донъя әҙәбиәтенән хәбәрҙар булыу мотлаҡ!
Ҡыҫҡаһы, әҙәби тәнҡит – үҙенә фанатиктарса бирелеүҙе талап иткән өлкә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында бөгөнгө әҙәби тәнҡит менән шөғөлләнгән махсус бүлек кәрәк тип сығыш та яһағайным бер. Ҡыҙғаныс, был тәҡдимгә бәйле хатта аралашып йөрөгән ҡәләмдәштәр ҙә бер ни әйтмәне. Был да уйландыра.
Ҡыуаныслы күренештәр ҙә бар, әлбиттә. Обойма рәүешендә түгел, ә юғары талап­тарҙан сығып тотош исемлек төҙөп булыр ине. Мәҫәлән, һәр әҫәре көтөп алынған Талха Ғиниәтуллин ижадына тулайым баһа ла бирелмәгән әле. Ә ул – башҡорт әҙәбиә­тенең ғорурлығы, замандаш урыҫ классиктары менән йәнәш торорҙай әҙип.
Йәки Гөлсирә Ғиззәтуллинаның ижады. Ул бер үк теманы төрлө алымдар ярҙамын­да асырға ынтыла. Мәҫәлән, “Выждан сире” хикәйәһендә ауырыу йәмғиәтте йыһан эйә­һенең техникаһы менән дауалап ҡара­һа­лар, “Мираҫ”та эскелектең сигенә етеп ауырыуға әйләнгән Солтан, бары дауаха­наға эләгеп, үткән тормошоноң мәғәнәһеҙ ҙә, үкенесле лә булыуын аңлап, исмаһам, ҡалған ғүмерен әҙәмсә йәшәргә ҡарар итә. “Өс көнлөк донъя”ла Ишморат бындай йәшәү рәүешен ҡабул итә алмай. Рәнйеп, әсенеп, был донъяны үҙ теләге менән ҡалдыра. Унда Сыңғыҙ Айтматовтың “Аҡ пароход”ындағы малай образы менән ауаздашлыҡ бар.
Фантастик йүнәлештә Фәниҙә Исхаҡо­ваның, Әхмәр Үтәбайҙың эҙләнеүҙәрен хупларға кәрәк. Фәрзәнә Аҡбулатованың әҫәрҙәре лә уйландырырлыҡ кимәлдә.
Шиғриәттә, төпкә егелеп, емешле ижад иткәндәрҙән Факиһа Туғыҙбаева, Тамара Ғәниева, Мәүлит Ямалетдин, Йомабикә Ильясоваларҙы атап булыр ине.
Драматургияла Наил Ғәйетбай ҡыйыу рәүештә үҙ юлын яра. Уның драматургия мәктәбен булдырыуға бәйле эшмәкәрлеге лә маҡтауға лайыҡ. Тик һуңыраҡ осорғо әҫәрҙәрендә көлдөрөүҙе генә үҙмаҡсатҡа әйләндергеләүе һағайта.
Эйе, күпмелер дәрәжәлә төр­лө­лөккә ынтылыусылар бар. Әм­мә хикмәт шунда: йәмғиәт уҙған быуат аҙағындағынан ныҡ айы­рыл­һа ла, беҙ (әҙиптәр ҙә, уҡыусылар ҙа) элекке ҡараш­тарҙан арынмағанбыҙ. Әҙәби процесс дөйөмләштерелмәй, ә бит уны фәлсәфәүи йәһәттән дә өйрәнеү-тик­шереү ихтыяжы үҙен ныҡ һиҙҙерә. Һәр әҙип үҙенә күрә философ. Ошоно күҙ уңында тотоп, әҙәбиәт буйынса профессиональ философтың баһаларына мохтажбыҙ.
Төп бәлә шунда: әҙәби мәҙәниәтебеҙ кимәле бик түбән. Хатта булғанын беҙ иғтибарлай, тейешенсә баһалай, ҡабул итә белмәйбеҙ. Башҡаларҙың етешһеҙлеген тәнҡитләү оҡшай, ә үҙебеҙгә ҡағыла башла­һалар?..
Бөйөк табиптарҙың әйткәне бар: ауы­рыуҙы (боль, болезнь) түгел, кешене, кеше йәнен дауаларға кәрәк. Быуаттар һынауын үткән был фәһемде йәмғиәткә лә күсерергә мөмкин: йәмғиәт тыуҙырған афәт-катак­лизмдарҙы, йәғни эҙемтәләрҙе түгел, ә тәү сиратта сәбәпсене – йәмғиәттең үҙен һауыҡтырырға, рухын нығытырға кәрәк. Әҙипкә, рухиәттең кендек инәһенә, тимәк, ниндәй ҙә ҡатмарлы, иҫ киткес яуаплы миссия йөкмәтелгән. Был – Алланың ҡашҡа тәкәһе булып йөрөү, һайланмыш яҙмышҡа эйәмен тип ҡыланыу түгел, ә донъялыҡта илаһи көс барлығына, ҡасан да булһа уның алдында яуап бирергә тура киләсәгенә инанып, ул ышанып тапшырған утты – талант осҡонон – кешеләргә еткереү юлында ысын мәғәнәһендәге алышҡа сығыу. Тәү сиратта үҙ-үҙең менән, үҙеңдең нәфсең, етешһеҙ­лектәрең, йомшаҡлыҡтарың менән.
Әҙәбиәт кешенең аңына түгел, ә тәү сиратта уның күңеле аша рухи донъяһына мөрәжәғәт итә, намыҫын уята, выжданын ҡуҙғата һәм ҡуҙғыта. Шундай хәҡиҡәтте оноторға ярамай беҙгә: Совет иленең төп ҡаҙаныштары китапты бик юғары баһа­лауҙа, иң күп уҡыған халҡы булыуҙа, уҡып белгәнде тормошҡа ашырырға ынтылыуҙа ине.
Бына ниндәй уйҙарға һалды Мәүлит Ямалетдин сығышы. Ошондай мәҡәләләр, исмаһам, Әҙәбиәт йылында даими сығып торһа икән.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 683

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 062

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 582

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 781

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 608

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 462

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 514

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 422

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 676

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 413

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 577