Мәүлит Ямалетдиндың “Гүзәллек донъяһы” тигән мәҡәләһе («Башҡортостан», 2015 йыл, 15 май), моғайын, күптәрҙең иғтибарын йәлеп иткәндер. Авторҙың, үҙ ижад юлын ҡайта-ҡайта барлап, әҫәрҙәрен талапсан баһалауы, өлкән ҡәләмдәштәренең заманында ҡулъяҙмаларына хаҡлы баһа биреүенә рәхмәтле булыуы, талантҡа ла төплө белемдең, дөйөм мәҙәни кимәлдең ни тиклем кәрәкле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыуы, үҙенең иһә был йүнәлештә ныҡышмал эшләүе һәм эҙләнеүҙәре йәштәр өсөн генә түгел, инде танылған әҙиптәр өсөн дә бик фәһемле тигән фекергә киләһең. Уйландыра, уйланырға мәжбүр итә әҙип рухиәт, әҙәбиәт донъяһына битараф булмағандарҙы. Әсенешле һығымталарға килеүе менән дә уйландыра.Һүҙ юҡ: әҙәбиәт донъяһының артҡы ишеге лә, алғыһы ла шаран-яран асыҡ торорға тейеш түгелдер, әлбиттә. Әммә әҙәбиәт кимәлен келәләр-биктәр менән генә күтәреп буламы икән? Бигерәк тә беҙҙең заманда. Әҙәбиәт торошо ла, әҙиптәр яҙмышы ла, тулайым алғанда, йәмғиәттә хөкөм һөргән рухи ҡиммәттәргә, һүҙ менән эштең яраша алыу-алмауына, күпселек аңлаған ғәҙеллектең тантана итеү-итмәүенә ныҡ бәйле, үҙ-ара улар тығыҙ мөнәсәбәтле. Шул 60-сы йылдарҙа тиҙҙән коммунизмда йәшәйәсәкбеҙ тип йырламанымы ни шағирҙар? Инанып йырлаһалар әле бер хәл, ә эштең ҡайҙа барғанын белә-күрә йөрөүсе ике йөҙлөләр хаҡында ни әйтерһең?! Әлбиттә, мөмкинлектәр сикләнгән, әммә шундай шарттарҙа ла: “Ни мәғәнә дөрөҫ һүҙ әйтеүҙән, дөрөҫ һүҙең әгәр һуңлаһа”, — тип мәлендә үҙ һүҙен әйтә алды бит Рәми ағай.
Йәнә лә шуныһы — ул заманда сикләнгәнлек ҡамасаулаһа, бөгөн нимә ҡамасаулай һуң? Гражданлыҡ позицияңдың ныҡлы булыуы ҡай заманда ла кәрәк бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Һин миңә, мин һиңә” принцибы кисә лә насар йәшәмәне, бөгөн дә, иртәгә лә үҙенең емергес эшен башҡарасаҡ әле. Был уртасаларҙың төп принцибы, йәшәү рәүеше. Уртасалар һәр осорҙа ла күпселекте тәшкил итә. Бөгөнгө кеүек боларыңҡы заманда, ҡиблалар алышынған, ысын мәғәнәһендәге ҡиммәттәр осһоҙланған дәүерҙә уларҙың уғата әрһеҙләшеп китеүе, бер-ике күҙгә күренерҙәй әҫәре менән (һуҡыр тауыҡ та ара-тирә ем таба) осоноп китеүе ғәҙәти күренешкә әйләнде. Талапсан, ғәҙел әҙәби тәнҡит булғанда проблема ул тиклем үк ҡатмарланмаҫ та ине, бәлки. Әммә күпселекте тәшкил иткән уртасалар ғәҙел тәнҡиттән, шайтан изге доғаны нисек күтәрә алмаһа, шулай уҡ ҡурҡа. Улар үҙҙәренең уртаса ғына әҫәрен күккә күтәреүсе тәнҡитсегә мохтаж.
(Тәнҡитсе тип яҙҙым да туҡтала биреп ҡалдым: бындай ҡәләм әһеленең үҙ исеме бар ҙа инде. Халыҡ ундайҙарҙы “ялағай” тип белә). Сөнки ул үҙенең уртаса икәнлеген яҡшы белә, үҙе һымаҡтар менән быуа быуырлыҡ булыуын да аруҡ самалай — шуға уларҙан бер илегә генә булһа ла юғарыраҡ күренергә ынтыла.
Үҫешкән, төплө тәнҡит булғанда кемдең кемлеге асығыраҡ күренер, сейле-бешле әҫәрҙәр даръяһы ла һайыға төшөр ине. Ләкин был ҡоро теләк кенә шул. Сөнки ундай тәнҡиткә ике йөҙ иллеләп әҙиптең ундан бер өлөшө, йәғни ике тиҫтәләбе генә мохтаж тиһәк, ни әйтерһең?! Айырата үкенесе шунда: был нисбәт Яҙыусылар союзының идара ағзаларына ла, редакцияларҙа, нәшриәттә, уҡыу йорттарында эшләп йөрөүсе ҡәләмдәштәргә лә туранан-тура ҡағыла. “Ундан берәү” нисбәте менән танышҡас, кемдер “Һин инде бигерәк!” тиеүе бар. Әммә айыҡ ҡына фекер йөрөткәндә шулай килеп сыға шул. Унан килеп шуныһы ла бар бит әле: утыҙ-ҡырҡ йыл элгәре матур ғына ижад өлгөләре биргән бәғзе берәүҙәрҙең бөгөн телгә алырҙай әҫәре юҡ, әммә дөйөм әҙәби процесс арбаһының дилбегәһенә ҡушҡуллап йәбешкән.
Уртасаларҙың, уртасалыҡтың күпселекте тәшкил итеүе тәбиғиҙер ҙә ул. Бәлә уртасаларҙың күп булыуында ла түгел. Төп бәлә уртасаларҙың өҫтөнлөк алып, уртаҡулдарҙың әҙәби процесҡа идара итә алыуҙарында, үҙ ҡиммәттәрен йәмәғәтселек фекере тип тәҡдим итеүҙәрендә.
Төптәнерәк уйлаһаҡ, бөгөнгө көрсөк тигәнебеҙҙең тамырҙарының да күбеһенсә кешенең тәбиғәтенә, кешелек сифаттарына, рух кимәленә бәйле икәнлеге, көрсөккә тап ана шул рухи бөтөнлөк булмауы арҡаһында килеп юлығыуыбыҙ асыҡланыр ине. Көндәлек тормоштан, үткәндән һәр осраҡта ла тейешенсә һабаҡ алабыҙ, тупланған тәжрибәне кәрәгенсә файҙалана беләбеҙ тип әйтеүе ҡыйын. Әгәр ҙә прогресты фәнни-техник үҫешкә генә ҡайтарып ҡалдырмаһаҡ, уны тәү сиратта рухиәт үҫеше, әхлаҡи камиллыҡ менән бәйләһәк, уйланаһы, борсолаһы күренештәр бихисап. Һәр ҡырҡылған башы урынына йәнә әллә нисәмәһе үҫкән ун ике башлы аждаһанан да былайыраҡ коррупция менән ни ҡылырға? (Сицилия мафияһының 250 йыл эсендә үткән юлын Рәсәй мафияһы 25 йылда үтеп, үҙенә хәҙер махсус кадрҙарҙы юғары уҡыу йорттарында әҙерләй!) Туғыҙынсы вал булып өҫкә менеп килгән глобализацияһына нисек ҡаршы торорға? Башлыса үҙләштереүгә генә йөҙ тотҡан йәмғиәттә ни эшләргә, нисек йәшәргә? Йыш ҡына: “Кешелек ҡайһылыр бер тарихи дәүерҙә хата йүнәлештән китмәнеме икән?” – тигән хафалы шиктәр ҙә күңелде тырнай...
Әҙәбиәт ана шул хаҡта уйландырырға тейеш бит. Һүҙ ҙә юҡ – алдынғы әҙәбиәт, тотош кешелеккә хеҙмәт итеүсе әҙәбиәт матурлыҡты, бигерәк тә кешелек сифаттарының бөйөклөгөн, камиллыҡҡа ынтылышын аса, кешеләрсә мөнәсәбәттәрҙең һоҡланғыс булыуына инандыра. Йәғни ниндәй осор, ниндәй ижтимағи-иҡтисади системаныҡы, ниндәй милләттеке булыуына ҡарамаҫтан, ул кешенең күңел матурлығын данлауҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Изгелек менән яуызлыҡтың мәңгелек көрәшен оптимистик рухта тасуирлай. Ошо юҫыҡта бөйөк халыҡтың ижади фантазияһы, образлы фекерләүе, зирәк аҡылы тыуҙырған гениаль образ – Урал батырҙың үлеме генә лә үлемһеҙлеккә дан йырлау булып ҡабул ителә.
Рухи яҡтан ныҡлы, һау-сәләмәт милләт кенә, һан яғынан күпме булыуына ҡарамаҫтан, төрлө катаклизмдарға, ижтимағи-иҡтисади һәләкәттәргә бирешә һалып бармай, иң сетерекле, иң ҡатмарлы проблемалар ҙа иртәме-һуңмы – барыбер хәл ителә.
Милли рух кимәле иһә, тәү сиратта, телдә, һүҙҙә сағылыш таба. Шуғалыр ҙа һүҙ маһирлығы, образлы тел ҡан замандарҙан алып бик юғары баһаланған. Әле лә шулай. Ил яҙмышын хәл итеүҙә сәсәндәрҙең ниндәй роль уйнауын, ниндәй дәрәжәгә эйә булыуҙары хаҡында Ғәлим Хисамов бик ентекле итеп яҙып сыҡҡайны. Башлы ил хужалары телдең ниндәй көскә эйә булыуҙарын яҡшы аңлап эш иткән шул.
Бына Сыңғыҙ Айытматов. Бер уйлаһаң, уның ҡырғыҙлығы онотола, йәғни милләте ул тиклем үк мөһим түгел: дөйөм кешелек өсөн көнүҙәк булған проблемалар күтәрә, кешене кеше итеүсе сифаттарҙы ҡалҡытып күрһәтә... Икенсе яҡлап ҡараһаң, ҡырғыҙҙы яраттыра, яҡын итә, хөрмәт, ихтирам тойғоһо тыуҙыра. Еҙегәй, мәҫәлән (“Быуаттан да оҙон көн”. Ә Мөхтәр Әүәзов? Уның “Абай”ына торошло, энциклопедик ҡоласлы, милли колоритлы эпопея бармы беҙҙә? Әлбиттә, бындай сағыштырыуҙар юлынан китһәк, юҡтан күбе беҙҙә икән ул, тип аптырап та ҡалыуыбыҙ ихтимал. Шуға булғанын тәүҙә тәғәйен баһаларға өйрәнергә кәрәктер.
ХХ быуат башы башҡорт донъяһын ҡайһылай ылыҡтырғыс та, мауыҡтырғыс та тасуирланы Һәҙиә Дәүләтшина менән Зәйнәб Биишева. Төрки донъяһында ҡатын-ҡыҙҙар араһынан улар менән йәнәш ҡуйырҙай әҙибәне табыуы ла ҡыйын. Йәнәшәлек тигәндән, 1930 йылдар әҙәбиәтен барлағанда Дауыт Юлтыйҙың “Ҡан” романын Анри Барбюстың (1873 — 1935) “Ут”ы менән сағыштырып булыр ине. Мостай Кәримдең Әжмәғоло иһә (“Ҡыҙ урлау”) Ромен Ролландың (1866 – 1944) Кола Брюньонынан кәм түгел, ә Тәңкәбикәһе донъя әҙәбиәтенең иң юғары үлсәмдәренә ҡуйырлыҡ.
Мәүлит Ямалетдин билдәләүенсә, Көнбайыш әҙәбиәтенән генә түгел, Көнсығыштыҡынан да, ғөмүмән, донъя әҙәбиәтенән хәбәрҙар булыу мотлаҡ, әлбиттә. Тик был үҙмаҡсат түгел. Беҙҙе белмәйҙәр, танымайҙар, һанламайҙар тип түгел, ә беҙ башҡаларҙы белмәйбеҙ тип әсенеү урынлыраҡтыр. Башҡаларҙы белеү иһә, тәү сиратта, үҙебеҙҙе нығыраҡ аңлау өсөн кәрәк, кешелек цивилизацияһында, донъя мәҙәниәтендә үҙебеҙҙең тотҡан урыныбыҙҙы, бурысыбыҙҙы, маҡсаттарыбыҙҙы аңлау мөһимерәк беҙгә. Ә һуҡырҙарса эйәреүҙең, эпигонлыҡтың ниндәй эҙемтәләргә килтереүе бик яҡшы билдәле.
Донъя кимәлендә танылыу алыу әлеге лә баяғы тотош кимәлебеҙгә бәйле. Һүҙ ҙә юҡ, айырым таланттар торғаны бер мөғжизә – әҙәм эшләй алмаҫтай хәлдә лә үлемһеҙ әҫәрҙәр ижад итә. Һәҙиә Дәүләтшина, мәҫәлән, “Ырғыҙ”ҙы рухи һәм матди ҡыҫынҡылыҡтарҙа яҙа. Әгәр ҙә уға Лев Толстой шарттары тыуҙырылған булһа, ниҙәр ҡалдырыр ине?!.
Күптәребеҙҙең алтын ваҡытын икмәк эшләү, ғаилә ҡарау, ыбыр-сыбыр мәшәҡәттәр ала. Шағир әйткәнсә, “Шул үҙе тормош бит инде” тиеү генә еңеллек килтерә алмай. Зәйнәб Биишеваның “ижади мөхитен” бына нисек тасуирлай Һылыубикә исемле ҡатын: “Бынауы Ғибаҙулла ағайыңдың, Йәмилә апайыңдың өсәр-дүртәр балаһы алмаш-тилмәш айлап-йыллап һинең өҫтә икән дәһә... Үҙең йонсоп, арыҡланыуҙың сигенә сығып бөткәнһең... Китһәң – эш, ҡайтһаң – эш... Өс ир бала, инвалид ир ҡарайһың, ғүмер буйы Хафаса апайыңды аҫрайһың, шуның өҫтәүенә туп-тулы туған-тыумаса... Үҙ ауыҙыңа аш та теймәй ҙә баһа!..” (Зәйнәб Биишева. Әҫәрҙәр. V томда. 5-се том. Өфө, 2007. 247-се бит).
Эйе, ижад кешеһе мөғжизәләргә һәләтле. Әммә шарттар, дөйөм кимәл үҙенекен итә барыбер. Мостай Кәримдең көндәлектәрендә бик фәһемле юлдар бар: “11.VIII.97... 19 – 20 йәшендә өлгөрөп еткән Ромен Роллан тау-тау бөйөк китаптар ижад иткән... Мине әйҙәп торорлоҡ ижади, рухи, интеллектуаль мөхит етерлек булмаған. Егерме йәшемә тиклем мин ни күрҙем? Нимә менән мауыҡтым, ниндәй маҡсаттар ҡуйҙым алдыма?.. Ромен 21 йәшендә француздың бөйөк композиторы Сен-Сансҡа шаҡ ҡатырлыҡ хат яҙа. Сәнғәт, сәйәсәт, гуманистик принциптар тураһында, сәнғәттең /музыканың/ интернациональ йөкмәткеһе хаҡында тәрән фекер йөрөтә... Ҙур музыканттар, артистар, рәссамдар менән аралаша... Ә мин 20 йәшемдә тәү тапҡыр опера тыңланым. Эсем бошто, тәмен дә, йәмен дә тапманым. Сөнки наҙанмын...” (“Ағиҙел”, 2009, N 10, 24-се бит).
Эйе, шағирмын тигән шағир ҡанундарға һыймай ҙа, яраҡлаша ла алмай (яраҡлашһа, шағирлығын юғалтасаҡ): агрономияның ни икәнен белмәйенсә лә мәңге һулымаҫ рауза гөлдәрен үҫтереүгә һәләтле. Унан айырмалы рәүештә профессиональ тәнҡитсегә, ни тиклем оло талант эйәһе булыуына ҡарамаҫтан, донъя әҙәбиәтенән хәбәрҙар булыу мотлаҡ!
Ҡыҫҡаһы, әҙәби тәнҡит – үҙенә фанатиктарса бирелеүҙе талап иткән өлкә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында бөгөнгө әҙәби тәнҡит менән шөғөлләнгән махсус бүлек кәрәк тип сығыш та яһағайным бер. Ҡыҙғаныс, был тәҡдимгә бәйле хатта аралашып йөрөгән ҡәләмдәштәр ҙә бер ни әйтмәне. Был да уйландыра.
Ҡыуаныслы күренештәр ҙә бар, әлбиттә. Обойма рәүешендә түгел, ә юғары талаптарҙан сығып тотош исемлек төҙөп булыр ине. Мәҫәлән, һәр әҫәре көтөп алынған Талха Ғиниәтуллин ижадына тулайым баһа ла бирелмәгән әле. Ә ул – башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы, замандаш урыҫ классиктары менән йәнәш торорҙай әҙип.
Йәки Гөлсирә Ғиззәтуллинаның ижады. Ул бер үк теманы төрлө алымдар ярҙамында асырға ынтыла. Мәҫәлән, “Выждан сире” хикәйәһендә ауырыу йәмғиәтте йыһан эйәһенең техникаһы менән дауалап ҡараһалар, “Мираҫ”та эскелектең сигенә етеп ауырыуға әйләнгән Солтан, бары дауаханаға эләгеп, үткән тормошоноң мәғәнәһеҙ ҙә, үкенесле лә булыуын аңлап, исмаһам, ҡалған ғүмерен әҙәмсә йәшәргә ҡарар итә. “Өс көнлөк донъя”ла Ишморат бындай йәшәү рәүешен ҡабул итә алмай. Рәнйеп, әсенеп, был донъяны үҙ теләге менән ҡалдыра. Унда Сыңғыҙ Айтматовтың “Аҡ пароход”ындағы малай образы менән ауаздашлыҡ бар.
Фантастик йүнәлештә Фәниҙә Исхаҡованың, Әхмәр Үтәбайҙың эҙләнеүҙәрен хупларға кәрәк. Фәрзәнә Аҡбулатованың әҫәрҙәре лә уйландырырлыҡ кимәлдә.
Шиғриәттә, төпкә егелеп, емешле ижад иткәндәрҙән Факиһа Туғыҙбаева, Тамара Ғәниева, Мәүлит Ямалетдин, Йомабикә Ильясоваларҙы атап булыр ине.
Драматургияла Наил Ғәйетбай ҡыйыу рәүештә үҙ юлын яра. Уның драматургия мәктәбен булдырыуға бәйле эшмәкәрлеге лә маҡтауға лайыҡ. Тик һуңыраҡ осорғо әҫәрҙәрендә көлдөрөүҙе генә үҙмаҡсатҡа әйләндергеләүе һағайта.
Эйе, күпмелер дәрәжәлә төрлөлөккә ынтылыусылар бар. Әммә хикмәт шунда: йәмғиәт уҙған быуат аҙағындағынан ныҡ айырылһа ла, беҙ (әҙиптәр ҙә, уҡыусылар ҙа) элекке ҡараштарҙан арынмағанбыҙ. Әҙәби процесс дөйөмләштерелмәй, ә бит уны фәлсәфәүи йәһәттән дә өйрәнеү-тикшереү ихтыяжы үҙен ныҡ һиҙҙерә. Һәр әҙип үҙенә күрә философ. Ошоно күҙ уңында тотоп, әҙәбиәт буйынса профессиональ философтың баһаларына мохтажбыҙ.
Төп бәлә шунда: әҙәби мәҙәниәтебеҙ кимәле бик түбән. Хатта булғанын беҙ иғтибарлай, тейешенсә баһалай, ҡабул итә белмәйбеҙ. Башҡаларҙың етешһеҙлеген тәнҡитләү оҡшай, ә үҙебеҙгә ҡағыла башлаһалар?..
Бөйөк табиптарҙың әйткәне бар: ауырыуҙы (боль, болезнь) түгел, кешене, кеше йәнен дауаларға кәрәк. Быуаттар һынауын үткән был фәһемде йәмғиәткә лә күсерергә мөмкин: йәмғиәт тыуҙырған афәт-катаклизмдарҙы, йәғни эҙемтәләрҙе түгел, ә тәү сиратта сәбәпсене – йәмғиәттең үҙен һауыҡтырырға, рухын нығытырға кәрәк. Әҙипкә, рухиәттең кендек инәһенә, тимәк, ниндәй ҙә ҡатмарлы, иҫ киткес яуаплы миссия йөкмәтелгән. Был – Алланың ҡашҡа тәкәһе булып йөрөү, һайланмыш яҙмышҡа эйәмен тип ҡыланыу түгел, ә донъялыҡта илаһи көс барлығына, ҡасан да булһа уның алдында яуап бирергә тура киләсәгенә инанып, ул ышанып тапшырған утты – талант осҡонон – кешеләргә еткереү юлында ысын мәғәнәһендәге алышҡа сығыу. Тәү сиратта үҙ-үҙең менән, үҙеңдең нәфсең, етешһеҙлектәрең, йомшаҡлыҡтарың менән.
Әҙәбиәт кешенең аңына түгел, ә тәү сиратта уның күңеле аша рухи донъяһына мөрәжәғәт итә, намыҫын уята, выжданын ҡуҙғата һәм ҡуҙғыта. Шундай хәҡиҡәтте оноторға ярамай беҙгә: Совет иленең төп ҡаҙаныштары китапты бик юғары баһалауҙа, иң күп уҡыған халҡы булыуҙа, уҡып белгәнде тормошҡа ашырырға ынтылыуҙа ине.
Бына ниндәй уйҙарға һалды Мәүлит Ямалетдин сығышы. Ошондай мәҡәләләр, исмаһам, Әҙәбиәт йылында даими сығып торһа икән.