Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Теләк янына ныҡлы терәк кәрәк
Теләк янына ныҡлы терәк кәрәк Артур ВӘЛИТОВ — Мәскәүҙәге Маймонид исемендәге дәүләт классика академияһы студенты, “Аҡ тирмә” башҡорт фольклор төркөмө ағзаһы.


— Сәләм, Артур! Кәйеф нисек?
— Һаумыһығыҙ! Хәл-әхүәл яҡшы ғына, Аллаға шөкөр!
— Мөмкин булһа, гәзит уҡыусыла­ры­быҙ­ҙы һинең менән яҡынданыраҡ таныш­тырырға ине иҫәп. Үҙең тыуып үҫкән мөхит тә ҡыҙыҡһындыра беҙҙе.
— Бала саҡтан милли йыр-моңға ғашиҡмын. Бындай һөйөү атай-әсәйемдән киләлер. Атайым Хәмиҙулла Миңлевәли улы сығышы менән – Федоровка районының Юрматы, әсәйем Ғафури районының Ҡурғашлы ауылынан. Атайымдың гармунда башҡорт халыҡ көйҙәрен өҙҙөрөп уйнағаны хәтеремдә. Йырларға, бейергә иһә әсәйем өйрәтте. Шулай ҙа бер шөғөл дә ҡурайҙы алмаштыра алманы. Ҡурай моңо мине бәләкәйҙән әсир итте. Атай-әсәйем кеүек, Айнур ҡустым да йыр-бейеүгә оҫта. Ул Мәләүез ҡалаһында “Тамъян” вокаль төркөмөндә сығыш яһай торғайны. Музыкаль ғаилә булһаҡ та, бер мин генә сәнғәт юлын һайланым.
— Һайлауын-һайлағанһың да бит, әммә саҡ ситкә тайпылмағанһың түгелме әле?
— Эйе, Өфөләге Ғәзиз Әлмө­хә­мә­тов исемендәге республика музыка гимназия-интернатына имти­хандар тапшырғанда, миңә йәшем бәләкәй булыуы арҡаһында һуңғы конкурста ҡатнашырға рөхсәт итмәнеләр. Яҙмыштыр, күрәһең, атай-әсәйем тынысландырып, инде гимназиянан сығып китәбеҙ генә тигәндә, яныбыҙға бер ағай килеп баҫты. Ул минең ни өсөн шул тиклем кәйефһеҙ булыуымды һораны. Атайымдар сәбәбен аңлатып, һөйләп биргәс, шәхсән үҙе тыңлаясағын әйтте. Баҡтиһәң, ул З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Зөфәр Зыятдин улы Хәмәтдинов булған икән. Бына шулай башланды оло сәнғәт донъяһына һуҡмағым.
Ғөмүмән, республика музыка гимназия-интернатында уҡыуым менән бәхет­лемен. Ундағы уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр һәр балаға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торҙо, үҙ атай-әсәйебеҙ кеүек хәстәрлекле, ярҙамсыл булды, белемебеҙҙе арттырып, сәнғәткә һөйөү тәрбиә­ләне. Класыбыҙҙа Башҡортостандың район-ҡалаларынан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән бик күп балалар уҡыны. Беҙ холоҡ-фиғелебеҙ менән төрлө инек, әммә үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәнек. Тәрбиәсебеҙ Римма Шәрәфетдин ҡыҙы Моратова һәр баланың күңеленә асҡыс таба белде. Валторнала профессор Зөфәр Зыятдин улы Хәмәтдиновтың һәм Фларис Винарис улы Хисаметдиновтың класында уҡыным. Остаздарыма сикһеҙ рәхмәтлемен, улар һалған нигеҙ ныҡлы булды.
— Артабан ниндәй үрҙәрҙе яуларға ҡарар иттең?
— Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогия колледжын тамамлағас (унда мин профессор Владимир Степанович Шиш класында шөғөлләндем), белемемде Маймонид исемендәге дәүләт классика академияһында камиллаштырырға булдым. Миңә музыка менән шөғөлләнеү бик оҡшай. Айырыуса оркестрҙа уйнарға яратам, ошонда уҡ эшләп тә йөрөйөм.
— Мәскәүҙә башҡорт йәштәре өсөн саралар йыш уҙғарыламы?
— Эйе, концерттар, фестивалдәр, конкурс­тар, оҫталыҡ дәрестәре, конференциялар, спорт ярыштары... Буш ваҡытыңды нимә менән үткәрергә теләйһең — барыһы ла үҙеңә бәйле. Мин, мәҫәлән, “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге ойошторған кисәләрҙә теләп ҡатнашам. Был үҙәктең Мәскәү башҡорттарын бергә туплауҙа, мәҙә­­ниә­тебеҙҙе, туған телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлауҙа һәм, иң мөһиме – баш ҡала, шулай уҡ Мәскәү өлкәһе кимәлендә милли сәнғәтебеҙҙе танытыуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Беҙгә төрлө фестивалдәрҙә, һабантуйҙарҙа йыш сығыш яһарға тура килә. Һәр ерҙә лә йыр-моңобоҙҙо яратып ҡабул итеүҙәре шатландыра.
— Сер булмаһа, киләсәккә пландарың менән дә уртаҡлаш әле.
— Күптән инде Мәскәүҙә Башҡорт милли тынлы музыка ҡоралдары ансамблен төҙөү теләге менән янып йәшәйем. Хеҙмәттәштәр араһында фекерҙәштәр әҙ, әммә улар бар. Тәүге репетицияларҙы үткәрҙек тә инде. Финанс ярҙамынан башҡа был хыялды тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Бында шөғөлләнергә бина табыуы ауыр, музыка ҡоралдары бик ҡиммәт. Бағыусыларҙың ярҙамына мохтажбыҙ. Теләк янына ныҡлы терәк кәрәк.
— Хыялдарың тормошҡа аш­һын. Уңыштар һиңә!
— Ҙур рәхмәт!

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 955

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 860

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 638

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 735

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 586

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 850

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 588

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 785