Артур ВӘЛИТОВ — Мәскәүҙәге Маймонид исемендәге дәүләт классика академияһы студенты, “Аҡ тирмә” башҡорт фольклор төркөмө ағзаһы.— Сәләм, Артур! Кәйеф нисек?
— Һаумыһығыҙ! Хәл-әхүәл яҡшы ғына, Аллаға шөкөр!
— Мөмкин булһа, гәзит уҡыусыларыбыҙҙы һинең менән яҡынданыраҡ таныштырырға ине иҫәп. Үҙең тыуып үҫкән мөхит тә ҡыҙыҡһындыра беҙҙе.
— Бала саҡтан милли йыр-моңға ғашиҡмын. Бындай һөйөү атай-әсәйемдән киләлер. Атайым Хәмиҙулла Миңлевәли улы сығышы менән – Федоровка районының Юрматы, әсәйем Ғафури районының Ҡурғашлы ауылынан. Атайымдың гармунда башҡорт халыҡ көйҙәрен өҙҙөрөп уйнағаны хәтеремдә. Йырларға, бейергә иһә әсәйем өйрәтте. Шулай ҙа бер шөғөл дә ҡурайҙы алмаштыра алманы. Ҡурай моңо мине бәләкәйҙән әсир итте. Атай-әсәйем кеүек, Айнур ҡустым да йыр-бейеүгә оҫта. Ул Мәләүез ҡалаһында “Тамъян” вокаль төркөмөндә сығыш яһай торғайны. Музыкаль ғаилә булһаҡ та, бер мин генә сәнғәт юлын һайланым.
— Һайлауын-һайлағанһың да бит, әммә саҡ ситкә тайпылмағанһың түгелме әле?
— Эйе, Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыка гимназия-интернатына имтихандар тапшырғанда, миңә йәшем бәләкәй булыуы арҡаһында һуңғы конкурста ҡатнашырға рөхсәт итмәнеләр. Яҙмыштыр, күрәһең, атай-әсәйем тынысландырып, инде гимназиянан сығып китәбеҙ генә тигәндә, яныбыҙға бер ағай килеп баҫты. Ул минең ни өсөн шул тиклем кәйефһеҙ булыуымды һораны. Атайымдар сәбәбен аңлатып, һөйләп биргәс, шәхсән үҙе тыңлаясағын әйтте. Баҡтиһәң, ул З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Зөфәр Зыятдин улы Хәмәтдинов булған икән. Бына шулай башланды оло сәнғәт донъяһына һуҡмағым.
Ғөмүмән, республика музыка гимназия-интернатында уҡыуым менән бәхетлемен. Ундағы уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр һәр балаға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торҙо, үҙ атай-әсәйебеҙ кеүек хәстәрлекле, ярҙамсыл булды, белемебеҙҙе арттырып, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләне. Класыбыҙҙа Башҡортостандың район-ҡалаларынан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән бик күп балалар уҡыны. Беҙ холоҡ-фиғелебеҙ менән төрлө инек, әммә үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәнек. Тәрбиәсебеҙ Римма Шәрәфетдин ҡыҙы Моратова һәр баланың күңеленә асҡыс таба белде. Валторнала профессор Зөфәр Зыятдин улы Хәмәтдиновтың һәм Фларис Винарис улы Хисаметдиновтың класында уҡыным. Остаздарыма сикһеҙ рәхмәтлемен, улар һалған нигеҙ ныҡлы булды.
— Артабан ниндәй үрҙәрҙе яуларға ҡарар иттең?
— Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогия колледжын тамамлағас (унда мин профессор Владимир Степанович Шиш класында шөғөлләндем), белемемде Маймонид исемендәге дәүләт классика академияһында камиллаштырырға булдым. Миңә музыка менән шөғөлләнеү бик оҡшай. Айырыуса оркестрҙа уйнарға яратам, ошонда уҡ эшләп тә йөрөйөм.
— Мәскәүҙә башҡорт йәштәре өсөн саралар йыш уҙғарыламы?
— Эйе, концерттар, фестивалдәр, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, конференциялар, спорт ярыштары... Буш ваҡытыңды нимә менән үткәрергә теләйһең — барыһы ла үҙеңә бәйле. Мин, мәҫәлән, “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге ойошторған кисәләрҙә теләп ҡатнашам. Был үҙәктең Мәскәү башҡорттарын бергә туплауҙа, мәҙәниәтебеҙҙе, туған телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлауҙа һәм, иң мөһиме – баш ҡала, шулай уҡ Мәскәү өлкәһе кимәлендә милли сәнғәтебеҙҙе танытыуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Беҙгә төрлө фестивалдәрҙә, һабантуйҙарҙа йыш сығыш яһарға тура килә. Һәр ерҙә лә йыр-моңобоҙҙо яратып ҡабул итеүҙәре шатландыра.
— Сер булмаһа, киләсәккә пландарың менән дә уртаҡлаш әле.
— Күптән инде Мәскәүҙә Башҡорт милли тынлы музыка ҡоралдары ансамблен төҙөү теләге менән янып йәшәйем. Хеҙмәттәштәр араһында фекерҙәштәр әҙ, әммә улар бар. Тәүге репетицияларҙы үткәрҙек тә инде. Финанс ярҙамынан башҡа был хыялды тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Бында шөғөлләнергә бина табыуы ауыр, музыка ҡоралдары бик ҡиммәт. Бағыусыларҙың ярҙамына мохтажбыҙ. Теләк янына ныҡлы терәк кәрәк.
— Хыялдарың тормошҡа ашһын. Уңыштар һиңә!
— Ҙур рәхмәт!
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.