Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡтыкүлгә – күлдәр иленә!
Яҡтыкүлгә – күлдәр иленә! Әбйәлил – күлдәр иле, тиҙәр. Күсем, Ташбулат ауылдарын уратҡан тауҙарҙың иң юғары нөктәһенә менеп ҡарағанда ғына ла ете күл мөлдөрәп күренер. Ҡасандыр бында диңгеҙ тулҡынланып ятҡан, тип һөйләгән легендалар бар. Ә тотош Рәсәй халҡын үҙенә тартып торған бер төбәк – ул “Яҡтыкүл” ял йортолор, моғайын.

Тап ошо мөһабәт тәбиғәт ҡоса­ғында Магнитогорск металлургия комбинаты эшселәре өсөн курорт үҙәге төҙөлөп, ҡырағай матур­лыҡта кешеләр ял итһен, күңел асһын өсөн уңайлыҡтар булдырыла башлауы урындағы халыҡты хафаға һалғайны. Ерҙәребеҙҙе ситтәр баҫып бөтөп бара, тәбиғәт тәләфләнә, тип оран һалыу­сы­ларҙың борсолоуы аңлашыла торғандыр. Саңғы трассаһы булдырылыуын, шуға ла йәйен генә түгел, ҡышын да ял итергә те­ләү­селәр өҙөлмәүен беләм. 40 саҡ­рым­да ятҡан халыҡ-ара аэ­ро­порттың төбәкте барлыҡ донъя менән тоташтырасағын уйлағанда, сит илдәрҙәге кеүек уңайлы ял йорттары төҙөүҙе, булғанын юғары кимәлгә сыға­рыуҙы Хоҙай үҙе ҡушҡан бит!
Курорттар һабантуйына саҡы­рыу алғас, ошо һорауҙарға яуап табырмын тип шатланып риза бул­дым. Беҙ, бер төркөм жур­налис­тар, юлға йыйындыҡ.
Һабантуй шартына тура килте­релгәйне. Ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, ҡымыҙ менән ҡаршы алғас, иртәнән бирле туғайҙы яңғыратҡан сәхнәлә йыр-бейеү дауам итте. Роберт Юлдашев, Рөстәм Ғиззә­туллин, Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей), МС Баш, Рәил Өмөт­баевтарҙың сығышы майҙанда халыҡты тупланы. Кумирҙары ме­нән фотоға төштөләр, аралаштылар, моңдарына рәхәтләнеп бейенеләр. Байрамға ағылған район халҡы ла, ял итеүселәр ҙә төрлө ярыштарҙа көс һынаны. Ҡолға буйлап йөрөү, бағанаға үрмәләү, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов иҫтәлегенә милли көрәш, волейбол һәм башҡа спорт уйындарынан майҙан гөж килде. Төрлө халыҡтарҙың һыйышып дуҫ йәшәүен сағылдырған ихаталар, тирмәләр биҙәлеше, һыйҙары, уйын-көлкө, бейеүҙәре менән ҡунаҡтарҙы үҙенә тартып торҙо.
Бейек тау башында шау быяланан төҙөлгән ҡоролмаға (942 метр) канат юлы буйлап йәһәт кенә менгәс, иҫ китмәле гүзәл киңлек асылды. Биналағы яҡты залда ҡунаҡтар ошо төбәктә туризмды үҫтереү хаҡында фекер алышты. Әбйәлил күлдәре буйына ял итергә килеүселәрҙе ылыҡтырыу, улар­ҙың ялын ҡыҙыҡлы һәм мауыҡ­тыр­ғыс итеп ойоштороуҙы ғына түгел, юлдарҙы төҙөкләндереүҙе, урын­дағы халыҡтың мифоло­гия­һын һәм фольклорын сағылды­ра­саҡ этнопарк булдырыуҙы, Ин­тернет киңлектәрендә дөйөм сайт эшлә­теүҙе хәстәрләүҙе йөк­ләмә итеп алған Яҡтыкүл ҡунаҡ­ханалар ас­социацияһын төҙөү­селәр Башҡорт­остан Хөкүмәте вәкилдәре һәм Туризм буйынса дәүләт комитетынан Вячеслав Ғиләзетдинов менән фекер алышты. Шәхси ҡунаҡха­налар хужалары әйтеүенсә, улар бергәләшеп кенә ошо ергә һаҡсыл ҡараш булдыра, төҙөкләндерә ала­саҡ. Уйлаған эш ғәмәлгә ашырыл­һа, өҫтәмә эш урындары буласаҡ, ҡунаҡханалар ҙа табыш килте­рәсәк.
Һабантуй дан булды, халыҡ ҡәнәғәт ҡалды. Байрамды йыл да үткәрергә килешеп, киләсәккә изге ниәттәр ҡороп таралышты ҡунаҡ­тар ҙа, ойоштороусылар ҙа.
Юлдаштарым Ләйлә һәм Зәүрә менән ошо ерлектә тыуған риүә­йәт-легендаларҙы барлайбыҙ. Ләй­лә Аралбаева, бала сағынан Күсем ауылына өләсәһе менән ола­та­һы­на йыл да ял итергә килеп йө­рөгәнлектән, уларҙы күберәк белә. “Олатайым Ғүмәр Ғилманов – Таһир Кусимовтың музейын ойоштороусы, халыҡтан хикәйәттәр йыя, матбуғатта баҫтырып сығара ине. Әле Яҡтыкүл тип йөрөтөлгәненең боронғо атамаһы – Мауыҙҙы. Уға бәйле легендалар этнопаркта сағылдырылһа, отошло булыр ине”, — тип күҙҙәре янып китә уның.
“Полянка”, “Тағанай”, “Евразия”, “Ете күл”, “Маяҡ”, “Монблан” ҡу­наҡханалары төҙөгән ассоциация­ға ҡалған ваҡ ойошмалар ҡу­шылып, туризмды үҫтереүгә өлөш индерер, еребеҙҙең мәғә­нәһен һәм гүзәллеген арттырыу йүнәлешендә уңыш ҡаҙаныр тип ышанғы килә.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779