Әбйәлил – күлдәр иле, тиҙәр. Күсем, Ташбулат ауылдарын уратҡан тауҙарҙың иң юғары нөктәһенә менеп ҡарағанда ғына ла ете күл мөлдөрәп күренер. Ҡасандыр бында диңгеҙ тулҡынланып ятҡан, тип һөйләгән легендалар бар. Ә тотош Рәсәй халҡын үҙенә тартып торған бер төбәк – ул “Яҡтыкүл” ял йортолор, моғайын. Тап ошо мөһабәт тәбиғәт ҡосағында Магнитогорск металлургия комбинаты эшселәре өсөн курорт үҙәге төҙөлөп, ҡырағай матурлыҡта кешеләр ял итһен, күңел асһын өсөн уңайлыҡтар булдырыла башлауы урындағы халыҡты хафаға һалғайны. Ерҙәребеҙҙе ситтәр баҫып бөтөп бара, тәбиғәт тәләфләнә, тип оран һалыусыларҙың борсолоуы аңлашыла торғандыр. Саңғы трассаһы булдырылыуын, шуға ла йәйен генә түгел, ҡышын да ял итергә теләүселәр өҙөлмәүен беләм. 40 саҡрымда ятҡан халыҡ-ара аэропорттың төбәкте барлыҡ донъя менән тоташтырасағын уйлағанда, сит илдәрҙәге кеүек уңайлы ял йорттары төҙөүҙе, булғанын юғары кимәлгә сығарыуҙы Хоҙай үҙе ҡушҡан бит!
Курорттар һабантуйына саҡырыу алғас, ошо һорауҙарға яуап табырмын тип шатланып риза булдым. Беҙ, бер төркөм журналистар, юлға йыйындыҡ.
Һабантуй шартына тура килтерелгәйне. Ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, ҡымыҙ менән ҡаршы алғас, иртәнән бирле туғайҙы яңғыратҡан сәхнәлә йыр-бейеү дауам итте. Роберт Юлдашев, Рөстәм Ғиззәтуллин, Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей), МС Баш, Рәил Өмөтбаевтарҙың сығышы майҙанда халыҡты тупланы. Кумирҙары менән фотоға төштөләр, аралаштылар, моңдарына рәхәтләнеп бейенеләр. Байрамға ағылған район халҡы ла, ял итеүселәр ҙә төрлө ярыштарҙа көс һынаны. Ҡолға буйлап йөрөү, бағанаға үрмәләү, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов иҫтәлегенә милли көрәш, волейбол һәм башҡа спорт уйындарынан майҙан гөж килде. Төрлө халыҡтарҙың һыйышып дуҫ йәшәүен сағылдырған ихаталар, тирмәләр биҙәлеше, һыйҙары, уйын-көлкө, бейеүҙәре менән ҡунаҡтарҙы үҙенә тартып торҙо.
Бейек тау башында шау быяланан төҙөлгән ҡоролмаға (942 метр) канат юлы буйлап йәһәт кенә менгәс, иҫ китмәле гүзәл киңлек асылды. Биналағы яҡты залда ҡунаҡтар ошо төбәктә туризмды үҫтереү хаҡында фекер алышты. Әбйәлил күлдәре буйына ял итергә килеүселәрҙе ылыҡтырыу, уларҙың ялын ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп ойоштороуҙы ғына түгел, юлдарҙы төҙөкләндереүҙе, урындағы халыҡтың мифологияһын һәм фольклорын сағылдырасаҡ этнопарк булдырыуҙы, Интернет киңлектәрендә дөйөм сайт эшләтеүҙе хәстәрләүҙе йөкләмә итеп алған Яҡтыкүл ҡунаҡханалар ассоциацияһын төҙөүселәр Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре һәм Туризм буйынса дәүләт комитетынан Вячеслав Ғиләзетдинов менән фекер алышты. Шәхси ҡунаҡханалар хужалары әйтеүенсә, улар бергәләшеп кенә ошо ергә һаҡсыл ҡараш булдыра, төҙөкләндерә аласаҡ. Уйлаған эш ғәмәлгә ашырылһа, өҫтәмә эш урындары буласаҡ, ҡунаҡханалар ҙа табыш килтерәсәк.
Һабантуй дан булды, халыҡ ҡәнәғәт ҡалды. Байрамды йыл да үткәрергә килешеп, киләсәккә изге ниәттәр ҡороп таралышты ҡунаҡтар ҙа, ойоштороусылар ҙа.
Юлдаштарым Ләйлә һәм Зәүрә менән ошо ерлектә тыуған риүәйәт-легендаларҙы барлайбыҙ. Ләйлә Аралбаева, бала сағынан Күсем ауылына өләсәһе менән олатаһына йыл да ял итергә килеп йөрөгәнлектән, уларҙы күберәк белә. “Олатайым Ғүмәр Ғилманов – Таһир Кусимовтың музейын ойоштороусы, халыҡтан хикәйәттәр йыя, матбуғатта баҫтырып сығара ине. Әле Яҡтыкүл тип йөрөтөлгәненең боронғо атамаһы – Мауыҙҙы. Уға бәйле легендалар этнопаркта сағылдырылһа, отошло булыр ине”, — тип күҙҙәре янып китә уның.
“Полянка”, “Тағанай”, “Евразия”, “Ете күл”, “Маяҡ”, “Монблан” ҡунаҡханалары төҙөгән ассоциацияға ҡалған ваҡ ойошмалар ҡушылып, туризмды үҫтереүгә өлөш индерер, еребеҙҙең мәғәнәһен һәм гүзәллеген арттырыу йүнәлешендә уңыш ҡаҙаныр тип ышанғы килә.