Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөғжизәгә ышана
Мөғжизәгә ышана Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә таланттар бихисап. Ансамблдең солисы Миләүшә ХӘЙБУЛЛИНА – шуларҙың береһе. Ошо көндәрҙә уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Кавказ халыҡтарының лезгинкаһын күпме ҡараһаң да, бер ҡасан да ялҡмайһың. Башҡорт бейеүе тураһында ни әйтерһең?
– Тотош илебеҙ буйынса ойош­торолған төрлө конкурс­тарҙа даими ҡатнашабыҙ, фес­тивалдәргә йыш саҡырыу ала­быҙ. Шундай сараларҙа ин­гуш, чечен бейеүҙәрен ҡарап, хайран ҡалаһың, хатта күңел төбөндә йәшерен генә көнләшеү ҙә барлыҡҡа килә. Белеүемсә, Кавказда бәләкәй генә осрашыу йәки кисә булһынмы, кескәй балалар ҙа оса-ҡуна бейергә төшә, өлкәндәр тураһында әйтеп тора­һы ла түгел. Ни өсөн шулай? Сөнки улар тыуғандан бейей, баланы бәләкәстән быға өйрәтә. Әсәйемдең, элек рәхәтләнеп “ритайым”ға йөрөй торғайныҡ, аяҡтарҙың талыуын да һиҙмәнек, тигән һүҙҙәре иҫтә ҡалған. Башҡорт бейеүе шул тиклем хисле бит ул! Ә ниңә “Байыҡ”ты йәки “Еҙ үксә”не донъя кимәленә сығармаҫҡа?!
Мөғжизәгә ышана– Мәҫәлән, был тәңгәлдә ниндәй алымды тәҡдим итәһең?
– Интернетта социаль селтәрҙәге бейеү төр­кө­мөнә инһәң, төрлө милләттең, бигерәк тә Көнсығыш халҡының өлгөлө бейеүҙәре күпләп урын алған, беҙҙең Фәйзи Ғәскәров ансамбленекен иҫәпкә алмағанда, халҡыбыҙҙыҡы унда юҡ тиерлек. Шул етешһеҙлекте бөтөрөү маҡсатында төркөмгә башҡортса бейеүҙәр урынлаштырыу уйы менән янам. Бәләкәстәрҙә ул ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, үҫмерҙәрҙә сәнғәттең был төрөнә ынтылыш уятыр, тим.
– Бейеүгә өйрәтәләрме, әллә бейеүсе булып тыуалармы? Һинең сәнғәт юлың нисек башланды?
– Бейеүсе булып тыуаларҙыр ул. Күңелдән үткәреп бейемәүсе уңышҡа өлгәшә алмай. “Байыҡ” конкурсында кемдең нисек башҡарыуы шул тиклем асыҡ күренә. Бейеүҙең тарихын да белеү мөһим.
“Ирәндек” ансамбленә эләгеүем, Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография училище­һында белем эстәүем, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә саҡырыу алыу, әлбиттә, юҡтан килеп сыҡмаған. Ғөмүмән, донъя халыҡтары бейеүҙәрен ихлас башҡарам, һәр сығышта шул милләттең булмышын тамашасыларға еткерергә тырышам. “Камчатские зарисовки” был йәһәттән тәүге бейеүем ине. Башҡорт бейеү сәнғәтенә килгәндә ансамблдең алтын фондына индерелгән “Гөлнә­зирә”, “Һунарсылар”, шулай уҡ күнәк менән бейеү һәм башҡалар күңелемә ныҡ яҡын.
– “Байыҡ” бейеүенең жю­ри составына нисек килеп эләктең?
– Тормошомдо төрлән­де­реү минең булмышыма хас. “Байыҡ” телевизион конкурсы тураһында ишетеп йөрөйөм, тапшырыу башланыу менән иҫем китеп экранға төбәләм. “Миләүшә, һин унда еңергә тейешһең!” тигән эске тауыш­ты ишетәм. Ысынлап та, ә ниңә көстө һынап ҡарамаҫҡа? Батырсылыҡ итеп, киттем “Байыҡ”ты яуларға... Иң аҙаҡ­тан сәхнә уртаһында тыпырлатып ҡуйҙым, йәнәһе, күрегеҙ, бейеү тамам. Жюри ағзала­ры­ның береһе ҡайҙан килгән­мен, уҡытыусым кем икән­леген һораша башланы. Фәйзи Ғәскәров ансамбле солисы икәнлегемде белгәс, бәйгелә профессионалдар түгел, ә тик һәүәҫкәрҙәр генә ҡатнашыу хоҡуғына эйә, тип аңлаттылар. Күп тә үтмәне, абруйлы жюри тарафынан саҡырыу алдым. Ул саҡта еңеүсе тажын кеймәнем, уның ҡарауы, хәҙер үҙем бүтәндәрҙең ижадын баһалайым.
Мөғжизәгә ышана– “Әс-сәләм” төркөмө менән дә бәйлә­неш­тәһең икән...
– Бер нисә йыл элек “Әс-сәләм” шоу-төркөмө менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә башланым. Бейеү труппаһының етәксеһемен. Унда талантлы дүрт ҡыҙға заманса башҡорт бейеүҙәрен һалам. Йыр-моң һәм бейеү теле аша бүтәндәрҙә матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләйбеҙ.
– Мөғжизәгә ышанаһыңмы?
– Әлбиттә, ышанам. Өмөт, ышаныс әҙәм балаһын йәшәтә лә, йәшәртә лә. Йылҡы йылында тыуғанмын. Тимәк, ниндәй генә эш булыуына ҡарамаҫтан, ат шикелле егелергә күнеккәнмен. Сәмселлек, тырышлыҡ кеүек сифаттар хас миңә.
Ҡалала әллә ни эш юҡ, ҡыҙым буш ваҡытын ниндәй ҙә булһа файҙалы шөғөлгә арнаһын тигән маҡсаттандыр инде, миңә ете йәш тулыр-тулмаҫтан әсәйем Баймаҡ ҡалаһындағы Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенә етәкләп алып килде. Унда хореография бүлегендә, бер үк ваҡытта фортепьяно класында шөғөлләндем. Ҡайҙан ишеткәнмендер, белмәйем, “Сулпылар” республика конкурсы иғлан ителгәс, унда ҡатнашмаҡсы иттем. Беренсе урынды алдым. Үҙем дә көтмәгәйнем, шунан килеп мөғжизә юҡ тиергә тел әйләнмәй. Тағы бер ҡыҙыҡлы хәл. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең ярышына ла ҡыймай ғына барҙым, ләкин шартлатып сығыш яһаным, шулай уҡ призлы урын бирелде.
18 йәшемде Францияның баш ҡалаһы Парижда, улай ғына ла түгел, Эйфель башняһында ҡаршы­лармын тип кем уйлаһын! Шуға күрә мөғжизәне тыуҙыра белергә һәм уға ышанырға кәрәк.

Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.


Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов фотолары.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779