Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә таланттар бихисап. Ансамблдең солисы Миләүшә ХӘЙБУЛЛИНА – шуларҙың береһе. Ошо көндәрҙә уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.– Кавказ халыҡтарының лезгинкаһын күпме ҡараһаң да, бер ҡасан да ялҡмайһың. Башҡорт бейеүе тураһында ни әйтерһең?
– Тотош илебеҙ буйынса ойошторолған төрлө конкурстарҙа даими ҡатнашабыҙ, фестивалдәргә йыш саҡырыу алабыҙ. Шундай сараларҙа ингуш, чечен бейеүҙәрен ҡарап, хайран ҡалаһың, хатта күңел төбөндә йәшерен генә көнләшеү ҙә барлыҡҡа килә. Белеүемсә, Кавказда бәләкәй генә осрашыу йәки кисә булһынмы, кескәй балалар ҙа оса-ҡуна бейергә төшә, өлкәндәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ни өсөн шулай? Сөнки улар тыуғандан бейей, баланы бәләкәстән быға өйрәтә. Әсәйемдең, элек рәхәтләнеп “ритайым”ға йөрөй торғайныҡ, аяҡтарҙың талыуын да һиҙмәнек, тигән һүҙҙәре иҫтә ҡалған. Башҡорт бейеүе шул тиклем хисле бит ул! Ә ниңә “Байыҡ”ты йәки “Еҙ үксә”не донъя кимәленә сығармаҫҡа?!
– Мәҫәлән, был тәңгәлдә ниндәй алымды тәҡдим итәһең?– Интернетта социаль селтәрҙәге бейеү төркөмөнә инһәң, төрлө милләттең, бигерәк тә Көнсығыш халҡының өлгөлө бейеүҙәре күпләп урын алған, беҙҙең Фәйзи Ғәскәров ансамбленекен иҫәпкә алмағанда, халҡыбыҙҙыҡы унда юҡ тиерлек. Шул етешһеҙлекте бөтөрөү маҡсатында төркөмгә башҡортса бейеүҙәр урынлаштырыу уйы менән янам. Бәләкәстәрҙә ул ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, үҫмерҙәрҙә сәнғәттең был төрөнә ынтылыш уятыр, тим.
– Бейеүгә өйрәтәләрме, әллә бейеүсе булып тыуалармы? Һинең сәнғәт юлың нисек башланды?– Бейеүсе булып тыуаларҙыр ул. Күңелдән үткәреп бейемәүсе уңышҡа өлгәшә алмай. “Байыҡ” конкурсында кемдең нисек башҡарыуы шул тиклем асыҡ күренә. Бейеүҙең тарихын да белеү мөһим.
“Ирәндек” ансамбленә эләгеүем, Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография училищеһында белем эстәүем, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә саҡырыу алыу, әлбиттә, юҡтан килеп сыҡмаған. Ғөмүмән, донъя халыҡтары бейеүҙәрен ихлас башҡарам, һәр сығышта шул милләттең булмышын тамашасыларға еткерергә тырышам. “Камчатские зарисовки” был йәһәттән тәүге бейеүем ине. Башҡорт бейеү сәнғәтенә килгәндә ансамблдең алтын фондына индерелгән “Гөлнәзирә”, “Һунарсылар”, шулай уҡ күнәк менән бейеү һәм башҡалар күңелемә ныҡ яҡын.
– “Байыҡ” бейеүенең жюри составына нисек килеп эләктең?– Тормошомдо төрләндереү минең булмышыма хас. “Байыҡ” телевизион конкурсы тураһында ишетеп йөрөйөм, тапшырыу башланыу менән иҫем китеп экранға төбәләм. “Миләүшә, һин унда еңергә тейешһең!” тигән эске тауышты ишетәм. Ысынлап та, ә ниңә көстө һынап ҡарамаҫҡа? Батырсылыҡ итеп, киттем “Байыҡ”ты яуларға... Иң аҙаҡтан сәхнә уртаһында тыпырлатып ҡуйҙым, йәнәһе, күрегеҙ, бейеү тамам. Жюри ағзаларының береһе ҡайҙан килгәнмен, уҡытыусым кем икәнлеген һораша башланы. Фәйзи Ғәскәров ансамбле солисы икәнлегемде белгәс, бәйгелә профессионалдар түгел, ә тик һәүәҫкәрҙәр генә ҡатнашыу хоҡуғына эйә, тип аңлаттылар. Күп тә үтмәне, абруйлы жюри тарафынан саҡырыу алдым. Ул саҡта еңеүсе тажын кеймәнем, уның ҡарауы, хәҙер үҙем бүтәндәрҙең ижадын баһалайым.
– “Әс-сәләм” төркөмө менән дә бәйләнештәһең икән...– Бер нисә йыл элек “Әс-сәләм” шоу-төркөмө менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә башланым. Бейеү труппаһының етәксеһемен. Унда талантлы дүрт ҡыҙға заманса башҡорт бейеүҙәрен һалам. Йыр-моң һәм бейеү теле аша бүтәндәрҙә матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләйбеҙ.
– Мөғжизәгә ышанаһыңмы?– Әлбиттә, ышанам. Өмөт, ышаныс әҙәм балаһын йәшәтә лә, йәшәртә лә. Йылҡы йылында тыуғанмын. Тимәк, ниндәй генә эш булыуына ҡарамаҫтан, ат шикелле егелергә күнеккәнмен. Сәмселлек, тырышлыҡ кеүек сифаттар хас миңә.
Ҡалала әллә ни эш юҡ, ҡыҙым буш ваҡытын ниндәй ҙә булһа файҙалы шөғөлгә арнаһын тигән маҡсаттандыр инде, миңә ете йәш тулыр-тулмаҫтан әсәйем Баймаҡ ҡалаһындағы Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенә етәкләп алып килде. Унда хореография бүлегендә, бер үк ваҡытта фортепьяно класында шөғөлләндем. Ҡайҙан ишеткәнмендер, белмәйем, “Сулпылар” республика конкурсы иғлан ителгәс, унда ҡатнашмаҡсы иттем. Беренсе урынды алдым. Үҙем дә көтмәгәйнем, шунан килеп мөғжизә юҡ тиергә тел әйләнмәй. Тағы бер ҡыҙыҡлы хәл. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең ярышына ла ҡыймай ғына барҙым, ләкин шартлатып сығыш яһаным, шулай уҡ призлы урын бирелде.
18 йәшемде Францияның баш ҡалаһы Парижда, улай ғына ла түгел, Эйфель башняһында ҡаршылармын тип кем уйлаһын! Шуға күрә мөғжизәне тыуҙыра белергә һәм уға ышанырға кәрәк.
Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.