Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр шишмәнең – үҙ моңо
Һәр шишмәнең – үҙ моңо Күренекле яҙыусы һәм драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова Сибай яҙыусылар ойошмаһында эшләгән ваҡытта уҙған ижад бәйгеһе яңы офоҡтар асты: быйыл ул төбәк кимәленә сыҡты. Ун туғыҙынсы йыл рәттән уҙған конкурс, һуңғы осорҙа яҙыусы исемендәге призға үткәрелеп, Сибай ҡалаһындағы йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙе туплаһа, быйыл Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан ғына түгел, хатта күрше Татарстандан ҡушылдылар.

Сибай гимназия-интернатында үткән сараға ҡаланың барлыҡ мәктәптәренән, шулай уҡ Баймаҡ районынан уҡыусылар йыйылды. Яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың ҡатнашыуы бәйгенең мәртәбәһен бермә-бер күтәрҙе. Сараны асып, белем усағы директоры Роза Бикбова йәш ижадсыларға яңы еңеүҙәр, ижади үрҙәр теләне.
– Үҙебеҙҙең гимназия-интернатта белем алған уҡыусыбыҙ, яҙыусы Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға йәш ижадсылар конкурсының тап беҙҙең уҡыу йортонда үтеүе менән бәхетлебеҙ, – тине Роза Хаммат ҡыҙы. – Быйыл Рәсәйҙә һәм республикала иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы уңайынан бәйгене төбәк кимәлендә үткәрергә баҙнат иттек. Төрлө район һәм ҡалаларҙан ижади эштәрҙең күп килеүен иҫәпкә алғанда, яңылышмағанбыҙҙыр тип уйлайым. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тигәндәй, ойоштороу йәһәтенән ҡытыршылыҡтар барҙыр, әммә киләсәктә барыһы ла яҡшы булыр, конкурс юғары кимәлдә үтер тигән ниәттәмен. Татарстандан да ҡатнашыусылар булыуын билдәләһәк, бәлки, төбәк-ара кимәлгә лә сығырбыҙ.
Баһалама ағзалары уҡыусыларҙың эштәрен проза һәм поэзия буйынса айырым баһаланы. Комиссия рәйесе Таңсулпан Ғарипова әйтеүенсә, йәш ижадсылар йылдан-йыл күбәйә, ҡәләмдәр үткерләнә, осраҡлы килеп ингән бер генә уҡыусы ла юҡ. Һәр кем үҙенсә нимәлер әйтергә теләгән, үҙҙәренең күңел дәфтәренә яҙған.
– Матур миҙгелдә күңелдәргә рухи байлыҡ өҫтәрлек ижад байрамын үткәреү – үҙе бер илаһи күренеш, – тине Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы сығышында. – Иманым камил: ҡулына ҡәләм тотҡан һәр берегеҙ киләсәктә яҙыусы йәки шағир ҙа булып китмәҫ, әммә күңелегеҙҙең матур, уйығыҙҙың яҡты булырына ышанам. Ҡәләм һеҙҙе ташламаясаҡ, ижад ҡомары бер ваҡытта ла һүнмәйәсәк. Бөгөнгө бәйге лә күңелегеҙгә кескәй генә булһа ла осҡондар һалһын, яңы ҡанаттар өҫтәһен!
Проза буйынса беренсе урынды Баймаҡ районының Билал урта мәктәбенән Ынйыгөл Бикҡужина алһа, икенсегә – Рушана Хәсәнова, өсөнсө урынға Ләйсән Ғибәҙуллина лайыҡ булды.
Ә шиғриәт буйынса ҡаланың 9-сы лицейы уҡыусыһы Азалия Хажиеваға тиңләшеүсе табылманы. Артабанғы урындарҙы Айсулпан Мөхәмәтйәнова менән Зөһрә Абдуллина уртаҡлашты. Йыйынтыҡтар араһында 5-се мәктәптең “Ҡошсоҡтар” тип аталған шиғри йыйынтығы беренсе, “Хыялымдың сихри ҡанаттары” (гимназия) – икенсе, “Бәхет иле” (8-се мәктәп) өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Кисәне матур һәм йәнле итеп гимназия-интернат директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Марина Хәбилова алып барҙы. “Солтанат” өлгөлө бейеү ансамбленең дәртле сығыштары, йәш башҡарыусыларҙың моңло йырҙары барыһының да күңеленә хуш килде. Бәйгеселәргә сертификаттар һәм яҙыусы Таңсулпан Ғарипова әҙерләгән бүләктәр тапшырылды.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780