Күренекле яҙыусы һәм драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова Сибай яҙыусылар ойошмаһында эшләгән ваҡытта уҙған ижад бәйгеһе яңы офоҡтар асты: быйыл ул төбәк кимәленә сыҡты. Ун туғыҙынсы йыл рәттән уҙған конкурс, һуңғы осорҙа яҙыусы исемендәге призға үткәрелеп, Сибай ҡалаһындағы йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙе туплаһа, быйыл Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан ғына түгел, хатта күрше Татарстандан ҡушылдылар.Сибай гимназия-интернатында үткән сараға ҡаланың барлыҡ мәктәптәренән, шулай уҡ Баймаҡ районынан уҡыусылар йыйылды. Яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың ҡатнашыуы бәйгенең мәртәбәһен бермә-бер күтәрҙе. Сараны асып, белем усағы директоры Роза Бикбова йәш ижадсыларға яңы еңеүҙәр, ижади үрҙәр теләне.
– Үҙебеҙҙең гимназия-интернатта белем алған уҡыусыбыҙ, яҙыусы Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға йәш ижадсылар конкурсының тап беҙҙең уҡыу йортонда үтеүе менән бәхетлебеҙ, – тине Роза Хаммат ҡыҙы. – Быйыл Рәсәйҙә һәм республикала иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы уңайынан бәйгене төбәк кимәлендә үткәрергә баҙнат иттек. Төрлө район һәм ҡалаларҙан ижади эштәрҙең күп килеүен иҫәпкә алғанда, яңылышмағанбыҙҙыр тип уйлайым. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тигәндәй, ойоштороу йәһәтенән ҡытыршылыҡтар барҙыр, әммә киләсәктә барыһы ла яҡшы булыр, конкурс юғары кимәлдә үтер тигән ниәттәмен. Татарстандан да ҡатнашыусылар булыуын билдәләһәк, бәлки, төбәк-ара кимәлгә лә сығырбыҙ.
Баһалама ағзалары уҡыусыларҙың эштәрен проза һәм поэзия буйынса айырым баһаланы. Комиссия рәйесе Таңсулпан Ғарипова әйтеүенсә, йәш ижадсылар йылдан-йыл күбәйә, ҡәләмдәр үткерләнә, осраҡлы килеп ингән бер генә уҡыусы ла юҡ. Һәр кем үҙенсә нимәлер әйтергә теләгән, үҙҙәренең күңел дәфтәренә яҙған.
– Матур миҙгелдә күңелдәргә рухи байлыҡ өҫтәрлек ижад байрамын үткәреү – үҙе бер илаһи күренеш, – тине Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы сығышында. – Иманым камил: ҡулына ҡәләм тотҡан һәр берегеҙ киләсәктә яҙыусы йәки шағир ҙа булып китмәҫ, әммә күңелегеҙҙең матур, уйығыҙҙың яҡты булырына ышанам. Ҡәләм һеҙҙе ташламаясаҡ, ижад ҡомары бер ваҡытта ла һүнмәйәсәк. Бөгөнгө бәйге лә күңелегеҙгә кескәй генә булһа ла осҡондар һалһын, яңы ҡанаттар өҫтәһен!
Проза буйынса беренсе урынды Баймаҡ районының Билал урта мәктәбенән Ынйыгөл Бикҡужина алһа, икенсегә – Рушана Хәсәнова, өсөнсө урынға Ләйсән Ғибәҙуллина лайыҡ булды.
Ә шиғриәт буйынса ҡаланың 9-сы лицейы уҡыусыһы Азалия Хажиеваға тиңләшеүсе табылманы. Артабанғы урындарҙы Айсулпан Мөхәмәтйәнова менән Зөһрә Абдуллина уртаҡлашты. Йыйынтыҡтар араһында 5-се мәктәптең “Ҡошсоҡтар” тип аталған шиғри йыйынтығы беренсе, “Хыялымдың сихри ҡанаттары” (гимназия) – икенсе, “Бәхет иле” (8-се мәктәп) өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Кисәне матур һәм йәнле итеп гимназия-интернат директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Марина Хәбилова алып барҙы. “Солтанат” өлгөлө бейеү ансамбленең дәртле сығыштары, йәш башҡарыусыларҙың моңло йырҙары барыһының да күңеленә хуш килде. Бәйгеселәргә сертификаттар һәм яҙыусы Таңсулпан Ғарипова әҙерләгән бүләктәр тапшырылды.