Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Их, ҡымыҙы ла ҡымыҙы!
Их, ҡымыҙы ла ҡымыҙы! Район һабантуйы уҙған ялан мәж килә — бында Х республика ҡымыҙсылар конкурсы үтә. Ҡатнашыусылар жюри ағзалары “хөкөм”өнә тауарын әҙерләй, ҡунаҡтарға шифалы ризыҡ тәҡдим итә.

– Беҙ зарланырға күнекмәгәнбеҙ. Һәр эштең үҙ ауырлығы, уңыш-уңышһыҙлыҡтары була, — ти Бүздәк районынан “Сәлим” крәҫтиән (фермер) хужалығы йылҡысыһы Илдар Сәлимов. — Мин 27 йыл ауылда ат көттөм, ә ун йыл элек үҙем хужалыҡ астым. Ғаиләлә барыбыҙ ҙа эшләй: малайҙар ярҙам итә, ҡатын — технолог, ҡымыҙ сифатын тикшерә. Эштән йәм табып йәшәйбеҙ.
Йылҡы көтөүселәр ярышы биге­рәк тә йәнле үтә: сыбыртҡы шартлаталар, һыбай йөрөйҙәр, ярышып ат эйәрләйҙәр… Улар араһында иң йә­ше — Руслан Исламов. Мәсетле ра­йоны Әйүп ауылынан килгән 13 йәш­­­­лек үҫмер һигеҙ йәшенән үк йылҡы көткән.
– Бер-ике тапҡыр үҙ-үҙеңдең арҡаңа эләктерһәң, сыбыртҡы шарт­латырға шун­дуҡ өйрәнәһең, — тип көлә Рус­лан.
Өҫтәлдәр, өҫтәлдәр һуң, ниндәй ге­нә ҡымыҙ кәсәләре юҡ бында! Ана бит, республиканың 32 районынан килтерелгән эсемлек йылғалай ағырлыҡ.
– Көнөнә 75 литр ҡымыҙ бешәбеҙ, — ти Ҡыйғы районының “Аҡбуҙат” хужалығынан Сара Ғәлимова. — Барлығы 98 атыбыҙ бар, шуларҙың 33-ө — һауын бейәләре. Һәр ике сәғәт һайын һауып торабыҙ. Үҙе­беҙҙең һатыу нөктәләре бар.
Ул арала комиссия үҙ эшен башлай. Оҫталар, тулҡынланып, һөҙөм­тәләрҙе көтә.
– Тәү сиратта ГОСТ-ҡа ярашлы эш­ләнгән тышлыҡтарға иғтибар итәбеҙ, — ти белгес Радий Уразбахтин. — Мотлаҡ ҡымыҙҙың сифатын баһалайбыҙ…
Ниһайәт, ярышҡа йомғаҡ яһа­лыр сәғәт килеп етте. Конкурстың еңеү­сеһе — Баймаҡ районынан Әҡлимә Әфләтунова! Уға башҡорт тоҡомло айғыр бүләк ителде. Ә Баймаҡ икенсе йылға конкурсты ҡабул итеү хоҡуғын алды.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779