Район һабантуйы уҙған ялан мәж килә — бында Х республика ҡымыҙсылар конкурсы үтә. Ҡатнашыусылар жюри ағзалары “хөкөм”өнә тауарын әҙерләй, ҡунаҡтарға шифалы ризыҡ тәҡдим итә. – Беҙ зарланырға күнекмәгәнбеҙ. Һәр эштең үҙ ауырлығы, уңыш-уңышһыҙлыҡтары була, — ти Бүздәк районынан “Сәлим” крәҫтиән (фермер) хужалығы йылҡысыһы Илдар Сәлимов. — Мин 27 йыл ауылда ат көттөм, ә ун йыл элек үҙем хужалыҡ астым. Ғаиләлә барыбыҙ ҙа эшләй: малайҙар ярҙам итә, ҡатын — технолог, ҡымыҙ сифатын тикшерә. Эштән йәм табып йәшәйбеҙ.
Йылҡы көтөүселәр ярышы бигерәк тә йәнле үтә: сыбыртҡы шартлаталар, һыбай йөрөйҙәр, ярышып ат эйәрләйҙәр… Улар араһында иң йәше — Руслан Исламов. Мәсетле районы Әйүп ауылынан килгән 13 йәшлек үҫмер һигеҙ йәшенән үк йылҡы көткән.
– Бер-ике тапҡыр үҙ-үҙеңдең арҡаңа эләктерһәң, сыбыртҡы шартлатырға шундуҡ өйрәнәһең, — тип көлә Руслан.
Өҫтәлдәр, өҫтәлдәр һуң, ниндәй генә ҡымыҙ кәсәләре юҡ бында! Ана бит, республиканың 32 районынан килтерелгән эсемлек йылғалай ағырлыҡ.
– Көнөнә 75 литр ҡымыҙ бешәбеҙ, — ти Ҡыйғы районының “Аҡбуҙат” хужалығынан Сара Ғәлимова. — Барлығы 98 атыбыҙ бар, шуларҙың 33-ө — һауын бейәләре. Һәр ике сәғәт һайын һауып торабыҙ. Үҙебеҙҙең һатыу нөктәләре бар.
Ул арала комиссия үҙ эшен башлай. Оҫталар, тулҡынланып, һөҙөмтәләрҙе көтә.
– Тәү сиратта ГОСТ-ҡа ярашлы эшләнгән тышлыҡтарға иғтибар итәбеҙ, — ти белгес Радий Уразбахтин. — Мотлаҡ ҡымыҙҙың сифатын баһалайбыҙ…
Ниһайәт, ярышҡа йомғаҡ яһалыр сәғәт килеп етте. Конкурстың еңеүсеһе — Баймаҡ районынан Әҡлимә Әфләтунова! Уға башҡорт тоҡомло айғыр бүләк ителде. Ә Баймаҡ икенсе йылға конкурсты ҡабул итеү хоҡуғын алды.