Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йырлап яуа ямғырҙар
Йырлап яуа ямғырҙар Икмәк булһа, йыр ҙа булыр тигәндәй, иген баҫыуҙары ҡояш нурҙарына ҡойоноп ултырған ерҙә – район сигендә – ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов етәкселегендәге Көйөргәҙе вәкилдәре. Ҡурай моңо, ҡымыҙ, икмәк-тоҙ, яҡты йөҙ – халҡыбыҙҙың ихласлығы!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев етәкләгән ижади десантты хужалар беренсе профессиональ башҡорт композиторы, “Мин йырларға туған халҡымдан өй­рәндем” тигән моң эйәһе Ғәзиз Әл­мө­­хәмәтовтың Яңы Мораптал ауылында урынлашҡан музейына алып китте. Унда килеп инеү менән композиторҙың тотош стенаны алып торған фотоһы ҡаршылай. Райондағы Киров исемендәге колхоздың яу һәм хеҙмәт даны музейы нигеҙендә 1995 йыл­дың 27 октябрендә булдырылған музейҙа бик бай мәғлүмәт һаҡлана. Шулай ҙа уны ла тулыландырырға мөмкин. Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев: “Шәйехзада Бабич менән Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың ижади эш­мә­кәрлеге хаҡында мәғлүмәтте Милли әҙәбиәт музейынан алырға була, уларҙың бергә иҫтәлеккә төшкән фотоһы ла бар, шуларҙы өҫтәһәгеҙ, тағы ла шәп булыр ине”, – тине.
Йырлап яуа ямғырҙарБөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итте Рәсәй, элекке СССР халҡы. Ошо уңайҙан ҡунаҡтар менән бергә район вәкилдәре Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир­ҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған стелаға сәскәләр һалды. Ташҡа баҫылған исемлектең бер яғында һәләк булғандар, икенсеһендә тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡандар теркәлгән.
Көйөргәҙеләр үҙҙәренең шәхестәре иҫтә­леген ҡәҙерләп һаҡлай. Яңы Мораптал мәк­тәбе башҡорт әҙәбиәте классигы Баязит Бик­байҙың исемен йөрөтә. Мәктәп алдында шағирҙың скульптор Өлфәт Ҡобағошов эшләгән бюсы тора. Яҙыусылар унда ла сәскә һалды, Баязит Бикбайҙың ғүмер юлы, ижады хаҡында фекер алышты. Мәктәптәге музейҙа ла әҙиптең ижадына һәм яҙмышына ҡа­ғы­лышлы күп мәғлүмәт һаҡлана. Әйткәндәй, Таймаҫ мәктәбе мәшһүр прозаик Рәшит Солтангәрәев исемен йөрөтә. Уның алдында ла беҙҙең быуын күреп белгән һүҙ оҫтаһының Өлфәт Ҡобағошов тарафынан эшләгән бюсы тора.
Был йәһәттән бик үҙенсәлекле булып сыҡты Көйөргәҙе ере – 11 июндә Шы­ба­ғош ауылында 30 йылдан ашыу эшләп килгән А. Пушкин музейы алдында рус классигына ла һәйкәл асҡандар. Авторы – Воронеж өлкәһенән скульптор-рәссам, Рәсәй рәссамдарының ижади союзы ағзаһы Александр Козинин. Ул был скульптураны районға бүләк иткән.
Артабан район ижадсыларының ҡулъ­яҙмаларын тикшереү Яңы Мораптал ауылындағы мәҙәниәт йортонда дауам итте. Ралина Әхмәтгәрәева, Ал­һыу Аҡсурина, Гөлназ Ғәлиева, Сәриә Юлдыбаева, Диана Әмәкәсева, Булат Урмәмбәтов, Гүзәлиә Сәлихова, Рә­милә Ҡужаҡова, Гөлназ Искәндәрова йы­йылған халыҡты үҙе менән та­ныш­тырҙы, шиғырҙарын уҡыны. Шағирҙар Рауил Бикбаев, Хисмәтулла Юлдашев, Мөнир Ҡунафин, Тамара Искәндәриә, Светлана Ғәфүрова, БДУ профессоры, филология фәндәре докторы, прозаик Тимерғәле Килмөхәмәтов уларға кә­ңәш­тәрен әйтте, шиғыр техникаһы, ижа­ди оҫталыҡ серҙәре менән бү­леште. Рәмилә Ҡужаҡова, Гүзәлиә Сә­ли­ховаларҙың шиғырҙарын айырым шәлкем итеп республика матбуғатында баҫтырырға тигән тәҡдим әйтелде. Гөл­наз Искәндәроваға ижади асыштарын китап итеп туплап, Башҡортостан Яҙыу­сылар союзының шиғриәт секцияһына тикшереүгә ҡуйғанда ла һис артыҡ бул­маҫ ине. Булат Урмәмбәтов сәсән тел­ле яҙмалары менән иғтибарҙы йәлеп итте. Светлана Ғәфүрова рус телендә яҙышҡандарҙың ҡулъяҙмаларына анализ яһаны һәм һәр кем үҙе өсөн яңы ижади донъя асыуын теләне. Китапханасылар, журналистар, уҡытыусылар бынау ҡыҙыу эш мәлендә, әҙәбиәт тип, зал тултырып килеп ултырған. Быларҙың барыһы ла сараны ойоштороу кимәле юғары булыуы хаҡында һөйләй түгелме?!
Ошо уҡ залда райондың һәүәҫкәр артистары менән Федоровка ҡунаҡтары ла сығыш яһаны. Өфөнән килгән яҙыу­сы­лар ҙа шиғри сәләмен тапшырҙы. Кү­мертау яҙыусылар ойошмаһының яуап­лы сәркәтибе Кинйәғәле Абдуллин, шағирә Сулпан Миңлебаева, сатирик яҙыусы Закир Әкбәров ҡунаҡтарға яңы әҫәрҙәрен уҡыны. Төбәктәге ижад­сы­лар­ҙы туплап, йәштәргә илһам ҡа­нат­тары ҡуйыуҙары өсөн ҙур рәхмәт уларға.
Байрам һуңында Федоровка районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Эдуард Сәлишев Йыльяҙма-китапты Кө­йөр­гәҙе район Советы секретары Әхәт Исламғоловҡа тапшырҙы. Бер аҙна дауамында был ҡомартҡы Рәшит Сол­тангәрәев, Илшат Йомағолов, Зөбәржәт Йәнбирҙина, Ғәлим Хисамов, Зөһрә Ҡот­логилдина, Тамара Ғәниева, Миң­ле­гөл Хисамоваларҙың тыуған ерендә халыҡты китапҡа ылыҡтырыу, әҙә­биәт­кә һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән үҙ эшен башҡарыр. Яҡташ яҙыу­сыларының ижа­дынан башлар, моғайын, көйөр­гәҙеләр әҙәбиәт донъяһына сәфәрен!
Июнь башынан алып төбәктә бөртөк тә ямғыр төшмәгән. Ә был көндә ҡойҙо ғына! Һеңдереп кенә яуған болоттар кар­уаны оҙатып ҡалды беҙҙе Ырымбур өлкәһенең Иҫәнгилде ауылына, Баязит Бикбайҙың дуҫы, замандашы, ҡәләм­дәше Сәғит Агиштың тыуған яғына. Ысынлап та, икмәк булһа, йыр ҙа булыр.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780