Икмәк булһа, йыр ҙа булыр тигәндәй, иген баҫыуҙары ҡояш нурҙарына ҡойоноп ултырған ерҙә – район сигендә – ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов етәкселегендәге Көйөргәҙе вәкилдәре. Ҡурай моңо, ҡымыҙ, икмәк-тоҙ, яҡты йөҙ – халҡыбыҙҙың ихласлығы!Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев етәкләгән ижади десантты хужалар беренсе профессиональ башҡорт композиторы, “Мин йырларға туған халҡымдан өйрәндем” тигән моң эйәһе Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың Яңы Мораптал ауылында урынлашҡан музейына алып китте. Унда килеп инеү менән композиторҙың тотош стенаны алып торған фотоһы ҡаршылай. Райондағы Киров исемендәге колхоздың яу һәм хеҙмәт даны музейы нигеҙендә 1995 йылдың 27 октябрендә булдырылған музейҙа бик бай мәғлүмәт һаҡлана. Шулай ҙа уны ла тулыландырырға мөмкин. Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев: “Шәйехзада Бабич менән Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың ижади эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәтте Милли әҙәбиәт музейынан алырға була, уларҙың бергә иҫтәлеккә төшкән фотоһы ла бар, шуларҙы өҫтәһәгеҙ, тағы ла шәп булыр ине”, – тине.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итте Рәсәй, элекке СССР халҡы. Ошо уңайҙан ҡунаҡтар менән бергә район вәкилдәре Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған стелаға сәскәләр һалды. Ташҡа баҫылған исемлектең бер яғында һәләк булғандар, икенсеһендә тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡандар теркәлгән.
Көйөргәҙеләр үҙҙәренең шәхестәре иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Яңы Мораптал мәктәбе башҡорт әҙәбиәте классигы Баязит Бикбайҙың исемен йөрөтә. Мәктәп алдында шағирҙың скульптор Өлфәт Ҡобағошов эшләгән бюсы тора. Яҙыусылар унда ла сәскә һалды, Баязит Бикбайҙың ғүмер юлы, ижады хаҡында фекер алышты. Мәктәптәге музейҙа ла әҙиптең ижадына һәм яҙмышына ҡағылышлы күп мәғлүмәт һаҡлана. Әйткәндәй, Таймаҫ мәктәбе мәшһүр прозаик Рәшит Солтангәрәев исемен йөрөтә. Уның алдында ла беҙҙең быуын күреп белгән һүҙ оҫтаһының Өлфәт Ҡобағошов тарафынан эшләгән бюсы тора.
Был йәһәттән бик үҙенсәлекле булып сыҡты Көйөргәҙе ере – 11 июндә Шыбағош ауылында 30 йылдан ашыу эшләп килгән А. Пушкин музейы алдында рус классигына ла һәйкәл асҡандар. Авторы – Воронеж өлкәһенән скульптор-рәссам, Рәсәй рәссамдарының ижади союзы ағзаһы Александр Козинин. Ул был скульптураны районға бүләк иткән.
Артабан район ижадсыларының ҡулъяҙмаларын тикшереү Яңы Мораптал ауылындағы мәҙәниәт йортонда дауам итте. Ралина Әхмәтгәрәева, Алһыу Аҡсурина, Гөлназ Ғәлиева, Сәриә Юлдыбаева, Диана Әмәкәсева, Булат Урмәмбәтов, Гүзәлиә Сәлихова, Рәмилә Ҡужаҡова, Гөлназ Искәндәрова йыйылған халыҡты үҙе менән таныштырҙы, шиғырҙарын уҡыны. Шағирҙар Рауил Бикбаев, Хисмәтулла Юлдашев, Мөнир Ҡунафин, Тамара Искәндәриә, Светлана Ғәфүрова, БДУ профессоры, филология фәндәре докторы, прозаик Тимерғәле Килмөхәмәтов уларға кәңәштәрен әйтте, шиғыр техникаһы, ижади оҫталыҡ серҙәре менән бүлеште. Рәмилә Ҡужаҡова, Гүзәлиә Сәлиховаларҙың шиғырҙарын айырым шәлкем итеп республика матбуғатында баҫтырырға тигән тәҡдим әйтелде. Гөлназ Искәндәроваға ижади асыштарын китап итеп туплап, Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһына тикшереүгә ҡуйғанда ла һис артыҡ булмаҫ ине. Булат Урмәмбәтов сәсән телле яҙмалары менән иғтибарҙы йәлеп итте. Светлана Ғәфүрова рус телендә яҙышҡандарҙың ҡулъяҙмаларына анализ яһаны һәм һәр кем үҙе өсөн яңы ижади донъя асыуын теләне. Китапханасылар, журналистар, уҡытыусылар бынау ҡыҙыу эш мәлендә, әҙәбиәт тип, зал тултырып килеп ултырған. Быларҙың барыһы ла сараны ойоштороу кимәле юғары булыуы хаҡында һөйләй түгелме?!
Ошо уҡ залда райондың һәүәҫкәр артистары менән Федоровка ҡунаҡтары ла сығыш яһаны. Өфөнән килгән яҙыусылар ҙа шиғри сәләмен тапшырҙы. Күмертау яҙыусылар ойошмаһының яуаплы сәркәтибе Кинйәғәле Абдуллин, шағирә Сулпан Миңлебаева, сатирик яҙыусы Закир Әкбәров ҡунаҡтарға яңы әҫәрҙәрен уҡыны. Төбәктәге ижадсыларҙы туплап, йәштәргә илһам ҡанаттары ҡуйыуҙары өсөн ҙур рәхмәт уларға.
Байрам һуңында Федоровка районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Эдуард Сәлишев Йыльяҙма-китапты Көйөргәҙе район Советы секретары Әхәт Исламғоловҡа тапшырҙы. Бер аҙна дауамында был ҡомартҡы Рәшит Солтангәрәев, Илшат Йомағолов, Зөбәржәт Йәнбирҙина, Ғәлим Хисамов, Зөһрә Ҡотлогилдина, Тамара Ғәниева, Миңлегөл Хисамоваларҙың тыуған ерендә халыҡты китапҡа ылыҡтырыу, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән үҙ эшен башҡарыр. Яҡташ яҙыусыларының ижадынан башлар, моғайын, көйөргәҙеләр әҙәбиәт донъяһына сәфәрен!
Июнь башынан алып төбәктә бөртөк тә ямғыр төшмәгән. Ә был көндә ҡойҙо ғына! Һеңдереп кенә яуған болоттар каруаны оҙатып ҡалды беҙҙе Ырымбур өлкәһенең Иҫәнгилде ауылына, Баязит Бикбайҙың дуҫы, замандашы, ҡәләмдәше Сәғит Агиштың тыуған яғына. Ысынлап та, икмәк булһа, йыр ҙа булыр.