Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарих яҙып тарихта ҡалды...
Тарих яҙып тарихта ҡалды...“Минең бурысым — халҡымдың алыҫ үткәндәрен әҙәбиәт аша ҡайтарып биреү”, – тигән арҙаҡлы башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматов. Ысынлап та, әҙип ошо һүҙҙәренә ғүмер буйы тоғро ҡалды. Әҙәбиәт аҡһаҡалы мауыҡтырғыс, тәрән мәғәнәле әҫәрҙәре менән халҡыбыҙ тарихының яңы биттәрен асты, онотолған хәтерҙе тергеҙҙе.
Уның кеүек уңышлы эшләгән яҙыусылар һирәк. Яныбай Хаммат улы — егермеләгән роман авторы. “Бөртөкләп йыйыла алтын” пенталогияһы ғына ни тора! Ә инде “Төньяҡ амурҙары”, “Башҡорттар китте һуғышҡа…”, “Тыуған көн” кеүек әҙәрҙәрен уҡымаған кеше юҡтыр.
Быйыл билдәле романсы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Яныбай Хамматовтың тыуыуына 90 йыл тулды. Ошо уңайҙан әҙиптең тыуған төйәгендә – Белорет районының Исмаҡай ауылында – күркәм байрам ойошторолдо.
Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә Башҡорт­остан мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, рес­публикабыҙҙың Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова, шағир­ҙар Әхмәҙин Әфтәх, Дамир Шәрәфи һәм районда йәшәп ижад иткәндәр йыйылды.
– Яныбай Хаммат улы бик ҡат­марлы тормош юлы үтте, – тине район Советы рәйесе Евгений Карепанов. – Кескәйҙән етемлек һурпаһын да татыған, һуғышта ла ҡатнашҡан, партия эшенә лә егелгән. Әммә ғүмере юҡҡа уҙманы: ул халҡына бай мираҫ ҡалдырҙы. Уның “Хәсрәтле бала саҡ” тигән автобиографик әҫәрен уҡығанда күҙ йәштәрен тыйыу мөмкин түгел. Шәхсән үҙем уның менән яҡшы таныш инем. Яныбай ағай, итәғәтле кеше булараҡ, бик яҡын булды.
Евгений Яковлевич яҙыусының исемен мәңгеләштереү йәһәтенән баш­ҡа­рылған эштәр тураһында ла һөйләне. Белорет ҡалаһындағы башҡорт гимна­зияһы, Сермәндәге китапхана, Чернов­ка ауылындағы урам Яныбай Хам­матов исемен йөрөтә. Бынан тыш мәшһүр ижадсы тыуған йортҡа иҫтә­лекле таҡтаташ ҡуйылған, Исмаҡайҙа музейы бар.
Романдар оҫтаһына үлгәндән һуң “Белорет ҡалаһы һәм районының почетлы гражданы” тигән исем бирелгән. Инде тиҫтә йылдан ашыу районда Яныбай Хамматов исемендәге әҙәби премия тапшырылып килә. Был көндә мәртәбәле бүләккә “Ҡыу ҡарағас” йыйынтығы өсөн прозаик Мансур Һиҙиәтов лайыҡ булды.
Республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев Хөкү­мәтебеҙ Премьер-министры урын­баҫары Салауат Сәғитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.
– Бынан егерме йыл элек Белорет ҡалаһында арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың 70 йәшлек юбилейын уҙғарғайныҡ, – тип хәтирәләргә бирелде Рәнис Рәйес улы. – Ул шул тиклем ихлас һәм ябай кеше булараҡ хәтерҙә ҡалған. Уйлап ҡараһаң, ябай малай төпкөлдән сығып, ҙур уңыштарға өлгәшкән. Әле ошонда йыйылған йәштәр ҙә мәшһүр ауылдашынан өлгө алыр тип ышанам.
Яҙыусының ҡыҙы Гүзәл ханым, ейәнсәре Алһыу был байрамдың хөрмәтле ҡунаҡтары ине. Әйткәндәй, улар Яныбай Хаммат улының ижади мираҫын танытыу йәһәтенән оло эш башҡара. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Гүзәл Хамматова атаһының байтаҡ әҫәрен урыҫ теленә тәржемә иткән.
Тарих яҙып тарихта ҡалды...– Яҡташтары оло хөрмәт күрһәтте, шуға атайымдың рухы шаттыр, – тине күҙ йәше аралаш Гүзәл Яныбай ҡыҙы. – Ул һуңғы көндәренә тиклем ҙур пландар менән йәшәне. Күптәр уның шул тиклем күп әҫәр яҙыуына хайран ҡала. Сәбәбе ябай: атайым үҙенә ҡарата ныҡ талапсан ине. Кешегә аҡыл өйрәтеп, маһайып йөрөмәне. Ә бары тик әҙәбиәткә егелеп йәшәне.
Гүзәл Хамматова ҡасандыр ата­һына бүләк ителгән картинаны Исма­ҡайҙағы музейға тапшырҙы.
Мәртәбәле ҡунаҡтар заманында Яныбай Хамматовҡа ҡарата күрһәтел­гән ғәҙелһеҙлек хаҡында ла әсенеп һөйләне. Башҡорт әҙәбиәтендә бер­ҙән-бер пенталогия яҙған, ике тиҫтә роман ижад иткән, Советтар Союзында танылыу яулаған әҙәбиәтебеҙ классигы ниңәлер “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән исемгә лайыҡ булмаған. Исмаҡай ауылы халҡы ошо мәсьәләне ҡайтанан күтәреп сығыу­ҙарын да үтенде. Ысынлап та, һуңлап булһа ла әҙипкә мәртәбәле исем бирелһә, бер ҙә яҙыҡ булмаҫ ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780