“Минең бурысым — халҡымдың алыҫ үткәндәрен әҙәбиәт аша ҡайтарып биреү”, – тигән арҙаҡлы башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматов. Ысынлап та, әҙип ошо һүҙҙәренә ғүмер буйы тоғро ҡалды. Әҙәбиәт аҡһаҡалы мауыҡтырғыс, тәрән мәғәнәле әҫәрҙәре менән халҡыбыҙ тарихының яңы биттәрен асты, онотолған хәтерҙе тергеҙҙе. Уның кеүек уңышлы эшләгән яҙыусылар һирәк. Яныбай Хаммат улы — егермеләгән роман авторы. “Бөртөкләп йыйыла алтын” пенталогияһы ғына ни тора! Ә инде “Төньяҡ амурҙары”, “Башҡорттар китте һуғышҡа…”, “Тыуған көн” кеүек әҙәрҙәрен уҡымаған кеше юҡтыр.
Быйыл билдәле романсы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Яныбай Хамматовтың тыуыуына 90 йыл тулды. Ошо уңайҙан әҙиптең тыуған төйәгендә – Белорет районының Исмаҡай ауылында – күркәм байрам ойошторолдо.
Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә Башҡортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, республикабыҙҙың Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова, шағирҙар Әхмәҙин Әфтәх, Дамир Шәрәфи һәм районда йәшәп ижад иткәндәр йыйылды.
– Яныбай Хаммат улы бик ҡатмарлы тормош юлы үтте, – тине район Советы рәйесе Евгений Карепанов. – Кескәйҙән етемлек һурпаһын да татыған, һуғышта ла ҡатнашҡан, партия эшенә лә егелгән. Әммә ғүмере юҡҡа уҙманы: ул халҡына бай мираҫ ҡалдырҙы. Уның “Хәсрәтле бала саҡ” тигән автобиографик әҫәрен уҡығанда күҙ йәштәрен тыйыу мөмкин түгел. Шәхсән үҙем уның менән яҡшы таныш инем. Яныбай ағай, итәғәтле кеше булараҡ, бик яҡын булды.
Евгений Яковлевич яҙыусының исемен мәңгеләштереү йәһәтенән башҡарылған эштәр тураһында ла һөйләне. Белорет ҡалаһындағы башҡорт гимназияһы, Сермәндәге китапхана, Черновка ауылындағы урам Яныбай Хамматов исемен йөрөтә. Бынан тыш мәшһүр ижадсы тыуған йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған, Исмаҡайҙа музейы бар.
Романдар оҫтаһына үлгәндән һуң “Белорет ҡалаһы һәм районының почетлы гражданы” тигән исем бирелгән. Инде тиҫтә йылдан ашыу районда Яныбай Хамматов исемендәге әҙәби премия тапшырылып килә. Был көндә мәртәбәле бүләккә “Ҡыу ҡарағас” йыйынтығы өсөн прозаик Мансур Һиҙиәтов лайыҡ булды.
Республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев Хөкүмәтебеҙ Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.
– Бынан егерме йыл элек Белорет ҡалаһында арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың 70 йәшлек юбилейын уҙғарғайныҡ, – тип хәтирәләргә бирелде Рәнис Рәйес улы. – Ул шул тиклем ихлас һәм ябай кеше булараҡ хәтерҙә ҡалған. Уйлап ҡараһаң, ябай малай төпкөлдән сығып, ҙур уңыштарға өлгәшкән. Әле ошонда йыйылған йәштәр ҙә мәшһүр ауылдашынан өлгө алыр тип ышанам.
Яҙыусының ҡыҙы Гүзәл ханым, ейәнсәре Алһыу был байрамдың хөрмәтле ҡунаҡтары ине. Әйткәндәй, улар Яныбай Хаммат улының ижади мираҫын танытыу йәһәтенән оло эш башҡара. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Гүзәл Хамматова атаһының байтаҡ әҫәрен урыҫ теленә тәржемә иткән.
– Яҡташтары оло хөрмәт күрһәтте, шуға атайымдың рухы шаттыр, – тине күҙ йәше аралаш Гүзәл Яныбай ҡыҙы. – Ул һуңғы көндәренә тиклем ҙур пландар менән йәшәне. Күптәр уның шул тиклем күп әҫәр яҙыуына хайран ҡала. Сәбәбе ябай: атайым үҙенә ҡарата ныҡ талапсан ине. Кешегә аҡыл өйрәтеп, маһайып йөрөмәне. Ә бары тик әҙәбиәткә егелеп йәшәне.
Гүзәл Хамматова ҡасандыр атаһына бүләк ителгән картинаны Исмаҡайҙағы музейға тапшырҙы.
Мәртәбәле ҡунаҡтар заманында Яныбай Хамматовҡа ҡарата күрһәтелгән ғәҙелһеҙлек хаҡында ла әсенеп һөйләне. Башҡорт әҙәбиәтендә берҙән-бер пенталогия яҙған, ике тиҫтә роман ижад иткән, Советтар Союзында танылыу яулаған әҙәбиәтебеҙ классигы ниңәлер “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән исемгә лайыҡ булмаған. Исмаҡай ауылы халҡы ошо мәсьәләне ҡайтанан күтәреп сығыуҙарын да үтенде. Ысынлап та, һуңлап булһа ла әҙипкә мәртәбәле исем бирелһә, бер ҙә яҙыҡ булмаҫ ине.