Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шарандарҙың күңеле шар асыҡ
Ҡәләме талантлы, холҡо яғымлы, сабыр, итәғәтле ижадташым, дуҫым Зарема Әхмәтйәнованың хәтер кисәһе күңелдә һағышлы, рәхмәтле тойғолар уятты. Әҙибәнең өлкәндәр һәм балалар өсөн яҙған шиғыр, проза әҫәрҙәре хәтерҙә яңырҙы, уйландырҙы, һоҡландырҙы. Иртәрәк китте ул донъялыҡтан, ҡырҡ ике генә йәшендә... Шул арала ла тос ижад емештәре ҡалдырҙы, ҡәләмдәштәре, уҡыусылары күңелендә хөрмәт яулап өлгөрҙө, ҡыҙы Гүзәл менән улы Илдарға үҙенең күркәм сифаттарын мираҫ итте.

Шарандарға һоҡландым! Яҙыу­сы­ларын ихластан яратып, ололап иҫкә алдылар. Был сараны район башлығы Илгиз Сәмиғуллиндың асып ебәреүе, уның урынбаҫары Эльвира Ғәзизова менән ауыл биләмәһе етәксеһе Роберт Суфияновтың баштан аҙаҡҡаса ҡатнашыуы тап ошо хаҡта һөйләй.
Зарема Әхмәтйәнованың ижадын байҡау менән бер рәттән, уның Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәбиәтте пропагандалау бюроһын етәкләгән, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Аҡбуҙат” журналдары редакцияларында эшләгән йылдарын да онотманы шарандар һәм хәтер кисәһенә Өфөнән килгән ҡәләмдәштәре. Бер осорҙа “Аҡбуҙат”та эшләгән, әлеге көндә “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире, яҙыусы Салауат Кәримов, балалар баҫмаһын ойоштороуҙа Зарема Әхмәтйәнованың өлөшө ҙур булды, тип билдәләп үтеп, тулҡынландырғыс хәтирәләре менән уртаҡлашты. Башҡортостандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтов та күренекле яҡташы хаҡында йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәрен еткереп, уның рухына бағышлап йырҙар башҡарҙы.
Был онотолмаҫ көн Зареманың тыуған ауылы Шарлыҡбашта башланды. Бәләкәй генә ауылдың оло күңелле кешеләре ҡунаҡтарға һөйөклө әҙибәләренең тәпәй баҫҡан, ижадында сағылыш тапҡан урындарҙы күрһәтте: киң таралған “Аҡсарлаҡлы күл” йырын тыңлап, шул күл ярында баҫып тороу, Ташлыҡбаш тигән ярлауҙағы дәү-дәү таштарға хайран ҡалыу, урындағы күркәм мәсеттә изге сүрәләр тыңлау... Ауылдың һәүәҫкәр артистары яланда ҡоролған матур сәхнә күренештәре менән дә ҡыуандырҙы.
Хәтер кисәһенең төп өлөшө Ерекле урта мәктәбендә уҙғарылды. Мәктәп директоры Фәрхиза Харисова музей­ҙары, әлеге сараға махсус әҙерләнгән күргәҙмәләре менән таныштырҙы. Артабан шарандар үҙҙәренең һоҡланғыс шәхестәре, һөйөклө ҡыҙҙары Зарема Әхмәтйәнованың ижад йыһанына сә­йәхәт итеп, биографияһының иҫтә­лекле биттәрен асты. Уҡыусыларҙың сығыштары өлкән быуын вәкил­дәре­нең хәтирәләре менән аралашып бар­ҙы.
Рәхмәт һеҙгә, Шаран районы хал­ҡы! Яҙыусығыҙҙы ҙурлап, үҙегеҙҙе кү­тәр­ҙегеҙ — йомарт, хәтерле, мәҙә­ниәт­ле кешеләр бейеклегенә. Хәтерленең тарихы бар, тарихлының тамыры бар, тамырлының иле, теле, халҡы бар ҙаһа!
Һөйөклө ҡыҙығыҙ, шағирәгеҙ бер саҡ: “Эй көнләшәм анау һан­дуғастан, өҙөлөп тә һайрай тал-ағаста. Һайрар инем, һандуғасҡа етмәҫ...” — тип яҙғайны. Һайраны Зарема, моңло итеп, онотолмаҫлыҡ итеп! Мин дә, шарандар, һеҙҙең һымаҡ, уның хәтерҙә юйылмаҫ образын күңел түрҙәремдә йөрөтәм. Ошо шиғырым уның, гүзәл ҡатындың, талантлы әҙибәнең, һоҡланғыс әсәнең, тоғро дуҫтың яҡты рухына мәҙхиә булһын.

Һағынам
Заремаға.

Мин hағынам hинең күҙҙәреңде.
Ҡарашыңдың төпhөҙ сөңгөлөнән
Ялтырап та баҡҡан яҡтылыҡты,
Сылтырап та сыҡҡан
моң-hағышты,
Уйылып та аҡҡан уй-ағышты
Алғанhыңдыр инде Сөндән генә.
Мин hағынам hинең күҙҙәреңде...
Ҡарашыңдың төпhөҙ сөңгөлөнөң
Яҡтылығы күсте инде күккә,
Эй, илаhи ҡыҙы Сөн иленең.
Шағирәнә йәнең hинең Үрҙә:
Ҡайсаҡ унан hиҫкәндереп бер нур
Өндәшәлер кеүек: “Гөлнур,
Гөлнур...”




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780