Шарандарҙың күңеле шар асыҡ04.07.2015
Ҡәләме талантлы, холҡо яғымлы, сабыр, итәғәтле ижадташым, дуҫым Зарема Әхмәтйәнованың хәтер кисәһе күңелдә һағышлы, рәхмәтле тойғолар уятты. Әҙибәнең өлкәндәр һәм балалар өсөн яҙған шиғыр, проза әҫәрҙәре хәтерҙә яңырҙы, уйландырҙы, һоҡландырҙы. Иртәрәк китте ул донъялыҡтан, ҡырҡ ике генә йәшендә... Шул арала ла тос ижад емештәре ҡалдырҙы, ҡәләмдәштәре, уҡыусылары күңелендә хөрмәт яулап өлгөрҙө, ҡыҙы Гүзәл менән улы Илдарға үҙенең күркәм сифаттарын мираҫ итте.
Шарандарға һоҡландым! Яҙыусыларын ихластан яратып, ололап иҫкә алдылар. Был сараны район башлығы Илгиз Сәмиғуллиндың асып ебәреүе, уның урынбаҫары Эльвира Ғәзизова менән ауыл биләмәһе етәксеһе Роберт Суфияновтың баштан аҙаҡҡаса ҡатнашыуы тап ошо хаҡта һөйләй.
Зарема Әхмәтйәнованың ижадын байҡау менән бер рәттән, уның Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәбиәтте пропагандалау бюроһын етәкләгән, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Аҡбуҙат” журналдары редакцияларында эшләгән йылдарын да онотманы шарандар һәм хәтер кисәһенә Өфөнән килгән ҡәләмдәштәре. Бер осорҙа “Аҡбуҙат”та эшләгән, әлеге көндә “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире, яҙыусы Салауат Кәримов, балалар баҫмаһын ойоштороуҙа Зарема Әхмәтйәнованың өлөшө ҙур булды, тип билдәләп үтеп, тулҡынландырғыс хәтирәләре менән уртаҡлашты. Башҡортостандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтов та күренекле яҡташы хаҡында йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәрен еткереп, уның рухына бағышлап йырҙар башҡарҙы.
Был онотолмаҫ көн Зареманың тыуған ауылы Шарлыҡбашта башланды. Бәләкәй генә ауылдың оло күңелле кешеләре ҡунаҡтарға һөйөклө әҙибәләренең тәпәй баҫҡан, ижадында сағылыш тапҡан урындарҙы күрһәтте: киң таралған “Аҡсарлаҡлы күл” йырын тыңлап, шул күл ярында баҫып тороу, Ташлыҡбаш тигән ярлауҙағы дәү-дәү таштарға хайран ҡалыу, урындағы күркәм мәсеттә изге сүрәләр тыңлау... Ауылдың һәүәҫкәр артистары яланда ҡоролған матур сәхнә күренештәре менән дә ҡыуандырҙы.
Хәтер кисәһенең төп өлөшө Ерекле урта мәктәбендә уҙғарылды. Мәктәп директоры Фәрхиза Харисова музейҙары, әлеге сараға махсус әҙерләнгән күргәҙмәләре менән таныштырҙы. Артабан шарандар үҙҙәренең һоҡланғыс шәхестәре, һөйөклө ҡыҙҙары Зарема Әхмәтйәнованың ижад йыһанына сәйәхәт итеп, биографияһының иҫтәлекле биттәрен асты. Уҡыусыларҙың сығыштары өлкән быуын вәкилдәренең хәтирәләре менән аралашып барҙы.
Рәхмәт һеҙгә, Шаран районы халҡы! Яҙыусығыҙҙы ҙурлап, үҙегеҙҙе күтәрҙегеҙ — йомарт, хәтерле, мәҙәниәтле кешеләр бейеклегенә. Хәтерленең тарихы бар, тарихлының тамыры бар, тамырлының иле, теле, халҡы бар ҙаһа!
Һөйөклө ҡыҙығыҙ, шағирәгеҙ бер саҡ: “Эй көнләшәм анау һандуғастан, өҙөлөп тә һайрай тал-ағаста. Һайрар инем, һандуғасҡа етмәҫ...” — тип яҙғайны. Һайраны Зарема, моңло итеп, онотолмаҫлыҡ итеп! Мин дә, шарандар, һеҙҙең һымаҡ, уның хәтерҙә юйылмаҫ образын күңел түрҙәремдә йөрөтәм. Ошо шиғырым уның, гүзәл ҡатындың, талантлы әҙибәнең, һоҡланғыс әсәнең, тоғро дуҫтың яҡты рухына мәҙхиә булһын.
Һағынам
Заремаға.
Мин hағынам hинең күҙҙәреңде.
Ҡарашыңдың төпhөҙ сөңгөлөнән
Ялтырап та баҡҡан яҡтылыҡты,
Сылтырап та сыҡҡан
моң-hағышты,
Уйылып та аҡҡан уй-ағышты
Алғанhыңдыр инде Сөндән генә.
Мин hағынам hинең күҙҙәреңде...
Ҡарашыңдың төпhөҙ сөңгөлөнөң
Яҡтылығы күсте инде күккә,
Эй, илаhи ҡыҙы Сөн иленең.
Шағирәнә йәнең hинең Үрҙә:
Ҡайсаҡ унан hиҫкәндереп бер нур
Өндәшәлер кеүек: “Гөлнур,
Гөлнур...”