Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Быуаттар ауазын яңғыратып...
Быуаттар ауазын яңғыратып...Танылған музыкант, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙҙы пропагандалау йәһәтенән ғәйәт ҙур эш башҡара. Ул оҫта уйнауы менән Австрия, Норвегия, Германия, Франция, Төркиә, Польша тамашасыларын да хайран ҡалдырған.
Виртуоз ҡумыҙсы яңыраҡ Ҡаҙағстандан ижади сәфәрҙән ҡайтты. Замандашыбыҙ ҡа­ҙаҡ ханлығының 550 йыллығы уңайынан ойош­торолған “Быуаттар өнө” халыҡ-ара фольклор-этнографик фестивалендә ҡатнашҡан икән.
– Мәртәбәле сараға ижадташ дуҫым, ҡаҙаҡ композиторы Эдиль Хөсәйенов саҡырғайны, – ти Миңлеғәфүр Зәйнетдинов. – Беҙ уның ме­нән күптән аралашабыҙ, байтаҡ сәх­нәләрҙә бергә сығыш яһаныҡ. Фестивалдең юғары кимәлдә ойошторолоуы һөйөндөрҙө. Ҡаҙағстанда үҙешмәкәр коллективтарға, фольклорға ҙур иғтибар бүленә. Унда боронғо мәҙәни традициялар ҙа һаҡланған.
Музыкант белдереүенсә, фестивалдә Си­ләбе өлкәһенән, Таулы Алтай Рес­пуб­ли­ка­һынан, шулай уҡ Ҡытай, Монголия, Бе­лоруссия, Ҡаҙағстан илдәренән сәнғәт оҫта­лары ҡатнашҡан. Яҡташыбыҙ иһә ун төрлө музыка ҡоралында уйнап күрһәткән. Тамашасылар уның башҡарыуында “Сал быуаттар ауазы”, “Уралда” кеүек ком­по­зи­ция­ларҙы йылы ҡабул иткән.
Башҡаса булыуы мөмкин дә түгелдер. Оҫта ҡумыҙсы был ижади әҫәрҙәрендә тотош Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтен күҙ алдына килтерә. Һы­ҙылып таң атыуы, ҡоштарҙың сутылдашыуы, шишмәнең сылтырап ағыуы, сал даланың еле, ат тояҡтары тауышы – барыһын да башҡорт егете серле ҡумыҙ аша тамашасы йөрәгенә еткерә.
Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың сит тарафтан һәр саҡ еңеү менән ҡайтыуына күптән күнегеп бөткәнбеҙ. Яҡташыбыҙ был юлы ла һынатманы: фестивалдең лауреаты булып, иҫтәлекле думбыра һыны менән бүләкләнде. Тынғыһыҙ замандашыбыҙға яңынан-яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779