Танылған музыкант, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙҙы пропагандалау йәһәтенән ғәйәт ҙур эш башҡара. Ул оҫта уйнауы менән Австрия, Норвегия, Германия, Франция, Төркиә, Польша тамашасыларын да хайран ҡалдырған. Виртуоз ҡумыҙсы яңыраҡ Ҡаҙағстандан ижади сәфәрҙән ҡайтты. Замандашыбыҙ ҡаҙаҡ ханлығының 550 йыллығы уңайынан ойошторолған “Быуаттар өнө” халыҡ-ара фольклор-этнографик фестивалендә ҡатнашҡан икән.
– Мәртәбәле сараға ижадташ дуҫым, ҡаҙаҡ композиторы Эдиль Хөсәйенов саҡырғайны, – ти Миңлеғәфүр Зәйнетдинов. – Беҙ уның менән күптән аралашабыҙ, байтаҡ сәхнәләрҙә бергә сығыш яһаныҡ. Фестивалдең юғары кимәлдә ойошторолоуы һөйөндөрҙө. Ҡаҙағстанда үҙешмәкәр коллективтарға, фольклорға ҙур иғтибар бүленә. Унда боронғо мәҙәни традициялар ҙа һаҡланған.
Музыкант белдереүенсә, фестивалдә Силәбе өлкәһенән, Таулы Алтай Республикаһынан, шулай уҡ Ҡытай, Монголия, Белоруссия, Ҡаҙағстан илдәренән сәнғәт оҫталары ҡатнашҡан. Яҡташыбыҙ иһә ун төрлө музыка ҡоралында уйнап күрһәткән. Тамашасылар уның башҡарыуында “Сал быуаттар ауазы”, “Уралда” кеүек композицияларҙы йылы ҡабул иткән.
Башҡаса булыуы мөмкин дә түгелдер. Оҫта ҡумыҙсы был ижади әҫәрҙәрендә тотош Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтен күҙ алдына килтерә. Һыҙылып таң атыуы, ҡоштарҙың сутылдашыуы, шишмәнең сылтырап ағыуы, сал даланың еле, ат тояҡтары тауышы – барыһын да башҡорт егете серле ҡумыҙ аша тамашасы йөрәгенә еткерә.
Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың сит тарафтан һәр саҡ еңеү менән ҡайтыуына күптән күнегеп бөткәнбеҙ. Яҡташыбыҙ был юлы ла һынатманы: фестивалдең лауреаты булып, иҫтәлекле думбыра һыны менән бүләкләнде. Тынғыһыҙ замандашыбыҙға яңынан-яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!