Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Доға кеүек ҡабатлайым: Барынан өҫтөн хаҡлыҡ!”
“Доға кеүек ҡабатлайым: Барынан өҫтөн хаҡлыҡ!” Ҡадир Әлибаев башҡорт әҙәбиәтендә күберәк балалар яҙыусыһы булараҡ киң билдәле. Шул уҡ ваҡытта ул – өлкәндәр өсөн яҙылған бер нисә шиғыр китабы авторы ла.
Әҙип 1940 йылда Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында тыуа. Башта тыуған ауылындағы мәктәптә, аҙаҡ Аҡъярҙа белем ала. 1958 йылдан райондың Сәғит, Үрнәк башланғыс мәғариф учреждениеларында уҡытыусы булып эшләй. 1962 – 1968 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем алып, артабан Хәйбулла, Баймаҡ, Учалы райондарында, Сибай ҡалаһының башҡорт мәктәп-интернатында уҡыта, әҙәби түңәрәккә етәкселек итә.

Ҡадир Әлибаев мәктәптә уҡыған йыл­дарында уҡ яҙыша башлай. Ши­ғыр­ҙары район матбуғатында, “Баш­ҡорт­ос­тан пионеры” гәзитендә, “Пионер” жур­налында донъя күрә. Уның кес­кәй­ҙәр өсөн яҙылған шиғырҙары “Аҡ шиш­мә” (1982), “Йырлы ямғыр” (1989), “Са­мауыр йыры” (1995) исемле йыйын­тыҡтарында баҫылып сығып, төрлө йәш­тәге уҡыусылар күңелен яуланы: ба­лалар баҡсаһында, башланғыс клас­тарҙа, әҙәби-мәҙәни сараларҙа фай­ҙа­ланыла. Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте бәхәсһеҙ.
Ҡадир Әлибаевтың өлкәндәргә тәғә­йен­ләнгән шиғырҙары һәм ҡо­ба­йыр­ҙары “Әсәйем ҡулдары” (1991), “Атай тупһаһы” (1998) китаптарында донъя күр­ҙе. Башҡортостан “Китап” нәш­риә­тендә сыҡҡан “Быуаттар тауышы” — “Башҡорт шиғриәте антологияһы”нда (2001) һәм ике телдә нәшер ителгән “Бала­лар әҙәбиәте антологияһы”нда (2004) уның сағыу шиғри ижады өлгөләре бирелде.
Шағир Ҡадир Әлибаев ябай хеҙмәт кешеһенең күркәм сифаттарын ыҡсым юлдарҙа образлы итеп һүрәтләй. Мәҫәлән:
Атай әйтә: “Таҡта йышам, әйҙә,
улым, булыш, — ти, —
Хәлеңдән килгәнсә генә
таҡ­та­ларҙы йышыш”, — ти.
Тирләп-бешеп таҡта йышам,
атайымдан ҡалышмай.
Атай әйтә: “Эш — теләктә,
эшләһәң, эш ҡарышмай, –
тигән бәләкәй генә шиғыр ябайлығы, ихласлығы менән уҡыусыла ыңғай хистәр тыуҙыра.
Бик үк ҙур булмаған әҙәби мира­ҫында Ҡадир Әлибаевтың күҙәтеү­сән­леге, йәшәйештең фәлсәфәүи асылына төшөнөргә ынтылышы асыҡ сағыла.
Дөрөҫлөктө юллағанда,
Мең бәләгә тарыным.
Донъяға танылмаһам да,
Мин донъяны таныным!

(“Донъяны таныным”).
Йәки:
Доға кеүек ҡабатлайым:
Барынан өҫтөн хаҡлыҡ!
Хаҡлыҡты артыҡ һөйгәнгә,
Бик аҙ татыным шатлыҡ!
Боронғолар бик хаҡлы:
“Тоҙло дөрөҫлөк хаҡы!”

(“Хаҡлыҡ”).

Шиғри һығымталарының тәрәнлеге бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Ҡадир Әлибаев үҙенең ижад кредоһы итеп “Ябайлыҡта — бөйөклөк” төшөн­сәһен һайланы һәм әҫәҙәрендә ошо ҡарашына тоғро булды.
Һүҙемде яҡташым һәм ҡәләмдәшем Ҡадир Әлибаевтың яҡты иҫтәлегенә арналған шиғырым менән тамамлайым.

Ҡадири зат

Йөрөр инең яйлап ҡына,
Һөйләр инең һайлап ҡына,
Ҡарар инең һынап ҡына,
Ҡарар ҡылдың уйлап ҡына;
Яҙыр инең ҡыҫҡа ғына,
Ҡыҫҡа ғына — оҫта ғына.

Ҡадири1 зат — ҡәҙерле зат,
Һандин-һаяҡ һиндәй ир-ат.

Аҙ йөрөнөң — күпте күрҙең,
Аҙ һөйләнең — күпте тирҙең.
Аҙ бирһәләр — һоранманың,
Яҙмышыңдан зарланманың;
Тапҡаныңа шөкөр иттең,
Юғалғанға зикер2 әйттең.

Ҡадири зат — нәҙерле3 зат,
Һирәктер ул һиндәй ир-ат.

Тормошто һин ҡай берәүҙәй
Өйрәнмәнең дәреслектән.
Үгәйһеткәндә лә дәүер,
Тайпылманың дөрөҫлөктән.
Эҙләгәндә ғәҙеллекте
Китаптарың — дәреслектәй.

Ҡадири зат — хөрмәтле зат,
Рухи терәк — һиндәй ир-ат...

Исемеңә тоғро булдың:
Ижадыңда соғол булдың,
Теләгәндә, атаң кеүек,
Яугир рухлы, сая булдың.
Күңелең гел баяу булды,
Фәрештәләй аяу булдың...

Ҡадири зат — ҡөҙрәтле зат,
Йәннәттәрҙә — һиндәй ир-ат!..

1Ҡадир (ғәр.) — көслө.
2Зикер (ғәр.) — иҫкә алыу, иҫкә төшөрөү.
3Нәҙерле (ғәр.) — вәғәҙәле, бурыслы.
Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың
халыҡ шағиры.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779