Ҡадир Әлибаев башҡорт әҙәбиәтендә күберәк балалар яҙыусыһы булараҡ киң билдәле. Шул уҡ ваҡытта ул – өлкәндәр өсөн яҙылған бер нисә шиғыр китабы авторы ла.
Әҙип 1940 йылда Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында тыуа. Башта тыуған ауылындағы мәктәптә, аҙаҡ Аҡъярҙа белем ала. 1958 йылдан райондың Сәғит, Үрнәк башланғыс мәғариф учреждениеларында уҡытыусы булып эшләй. 1962 – 1968 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем алып, артабан Хәйбулла, Баймаҡ, Учалы райондарында, Сибай ҡалаһының башҡорт мәктәп-интернатында уҡыта, әҙәби түңәрәккә етәкселек итә.Ҡадир Әлибаев мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ яҙыша башлай. Шиғырҙары район матбуғатында, “Башҡортостан пионеры” гәзитендә, “Пионер” журналында донъя күрә. Уның кескәйҙәр өсөн яҙылған шиғырҙары “Аҡ шишмә” (1982), “Йырлы ямғыр” (1989), “Самауыр йыры” (1995) исемле йыйынтыҡтарында баҫылып сығып, төрлө йәштәге уҡыусылар күңелен яуланы: балалар баҡсаһында, башланғыс кластарҙа, әҙәби-мәҙәни сараларҙа файҙаланыла. Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте бәхәсһеҙ.
Ҡадир Әлибаевтың өлкәндәргә тәғәйенләнгән шиғырҙары һәм ҡобайырҙары “Әсәйем ҡулдары” (1991), “Атай тупһаһы” (1998) китаптарында донъя күрҙе. Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан “Быуаттар тауышы” — “Башҡорт шиғриәте антологияһы”нда (2001) һәм ике телдә нәшер ителгән “Балалар әҙәбиәте антологияһы”нда (2004) уның сағыу шиғри ижады өлгөләре бирелде.
Шағир Ҡадир Әлибаев ябай хеҙмәт кешеһенең күркәм сифаттарын ыҡсым юлдарҙа образлы итеп һүрәтләй. Мәҫәлән:
Атай әйтә: “Таҡта йышам, әйҙә,
улым, булыш, — ти, —
Хәлеңдән килгәнсә генә
таҡталарҙы йышыш”, — ти.
Тирләп-бешеп таҡта йышам,
атайымдан ҡалышмай.
Атай әйтә: “Эш — теләктә,
эшләһәң, эш ҡарышмай, –
тигән бәләкәй генә шиғыр ябайлығы, ихласлығы менән уҡыусыла ыңғай хистәр тыуҙыра.
Бик үк ҙур булмаған әҙәби мираҫында Ҡадир Әлибаевтың күҙәтеүсәнлеге, йәшәйештең фәлсәфәүи асылына төшөнөргә ынтылышы асыҡ сағыла.
Дөрөҫлөктө юллағанда,
Мең бәләгә тарыным.
Донъяға танылмаһам да,
Мин донъяны таныным!
(“Донъяны таныным”).Йәки:
Доға кеүек ҡабатлайым:
Барынан өҫтөн хаҡлыҡ!
Хаҡлыҡты артыҡ һөйгәнгә,
Бик аҙ татыным шатлыҡ!
Боронғолар бик хаҡлы:
“Тоҙло дөрөҫлөк хаҡы!”
(“Хаҡлыҡ”).Шиғри һығымталарының тәрәнлеге бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Ҡадир Әлибаев үҙенең ижад кредоһы итеп “Ябайлыҡта — бөйөклөк” төшөнсәһен һайланы һәм әҫәҙәрендә ошо ҡарашына тоғро булды.
Һүҙемде яҡташым һәм ҡәләмдәшем Ҡадир Әлибаевтың яҡты иҫтәлегенә арналған шиғырым менән тамамлайым.
Ҡадири затЙөрөр инең яйлап ҡына,
Һөйләр инең һайлап ҡына,
Ҡарар инең һынап ҡына,
Ҡарар ҡылдың уйлап ҡына;
Яҙыр инең ҡыҫҡа ғына,
Ҡыҫҡа ғына — оҫта ғына.
Ҡадири1 зат — ҡәҙерле зат,
Һандин-һаяҡ һиндәй ир-ат.
Аҙ йөрөнөң — күпте күрҙең,
Аҙ һөйләнең — күпте тирҙең.
Аҙ бирһәләр — һоранманың,
Яҙмышыңдан зарланманың;
Тапҡаныңа шөкөр иттең,
Юғалғанға зикер2 әйттең.
Ҡадири зат — нәҙерле3 зат,
Һирәктер ул һиндәй ир-ат.
Тормошто һин ҡай берәүҙәй
Өйрәнмәнең дәреслектән.
Үгәйһеткәндә лә дәүер,
Тайпылманың дөрөҫлөктән.
Эҙләгәндә ғәҙеллекте
Китаптарың — дәреслектәй.
Ҡадири зат — хөрмәтле зат,
Рухи терәк — һиндәй ир-ат...
Исемеңә тоғро булдың:
Ижадыңда соғол булдың,
Теләгәндә, атаң кеүек,
Яугир рухлы, сая булдың.
Күңелең гел баяу булды,
Фәрештәләй аяу булдың...
Ҡадири зат — ҡөҙрәтле зат,
Йәннәттәрҙә — һиндәй ир-ат!..
1Ҡадир (ғәр.) — көслө.
2Зикер (ғәр.) — иҫкә алыу, иҫкә төшөрөү.
3Нәҙерле (ғәр.) — вәғәҙәле, бурыслы.
Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың
халыҡ шағиры.