Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йырҙар ҡала юлдарҙан
Йырҙар ҡала юлдарҙан Өфө урамдарына йыр-моң, шиғри нур бөркөп йөрөгән “Әҙәби троллейбус”ҡа кешеләр хәҙер күнегеп тә бара шикелле. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте ойошторған был сараны республикабыҙҙың гәзит-журналдары күтәреп алды.


“Башҡортостан” гәзитенең шиғриәт һәм йыр-моң тулы троллейбустағы сә­фәре Мә­жит Ғафури исемендәге Баш­ҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы халыҡ шағирының һәйкә­ленә сәскә һалыуҙан башланды. Баҫ­маның баш мөхәррире Нияз Сә­лимов Мәжит Ғафуриҙың шиғырын уҡып, сәфәргә шағир фатихаһын бирҙе:
– Бер аҙым алға баҫам да
Әйләнәм мин артыма.
Ҡайҙа баҫҡандар икән тип,
Күҙ һаламын халҡыма.
“Башҡортостан” гәзите Әҙә­биәт йылына һәм Бөйөк Еңеү­ҙең 70 йыл­лы­ғына арнап фо­то­күргәҙмә ойошторҙо, “Әҙәби нағыш” марафонын даими яҡ­тыртып бара. Ғөмү­мән, баҫмабыҙ рухи тормош менән ҡайнап йәшәй, сөнки ун­да халыҡтың асылы, йәне сағыла. Кү­ңел байлығыбыҙҙы юғалт­маһаҡ, ки­лә­сәгебеҙҙе яҡ­тыртҡан өмөт усағы һүнмәҫ.
Йырҙар ҡала юлдарҙанТеатрҙың директоры Олег Ханов гә­зит хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен бел­дерҙе:
– Һеҙ халҡыбыҙҙы сәнғәт усағына йәлеп итәһегеҙ. “Баш­ҡортостан” – ру­хиәте­беҙ­ҙең көҙгөһө, умыртҡа һө­йә­ге. Үҙенең биттәрендә ар­тис­тарыбыҙ­ҙың тормошо, ижади ҡаҙаныштары тура­һын­да халыҡҡа еткереп тора. Рәхмәт һеҙгә! Ә беҙ иһә гә­зит­тән айырыл­май­быҙ. Вәғәҙә итеп әйтәм, театрға 10 да­на “Баш­ҡортостан” яҙҙыра­саҡ­быҙ.
Башҡортостандың халыҡ артисы, данлыҡлы ҡурайсы Роберт Юлдашевтың илаһи ҡу­рай моңон, Башҡортостан­дың атҡаҙанған артисы, һан­дуғас тауышлы Сәйҙә Илья­со­ваның ҡобайырын тың­ла­ғандан һуң, Олег Ханов Башҡортостан Яҙыу­сы­лар сою­зы идараһы рәйесе урын­ба­ҫары Спартак Ильясов менән Мә­жит Ғафуриҙың һәйкә­ленә сәскә һалды.
Шиғыр һәм йыр менән лы­ҡа тулы трол­лейбус, ҡанат­лы тол­пар кеүек, еңел генә ҡуҙ­ғалып китте. Моң “каре­та”­һының хужабикәһе – “Баш­ҡорт­остан” гәзитенең әҙә­биәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире, шағирә Лариса Абдуллина “дилбегә”не ҡулына алып, тәүге туҡталышта уҡ салонға эркелгән пас­са­жир­ҙарҙы сәләмләп ҡаршыланы. Бер аҙҙан күңелде сихри моң сорнап алды. Юлдашыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисы Радик Динәх­мәтов баш­ҡарған йырҙарҙы ләззәт­ләнеп тың­ланы халыҡ. Ул киң билдәле “Күр­ше хаҡы”, “Әлдә һин бар әле донъя­ла!”, “Мандолина” ке­үек йырҙарын башҡарғанда бөтөн салон ҡушылды.
Йырҙар ҡала юлдарҙанҺалдат кейемендәге Сәй­ҙә Ильясо­ва моң усағына ҡеүәт өҫтәп ебәрҙе. Уның хәрби хәбәрселәр, һуғыш тура­һын­дағы йырҙары ал­ҡыш­тарға кү­мел­де, “Катю­ша”ны тың­ла­ған­да күңел “күҙ­ҙәре”нә йәш төйөлдө.
Республикабыҙҙың талантлы шағи­рәләре Зөлфиә Ханнанова менән Лариса Абдуллинаның һағышлы ли­ри­ка­һы йәнде наҙланы, фәл­сәфәүи шиғырҙары йөрәкте тетрәтте. Зөлфиә балаларҙы күстәнәстәре менән ҡыуан­дырһа, Лариса атаҡлы Мос­тай Кә­рим­дең китаптарын бүләк итте. Әйткәндәй, был китап­тарҙы шағирҙың ҡыҙы Әл­фиә апай инселәгән. Уға ихлас рәхмә­тебеҙҙе етке­рәбеҙ!
Бүләк тигәндән, күптән тү­гел Радик Динәхмәтов “Кеше” тигән китап баҫ­тыр­ғайны. Унда күренекле башҡорт һәм татар шағирҙарының, талант­лы йәштәрҙең әҫәрҙәре туп­ланған. Радик уларҙы “карета”ның күсере (водитель) Камил Хәтмуллин менән кондуктор Радик Мона­си­пов­ҡа, шулай уҡ моң­ло юлдаштарына сәфәр иҫтә­леге итеп тапшырҙы.
Юлда төрлө ҡыҙыҡ-мыҙыҡ хәлдәр булғыланы: Валенти­на Тимерханова исем­ле пассажир, йырлап килә торғас, туҡ­талышын үтеп киткән. Эсе бош­ма­ны быға, Черниковканы урап килде. “Әлдә туҡта­лыш­ты үтеп киткәнмен, күңелем бушап ҡалды. Рәхәтләнеп бер йырланым”, – тине апай.
Эйе, донъяла төрлө туҡ­талыштар бар: үтеп киткән йә һуңлап килгән саҡтар ҙа булыр. Ләкин моң туҡта­лы­шын уҙып китергә яҙмаһын!








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779