Өфө урамдарына йыр-моң, шиғри нур бөркөп йөрөгән “Әҙәби троллейбус”ҡа кешеләр хәҙер күнегеп тә бара шикелле. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте ойошторған был сараны республикабыҙҙың гәзит-журналдары күтәреп алды. “Башҡортостан” гәзитенең шиғриәт һәм йыр-моң тулы троллейбустағы сәфәре Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы халыҡ шағирының һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Баҫманың баш мөхәррире Нияз Сәлимов Мәжит Ғафуриҙың шиғырын уҡып, сәфәргә шағир фатихаһын бирҙе:
– Бер аҙым алға баҫам да
Әйләнәм мин артыма.
Ҡайҙа баҫҡандар икән тип,
Күҙ һаламын халҡыма.
“Башҡортостан” гәзите Әҙәбиәт йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап фотокүргәҙмә ойошторҙо, “Әҙәби нағыш” марафонын даими яҡтыртып бара. Ғөмүмән, баҫмабыҙ рухи тормош менән ҡайнап йәшәй, сөнки унда халыҡтың асылы, йәне сағыла. Күңел байлығыбыҙҙы юғалтмаһаҡ, киләсәгебеҙҙе яҡтыртҡан өмөт усағы һүнмәҫ.
Театрҙың директоры Олег Ханов гәзит хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен белдерҙе:
– Һеҙ халҡыбыҙҙы сәнғәт усағына йәлеп итәһегеҙ. “Башҡортостан” – рухиәтебеҙҙең көҙгөһө, умыртҡа һөйәге. Үҙенең биттәрендә артистарыбыҙҙың тормошо, ижади ҡаҙаныштары тураһында халыҡҡа еткереп тора. Рәхмәт һеҙгә! Ә беҙ иһә гәзиттән айырылмайбыҙ. Вәғәҙә итеп әйтәм, театрға 10 дана “Башҡортостан” яҙҙырасаҡбыҙ.
Башҡортостандың халыҡ артисы, данлыҡлы ҡурайсы Роберт Юлдашевтың илаһи ҡурай моңон, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, һандуғас тауышлы Сәйҙә Ильясованың ҡобайырын тыңлағандан һуң, Олег Ханов Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Спартак Ильясов менән Мәжит Ғафуриҙың һәйкәленә сәскә һалды.
Шиғыр һәм йыр менән лыҡа тулы троллейбус, ҡанатлы толпар кеүек, еңел генә ҡуҙғалып китте. Моң “карета”һының хужабикәһе – “Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире, шағирә Лариса Абдуллина “дилбегә”не ҡулына алып, тәүге туҡталышта уҡ салонға эркелгән пассажирҙарҙы сәләмләп ҡаршыланы. Бер аҙҙан күңелде сихри моң сорнап алды. Юлдашыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов башҡарған йырҙарҙы ләззәтләнеп тыңланы халыҡ. Ул киң билдәле “Күрше хаҡы”, “Әлдә һин бар әле донъяла!”, “Мандолина” кеүек йырҙарын башҡарғанда бөтөн салон ҡушылды.
Һалдат кейемендәге Сәйҙә Ильясова моң усағына ҡеүәт өҫтәп ебәрҙе. Уның хәрби хәбәрселәр, һуғыш тураһындағы йырҙары алҡыштарға күмелде, “Катюша”ны тыңлағанда күңел “күҙҙәре”нә йәш төйөлдө.
Республикабыҙҙың талантлы шағирәләре Зөлфиә Ханнанова менән Лариса Абдуллинаның һағышлы лирикаһы йәнде наҙланы, фәлсәфәүи шиғырҙары йөрәкте тетрәтте. Зөлфиә балаларҙы күстәнәстәре менән ҡыуандырһа, Лариса атаҡлы Мостай Кәримдең китаптарын бүләк итте. Әйткәндәй, был китаптарҙы шағирҙың ҡыҙы Әлфиә апай инселәгән. Уға ихлас рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Бүләк тигәндән, күптән түгел Радик Динәхмәтов “Кеше” тигән китап баҫтырғайны. Унда күренекле башҡорт һәм татар шағирҙарының, талантлы йәштәрҙең әҫәрҙәре тупланған. Радик уларҙы “карета”ның күсере (водитель) Камил Хәтмуллин менән кондуктор Радик Монасиповҡа, шулай уҡ моңло юлдаштарына сәфәр иҫтәлеге итеп тапшырҙы.
Юлда төрлө ҡыҙыҡ-мыҙыҡ хәлдәр булғыланы: Валентина Тимерханова исемле пассажир, йырлап килә торғас, туҡталышын үтеп киткән. Эсе бошманы быға, Черниковканы урап килде. “Әлдә туҡталышты үтеп киткәнмен, күңелем бушап ҡалды. Рәхәтләнеп бер йырланым”, – тине апай.
Эйе, донъяла төрлө туҡталыштар бар: үтеп киткән йә һуңлап килгән саҡтар ҙа булыр. Ләкин моң туҡталышын уҙып китергә яҙмаһын!