Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Байым инәйҙәре — ауыл биҙәге
Байым инәйҙәре —  ауыл биҙәге Был төбәк халҡы йыр-моңға маһир. Онотола барған башҡорт милли йолаларын һәм кәсептәрен һаҡлап ҡалыусы ғына түгел, уларҙы тергеҙеүсе булараҡ та киң танылдылар. Йәш быуында сәнғәткә һәм әҙәбиәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә элек-электән өләсәйҙәр мәктәбе уңышлы эшләп, матурлыҡты, уңғанлыҡты һәм ғәҙеллекте данлаған әкиәттәр һөйләп, тормош күренештәре аша кескәй баланың күңеленә изгелек орлоҡтары сәскән. Бөгөн ошо уҡ ролде ауыл ерендә йәшәгән оло инәйҙәрҙең ансамблдәре атҡара тиһәм, һис тә яңылыш булмаҫ. Тап уларҙың онотола барған йолаларҙы тергеҙеп сәхнәләштереүе, һирәк ишетелгән йырҙарҙы халыҡҡа еткереүе хуплауға лайыҡ.

Шундайҙарҙың береһе — Байым ауылында ойошто­ролған “Күбәләк биҙәктәре” фольклор-бейеү ансамбле. 1997 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Римма Вәлиева боронғо башҡорт йолаларын тергеҙеү маҡсатында фольклор ансамбле ойоштороп ебәрә. Бөгөн ижади коллективты Байым ауылы мәҙәниәт йорто директоры Марс Сәйетғәлин етәкләй. Төрлө һөнәр эйәләрен бергә туплаған был ансамблгә ун ике кеше йөрөй. Араларында мәғариф ветераны ла, фельдшер ҙа, һауынсы ла бар. Әммә уларҙы йыр-моңға булған һөйөү, милли рух, уртаҡ маҡсат берләштерә. “Күбәләк биҙәктәре”нең иң оло ағзаһы Ғәлиә Ҡунафинаға 69 йәш булһа, иң кесеһе Мәҙинә Ғәскәроваға тиҙҙән 55 тула. Ауыл үҙе күбәләк ырыуына ҡарағас, исемдәре – “Күбәләк биҙәктәре”.
Ысынлап та, бөгөн улар – ауылдың биҙәге генә түгел, ә тотош райондың йәме лә. Инәйҙәр шул тиклем дәртле һәм дарманлы, ауылда үткәрелгән бер генә мәҙәни саранан да ситтә ҡалмайҙар. “Күбәләк биҙәктәре” ауылдың йөҙөк ҡашына, барлыҡ кисәләрҙең йәменә, мәҙәниәт йортоноң терәгенә әйләнгән. Ул халыҡ ансамбле исеменә лайыҡ булған.
— Ансамблдең төп йүнәлеше – башҡорт халҡының йолаларын тергеҙеп, уларҙы сәхнәләштереү, йәш быуынға тапшырыу, — ти уның етәксеһе Марс Мөҙәрис улы. — Мәҫәлән, беҙ “Арҡан ишеү” йолаһын күрһәттек, күптәр быны хатта белмәй ҙә. Уйлап ҡараһаң, башҡорт элек-электән арҡан менән бар эште башҡарған. Йорт нигеҙе һалғанда уның дүрт яғын арҡан менән тигеҙләгән, ат тотҡанда шуның менән ҡороҡлаған, күбә тарттырғанда ла ҡулланған. Арҡан башҡорт халҡының сихри бер көсөнә эйә булған. Тап ошондай йолаларҙы тергеҙергә тырышабыҙ. Төп хыялыбыҙ — “Ашҡаҙар таңдары”нда ҡатнашып, еңеү яулау, әлегә ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу өҫтөндә көн-төн тир түгәбеҙ. Дәртле инәйҙәр эшкә килгәндәй, репетицияға һуңламай, бик теләп йөрөй.
Ижади коллективтың репертуарында “Кәкүк сәйе”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Орсоҡ өмәһе”, “Биртек йыйыу” һәм башҡа бик күп йолалар бар. “Күбәләк биҙәктәре” район өсөн яңы булған “Аҡ йолаһы”н сәхнәләштереү өҫтөндә лә эш башлаған. Һөт ризыҡтарын данлаусы, һыйыр быҙаулаһа, төрлө ырым һәм теләктәр әйтеп, хайуандың һөтлө һәм түлле булыуына ишаралаусы был йоланы ла тамашасылар яратып ҡабул итер тигән ышаныста улар. Шуны ла әйтергә кәрәк: “Күбәләк биҙәктәре” йырлап, йола күрһәтеп кенә ҡалмай, өҙҙөрә баҫып бейеп тә ебәрә. Ансамблдең визит карточкаһына әүерелгән Рәйес Низаметдинов һалған “Күбәләк оҫталары” һәм “Өмә сәйе” бейеүҙәре оло еңеүҙәр алып килгән. Былтыр “Байыҡ” телевизион конкурсында Байым инәйҙәре коллектив башҡарыусылар араһында III урынды яулаған. Шулай уҡ “Мин яратам һине, тормош!” республика бәйгеһендә лә ике йыл рәттән беренсе урынға лайыҡ булғандар.
Шуныһы ҡыуаныслы: дәртле ағинәйҙәр йырлап-бейеп кенә йөрөмәй, милли матбуғатты таратыу буйынса ла ҙур эш башҡара. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла — “Башҡортостан” гәзитенең тоғро дуҫтары. Киләсәктә лә гәзит менән араны өҙмәйәсәкбеҙ, тиҙәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779