Был төбәк халҡы йыр-моңға маһир. Онотола барған башҡорт милли йолаларын һәм кәсептәрен һаҡлап ҡалыусы ғына түгел, уларҙы тергеҙеүсе булараҡ та киң танылдылар. Йәш быуында сәнғәткә һәм әҙәбиәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә элек-электән өләсәйҙәр мәктәбе уңышлы эшләп, матурлыҡты, уңғанлыҡты һәм ғәҙеллекте данлаған әкиәттәр һөйләп, тормош күренештәре аша кескәй баланың күңеленә изгелек орлоҡтары сәскән. Бөгөн ошо уҡ ролде ауыл ерендә йәшәгән оло инәйҙәрҙең ансамблдәре атҡара тиһәм, һис тә яңылыш булмаҫ. Тап уларҙың онотола барған йолаларҙы тергеҙеп сәхнәләштереүе, һирәк ишетелгән йырҙарҙы халыҡҡа еткереүе хуплауға лайыҡ.Шундайҙарҙың береһе — Байым ауылында ойошторолған “Күбәләк биҙәктәре” фольклор-бейеү ансамбле. 1997 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Римма Вәлиева боронғо башҡорт йолаларын тергеҙеү маҡсатында фольклор ансамбле ойоштороп ебәрә. Бөгөн ижади коллективты Байым ауылы мәҙәниәт йорто директоры Марс Сәйетғәлин етәкләй. Төрлө һөнәр эйәләрен бергә туплаған был ансамблгә ун ике кеше йөрөй. Араларында мәғариф ветераны ла, фельдшер ҙа, һауынсы ла бар. Әммә уларҙы йыр-моңға булған һөйөү, милли рух, уртаҡ маҡсат берләштерә. “Күбәләк биҙәктәре”нең иң оло ағзаһы Ғәлиә Ҡунафинаға 69 йәш булһа, иң кесеһе Мәҙинә Ғәскәроваға тиҙҙән 55 тула. Ауыл үҙе күбәләк ырыуына ҡарағас, исемдәре – “Күбәләк биҙәктәре”.
Ысынлап та, бөгөн улар – ауылдың биҙәге генә түгел, ә тотош райондың йәме лә. Инәйҙәр шул тиклем дәртле һәм дарманлы, ауылда үткәрелгән бер генә мәҙәни саранан да ситтә ҡалмайҙар. “Күбәләк биҙәктәре” ауылдың йөҙөк ҡашына, барлыҡ кисәләрҙең йәменә, мәҙәниәт йортоноң терәгенә әйләнгән. Ул халыҡ ансамбле исеменә лайыҡ булған.
— Ансамблдең төп йүнәлеше – башҡорт халҡының йолаларын тергеҙеп, уларҙы сәхнәләштереү, йәш быуынға тапшырыу, — ти уның етәксеһе Марс Мөҙәрис улы. — Мәҫәлән, беҙ “Арҡан ишеү” йолаһын күрһәттек, күптәр быны хатта белмәй ҙә. Уйлап ҡараһаң, башҡорт элек-электән арҡан менән бар эште башҡарған. Йорт нигеҙе һалғанда уның дүрт яғын арҡан менән тигеҙләгән, ат тотҡанда шуның менән ҡороҡлаған, күбә тарттырғанда ла ҡулланған. Арҡан башҡорт халҡының сихри бер көсөнә эйә булған. Тап ошондай йолаларҙы тергеҙергә тырышабыҙ. Төп хыялыбыҙ — “Ашҡаҙар таңдары”нда ҡатнашып, еңеү яулау, әлегә ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу өҫтөндә көн-төн тир түгәбеҙ. Дәртле инәйҙәр эшкә килгәндәй, репетицияға һуңламай, бик теләп йөрөй.
Ижади коллективтың репертуарында “Кәкүк сәйе”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Орсоҡ өмәһе”, “Биртек йыйыу” һәм башҡа бик күп йолалар бар. “Күбәләк биҙәктәре” район өсөн яңы булған “Аҡ йолаһы”н сәхнәләштереү өҫтөндә лә эш башлаған. Һөт ризыҡтарын данлаусы, һыйыр быҙаулаһа, төрлө ырым һәм теләктәр әйтеп, хайуандың һөтлө һәм түлле булыуына ишаралаусы был йоланы ла тамашасылар яратып ҡабул итер тигән ышаныста улар. Шуны ла әйтергә кәрәк: “Күбәләк биҙәктәре” йырлап, йола күрһәтеп кенә ҡалмай, өҙҙөрә баҫып бейеп тә ебәрә. Ансамблдең визит карточкаһына әүерелгән Рәйес Низаметдинов һалған “Күбәләк оҫталары” һәм “Өмә сәйе” бейеүҙәре оло еңеүҙәр алып килгән. Былтыр “Байыҡ” телевизион конкурсында Байым инәйҙәре коллектив башҡарыусылар араһында III урынды яулаған. Шулай уҡ “Мин яратам һине, тормош!” республика бәйгеһендә лә ике йыл рәттән беренсе урынға лайыҡ булғандар.
Шуныһы ҡыуаныслы: дәртле ағинәйҙәр йырлап-бейеп кенә йөрөмәй, милли матбуғатты таратыу буйынса ла ҙур эш башҡара. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла — “Башҡортостан” гәзитенең тоғро дуҫтары. Киләсәктә лә гәзит менән араны өҙмәйәсәкбеҙ, тиҙәр.