Борон-борондан кинәйә менән һөйләп, фәлсәфәүи һығымталар яһауға маһир халҡыбыҙ. “Әҙәби нағыш” марафоны айҡанлы Бүздәк районына килеп еткәс, йәм-йәшел балаҫ кеүек йәйрәп ятҡан баҫыуҙарға ҡарап, “Икмәк булһа, йыр ҙа булыр” тигән тапҡыр һүҙҙәр иҫкә төштө. Шуға күрә, әҙәбиәт тураһында һүҙ алып барырҙан алда, ҡыҫҡаса ғына төбәктең иҡтисади хәл-әхүәле менән таныштырып китәйек.Районда 17 ауыл хужалығы предприятиеһы 46 мең 100 гектар ер эшкәртә. Быйыл иһә мал аҙығы культураларын сәсеү майҙаны арттырылған. Шәкәр сөгөлдөрө 6 мең гектарҙы биләй.
Хужалыҡтар йыл һайын яңы техника менән тулылана. Һуңғы осорҙа, мәҫәлән, быға 367 миллион һум тотонолған. “500 ферма” республика программаһына райондың дүрт фермаһы ингән. Бигерәк тә Бүздәк консерва комбинаты етештергән продукция республикабыҙҙа һәм Рәсәйҙең сит төбәктәрендә дан алған.
Шулай уҡ бында инвестиция йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бирелә. “ДАМАТЕ” компанияһы 12 мең баш һыйыр малына иҫәпләнгән һөтсөлөк фермаһы төҙөй. Был проектҡа һалынған аҡса һигеҙ миллиард һум тәшкил итә.
Бынан тыш, 12 гектар майҙанды биләгән теплица комплексын, ҡатнаш аҙыҡ заводын төҙөү күҙ уңында тотола.
Ғөмүмән, район иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән инвестиция күләме һуңғы йылдарҙа 3,42 тапҡырға артып, 1,77 миллиард һум тәшкил иткән.
Өҙөп кенә әйткәндә, бүздәктәр заман ауырлыҡтарына зарланмай, ең һыҙғанып эшкә тотонған. Ә инде икмәкле халыҡтың йыры ла, моңо ла бар.
...Өфө ҡунаҡтарын мәҙәниәт һарайы алдында икмәк-тоҙ, йыр-бейеү менән ҡаршыланылар. Көн салт аяҙ, гүйә, ҡаңны халҡының йөҙөндәге балҡыш донъяға һибелә. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Графит Шакиров менән мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлназ Шәйәхмәтова ҡунаҡтарҙы, атап әйткәндә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Спартак Ильясовты, яҙыусы, шағирә Гөлнур Яҡупованы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбайҙы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Зәки Әлибаевты, Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана хеҙмәткәре Елена Һибәтованы, Әҙәбиәт музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Регина Фазылованы китапханаға әйҙүкләне.
Райондың әҙәби картаһы буйлап сәйәхәт ҡылғандан һуң, “Бүздәк яңылыҡтары” гәзитенең баш мөхәррире Данил Туҡтамышев китапханасыларҙы байрамдары (сәфәребеҙ Китапханасылар көнөнә тура килде) менән тәбрикләне:
– Быйыл әһәмиәтле ваҡиғалар байтаҡ. “Әҙәби нағыш” иһә – рух байрамы, иман һәм әхлаҡ тантанаһы. Әҙәбиәтте беҙ китапханасыларҙан айырып ҡарай алмайбыҙ, уларҙың тырышлығы һөҙөмтәһендә китаптар үҙ уҡыусыһын таба. Һеҙ – кешеләр күңеленә яҡтылыҡ илтеүселәр, – тип бүләктәр тапшырҙы.
Ҡотлауҙарға элекке милиция (полиция) хеҙмәткәре, шағир Нур Ахунов ҡушылды, ул үҙе яҙған йырҙы башҡарып, тәбрикләнеүселәрҙең күңелен күтәреп ебәрҙе.
Сират Бүздәк шағирҙарының ижадына килеп етте. Әҫәрҙәрҙе тикшерер алдынан Спартак Ильясов сығыш яһаны:
– “Әҙәби нағыш” марафоны кеүек сара Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә юҡ, – тине ул. – Беҙ Башҡортостандың барлыҡ ижади донъяһын ҡоласлап сығырға теләйбеҙ. Яҙыусылар булмаһа, театрҙар, китапханалар булыр инеме?! Ғөмүмән, әҙип ул йәнде таҙартыусы фильтр кеүек. Үкенескә ҡаршы, беҙҙә яҙыусы тигән һөнәр юҡ. Ә кәрәк ине! Союз исеменән етәкселеккә хат та яҙып ҡараныҡ, ләкин тауыш-тын ишетелмәй әле.
Кеше үҙенең тамырҙарын белһә, ерҙә ныҡ баҫып тора. Ҡаңныларға теләгем шул: тарихығыҙҙы онотмағыҙ! Ата-бабаларын хәтеренән юйған милләттең киләсәге булмай.
Уйға һалған был һүҙҙәрҙән һуң шиғри тантана башланды. Өлкәндәр Асия Сакаева, Фәнирә Мансапова, Нур Ахунов, Рәйсә Яҡупова, Фәйрүз Аҙнабаев, Суфия Ғиләжева, Фәниә Шәрипова, Эльза Миңлеғәлиева, мәктәп уҡыусылары Радик Сәғәҙиев, Ильвина Хәбибуллина, Надежда Царбаева, Алина Рәхмәтуллина әҫәрҙәрен уҡыны. Әхмәр Үтәбай һәр ҡәләм тибрәтеүсенең ижадына ентекле анализ яһаны, ижад серҙәре, нескәлектәре хаҡында һөйләне:
– Әле генә Спартак ағай милли асыл тураһында әйткәйне. Мин бер генә миҫал килтерәм: Ҡаңны-Төркәй ауылынан өс Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты сығыуы юҡтан түгел. Был уларҙың милли асылға тоғролоғонан килә.
Шулай уҡ Гөлнур Яҡупова менән Зәки Әлибаевтың биргән ихлас кәңәштәрен ҡәләм эйәләре күңелдәренә ҡәҙерләп һалып ҡуйғандыр, моғайын.
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалғас, әҙиптәр мәҙәниәт һарайына юлланды. Бында улар “Халыҡ батырлығының бөйөклөгө”, “Яҡташ яҙыусылар – беҙҙең ғорурлыҡ!”, “Китапхана көнө” тигән күргәҙмәләрҙе, һөнәрмәндәрҙең ҡул эштәрен һоҡланып ҡараны.
Әҙәби кисә “Үрнәкле” балалар ансамбле башҡарыуында “Ҡурай” башҡорт халыҡ бейеүе менән башланды.
Шишмә районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Риф Нәбиуллин:
– 53 мең халыҡ йәшәгән бөйөк Мостай Кәрим төйәгенән һеҙгә ҡайнар сәләм! – тип Йылъяҙма-китапты Графит Шакировҡа тапшырҙы. Буш ҡул менән килмәгән шишмәләр. Экранда Мостай Кәримдең үҙе уҡыуында шиғырҙары яңғыраны, “Ләйсән” ансамбленең моңло йыры күңелде арбаны.
Регина Фазылова мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡотлауын уҡып ишеттергәндән һуң, сәхнә түрен Бүздәк таланттары биләне. Зөлфиә Байғолдина, Розалия Смакова, Ильяс Вәлиев, Илфат Хәбиров, Ришат Күҙәков, Эльвир Халиҡов тамашасыны моңло йырҙары менән әсир итте, “Сәйлән”, “Илһам шишмәһе”, “Ынйылар” ансамблдәренең өҙҙөрөп бейеүенән йөрәктәр елкенде.
Бер һүҙ менән әйткәндә, афарин, ҡаңнылар! Бүздәк ерендәге әҙәбиәт байрамы йәнгә танһыҡ, рухҡа ҡеүәт булды!