Рухи ҡанлы ҡаңнылар!30.05.2015
Рухи ҡанлы ҡаңнылар! Борон-борондан кинәйә менән һөйләп, фәлсәфәүи һығымталар яһауға маһир халҡыбыҙ. “Әҙәби нағыш” марафоны айҡанлы Бүздәк райо­нына килеп еткәс, йәм-йәшел балаҫ кеүек йәйрәп ятҡан баҫыуҙарға ҡарап, “Икмәк булһа, йыр ҙа булыр” тигән тапҡыр һүҙҙәр иҫкә төштө. Шуға күрә, әҙәбиәт тураһында һүҙ алып барырҙан алда, ҡыҫҡаса ғына төбәктең иҡтисади хәл-әхүәле менән таныштырып китәйек.

Районда 17 ауыл хужалығы пред­приятиеһы 46 мең 100 гектар ер эш­кәр­тә. Быйыл иһә мал аҙығы куль­тураларын сә­сеү майҙаны артты­рылған. Шәкәр сөгөлдөрө 6 мең гек­тарҙы биләй.
Хужалыҡтар йыл һайын яңы техника менән тулылана. Һуңғы осорҙа, мәҫәлән, быға 367 миллион һум то­тонолған. “500 ферма” республика программа­һына райондың дүрт фер­маһы ингән. Бигерәк тә Бүздәк консер­ва комбинаты етештергән про­дукция республикабыҙҙа һәм Рәсәйҙең сит төбәктәрендә дан алған.
Шулай уҡ бында инвестиция йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бирелә. “ДАМАТЕ” компанияһы 12 мең баш һыйыр малына иҫәпләнгән һөтсөлөк фермаһы төҙөй. Был проектҡа һалынған аҡса һигеҙ миллиард һум тәшкил итә.
Рухи ҡанлы ҡаңнылар!Бынан тыш, 12 гектар майҙанды би­лә­гән теплица комплексын, ҡатнаш аҙыҡ заводын төҙөү күҙ уңында тотола.
Ғөмүмән, район иҡтисадын үҫте­реүгә йүнәлтелгән инвестиция күләме һуңғы йылдарҙа 3,42 тапҡырға артып, 1,77 миллиард һум тәшкил иткән.
Өҙөп кенә әйткәндә, бүздәктәр заман ауыр­лыҡтарына зарланмай, ең һыҙғанып эшкә тотонған. Ә инде икмәкле халыҡтың йыры ла, моңо ла бар.
...Өфө ҡунаҡтарын мәҙәниәт һара­йы алдында икмәк-тоҙ, йыр-бейеү менән ҡаршыланылар. Көн салт аяҙ, гүйә, ҡаңны халҡының йөҙөндәге балҡыш донъяға һибелә. Район хаки­миәте башлығының социаль мәсьә­ләләр буйынса урынбаҫары Графит Шакиров менән мәҙәниәт бүлеге етәк­сеһе Гөлназ Шәйәхмәтова ҡунаҡтарҙы, атап әйткәндә, Башҡортостан Яҙыу­сылар союзы рәйесе урынбаҫары Спартак Ильясовты, яҙыусы, шағирә Гөлнур Яҡупованы, “Ағиҙел” журна­лының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтә­байҙы, М. Аҡмулла исе­мендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Зәки Әли­баев­ты, Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана хеҙмәт­кәре Елена Һибә­то­ваны, Әҙәбиәт музе­йының өлкән ғилми хеҙмәткәре Регина Фазылованы китапханаға әйҙүкләне.
Райондың әҙәби картаһы буйлап сәйәхәт ҡылғандан һуң, “Бүздәк яңы­лыҡ­тары” гәзитенең баш мөхәррире Данил Туҡтамышев китапхана­сылар­ҙы байрамдары (сәфәребеҙ Китапханасылар көнөнә тура килде) менән тәбрикләне:
Рухи ҡанлы ҡаңнылар!– Быйыл әһәмиәтле ваҡиғалар бай­таҡ. “Әҙәби нағыш” иһә – рух байрамы, иман һәм әхлаҡ тантанаһы. Әҙәбиәтте беҙ китапханасыларҙан айырып ҡарай алмайбыҙ, уларҙың тырышлығы һөҙөм­тәһендә китаптар үҙ уҡыусыһын таба. Һеҙ – кешеләр күңеленә яҡты­лыҡ илтеүселәр, – тип бүләктәр тап­шырҙы.
Ҡотлауҙарға элекке милиция (полиция) хеҙмәткәре, шағир Нур Ахунов ҡушылды, ул үҙе яҙған йырҙы баш­ҡарып, тәбрикләнеүселәрҙең күңелен күтәреп ебәрҙе.
Сират Бүздәк шағирҙарының ижадына килеп етте. Әҫәрҙәрҙе тикшерер алдынан Спартак Ильясов сығыш яһаны:
– “Әҙәби нағыш” марафоны кеүек сара Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә юҡ, – тине ул. – Беҙ Башҡортостандың барлыҡ ижади донъяһын ҡоласлап сығырға теләйбеҙ. Яҙыусылар бул­маһа, театрҙар, китапханалар булыр инеме?! Ғөмүмән, әҙип ул йәнде таҙартыусы фильтр кеүек. Үкенескә ҡаршы, беҙҙә яҙыусы тигән һөнәр юҡ. Ә кәрәк ине! Союз исеменән етәкселеккә хат та яҙып ҡараныҡ, ләкин тауыш-тын ишетелмәй әле.
Кеше үҙенең тамырҙарын белһә, ерҙә ныҡ баҫып тора. Ҡаңныларға теләгем шул: тарихығыҙҙы онотмағыҙ! Ата-бабаларын хәтеренән юйған милләттең киләсәге булмай.
Уйға һалған был һүҙҙәрҙән һуң шиғри тантана башланды. Өлкәндәр Асия Сакаева, Фәнирә Мансапова, Нур Ахунов, Рәйсә Яҡупова, Фәйрүз Аҙна­баев, Суфия Ғиләжева, Фәниә Шәри­пова, Эльза Миңлеғәлиева, мәктәп уҡыусылары Радик Сәғәҙиев, Ильвина Хәбибуллина, Надежда Царбаева, Алина Рәхмәтуллина әҫәрҙәрен уҡыны. Әхмәр Үтәбай һәр ҡәләм тибрәтеү­сенең ижадына ентекле анализ яһаны, ижад серҙәре, нескәлектәре хаҡында һөйләне:
– Әле генә Спартак ағай милли асыл тураһында әйткәйне. Мин бер генә миҫал килтерәм: Ҡаңны-Төркәй ауылынан өс Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты сығыуы юҡтан түгел. Был уларҙың милли асылға тоғролоғонан килә.
Шулай уҡ Гөлнур Яҡупова менән Зәки Әлибаевтың биргән ихлас кәңәш­тәрен ҡәләм эйәләре күңелдәренә ҡәҙерләп һалып ҡуйғандыр, моғайын.
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалғас, әҙиптәр мәҙәниәт һарайына юлланды. Бында улар “Халыҡ батырлығының бөйөк­лөгө”, “Яҡташ яҙыусылар – беҙҙең ғорурлыҡ!”, “Китапхана көнө” тигән күргәҙмәләрҙе, һөнәрмәндәрҙең ҡул эштәрен һоҡланып ҡараны.
Әҙәби кисә “Үрнәкле” балалар ансамбле башҡарыуында “Ҡурай” баш­ҡорт халыҡ бейеүе менән башланды.
Шишмә районы хакимиәте башлы­ғының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Риф Нәбиуллин:
– 53 мең халыҡ йәшәгән бөйөк Мос­тай Кәрим төйәгенән һеҙгә ҡайнар сәләм! – тип Йылъяҙма-китапты Графит Шакировҡа тапшырҙы. Буш ҡул менән килмәгән шишмәләр. Экранда Мостай Кәримдең үҙе уҡыуында ши­ғыр­ҙары яңғыраны, “Ләйсән” ансамбле­нең моңло йыры күңелде арбаны.
Регина Фазылова мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡотлауын уҡып ишеттергәндән һуң, сәхнә түрен Бүздәк таланттары биләне. Зөлфиә Байғолдина, Розалия Смакова, Ильяс Вәлиев, Илфат Хәбиров, Ришат Күҙә­ков, Эльвир Халиҡов тамашасыны моң­ло йырҙары менән әсир итте, “Сәйлән”, “Илһам шишмәһе”, “Ынйылар” ан­самбл­дәренең өҙҙөрөп бейеүенән йөрәктәр елкенде.
Бер һүҙ менән әйткәндә, афарин, ҡаңнылар! Бүздәк ерендәге әҙәбиәт байрамы йәнгә танһыҡ, рухҡа ҡеүәт булды!


Вернуться назад