Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәлләмов һабаҡтары
Башҡорт дәүләт университетында миңә һоҡланғыс педагог Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмовтан бер йыл һабаҡ алыу бәхете тәтене. Ул беҙҙе “Хәҙерге заман башҡорт теле”нән уҡытты. Ҡырҡ биш йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, уның дәрестәрен һаман һағынып иҫкә алам. Ғәлләмов ағай башҡортса дөрөҫ уҡыу-яҙыуға, матур итеп һөйләргә генә өйрәтеп ҡалманы, әле балалыҡ сылбырынан ысҡынып та өлгөрмәгән илке-һалҡы күңелебеҙгә педагогика тигән ҡатмарлы фәндең тәүге орлоҡтарын сәсте.
Ғәлләмов ағайҙың дәрес барышында һөйләгән ҡайһы бер фәһемле мәҙәктәрен дәфтәремә яҙып барғанмын икән. Шуларҙы бөгөн һеҙгә лә тәҡдим итмәксемен.
Кемдәрҙер онотҡан булһа, иҫегеҙгә төшөрөп үтәм. Абдрахман Ғәлләмов 1926 йылда Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуған. Педагогия фәндәре кандидаты, БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ғалимдың төп хеҙмәте — “Әлифба” — 1962 йылдан алып 1995 йылға тиклем 30 тапҡыр баҫылып сыҡҡан, Лейпцигта халыҡ-ара китап йәрминкәһендә диплом менән билдәләнгән. А. Ғәлләмов башҡорт мәктәптәре тарихында тәүге тапҡыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса оҙаҡ уйнала торған 54 пластинкалы фонохрестоматия булдырыуҙы ла ойошторған. Педагогия училищелары һәм урта мәктәптәр өсөн дәреслектәр, уҡыу әсбаптары авторҙашы. Ул 1989 йылдың 19 февралендә Өфө ҡалаһында вафат булған.


Йүгерек уҡыу

Инспектор булып эшләп йө­рөй инем. Бер мәктәпкә барып инһәм, балалар класта туҙан туҙ­ҙырып, йүгерешеп китап уҡып йөрөй. Уҡытыусылары, ҡә­нәғәт йылмайып, мөйөштә ултыра.
— Нимә эшләйһегеҙ? — тим, аптырап.
— Йүгерек уҡыу, иптәш, йү­герек уҡыу. Бына бит, программала ла шулай тип яҙылған.

Тәүге һынау

Балалар мәктәпкә тәүгә кил­гән уҡыусыны ғына түгел, яңы уҡытыусыны ла һынап ҡарай. Биология уҡытыусыһы алғай­ныҡ. Алтынсы класс уҡыу­сы­лары зоология дәресе алдынан класс журналы эсенә туҙбаш йылан һалып ҡуйған. Уҡытыусы инеп, иҫәнләшеп, журналды асһа, йылан ята икән. Ҡото ос­ҡан, һүҙ ҙә әйтә алмай ҡатҡан да ҡалған. Ә балалар ни көлә ал­май, ни эшләргә белмәй, баштарын түбән эйеп тик ултыра.
Мин завуч инем. Барып ин­дем дә журнал эсендәге йылан­ды, йөҙө ағарған уҡы­тыусы­ны күреп, барыһын да аңланым. Тиҙ генә йыланды кеҫәгә тыҡ­тым да сығып киттем.

Шулай ҙа була...

Минең бер таныш уҡытыусы балаларға эш биргән дә, тәҙрә төбөндәге өҫтәл өҫтөнә аяғын һәлберәтеп ултырып алып, ки­тап уҡый. Шым ғына индем дә бер малай янындағы буш урын­ға ултырҙым. Теге бала ултыр­ҙы-ултырҙы ла ҡыҙыҡһынып:
— Ағай, һин кем? — тип һораны.
— Инспектор.
Шул ваҡыт бер-береһенең ҡолағына шыбырҙай башланы былар:
— Инспектор... инспектор... инспектор...
Иң ситтә ултырған малай уҡытыусыларына ымлай:
— Ағай, инспектор килгән...
— Ә-ә-ә? Кем тиһең?
— Инспектор...
Теге, ҡото осоп һикереп төштө лә мине күргәс:
— Ә, Ғәлләм, һин икән дә... — тигән була.

“Дүрәк” ағай

Ҡайһы берҙә балалар, уҡытыусы ни әйтһә лә, “эйе, эйе” тип тик ултыра. Бер саҡ һынар өсөн:
— Һаҡмар Ирәндек аша аға, эйе бит, балалар? — тигән булам.
— Эйе, ағай, эйе...
Шунда бер шуғырағы икенсеһенең ҡолағына эйелә лә:
— Әллә дүрәкме икән был ағай? — тип шыбырҙай.

Демократтарса

— Ағай, был һөйләмдә өтөр була бит...
— Ә, шулаймы ни!? Йә, балалар, тағы кемдәр ниндәй тыныш билдәһе ҡуйҙы?
— Һы-ҙы-ы-ыҡ...
— Ярай, улай булғас, былай итәйек: кем өтөр ҡуйыу яҡлы, ҡулын күтәрһен. Бер, ике, өс... ун... Күпселек. Балалар, бында һыҙыҡ булмай, өтөр ҡуйыла.

“Уҡырға килдем”

Бер уҡытыусы сентябрҙең тәүге көнөндә үк беренсе класс уҡыусыларын берәмләп торғо­ҙа ла:
— Ас китабыңдың 17-се би­тен, — ти икән.
— Мин аса бел-мә-йем сул, апай, — тип яуап бирә бер ба­ла, иларға етешеп.
— Ниңә килдең һуң, улай булғас, мәктәпкә?
— Уҡырға, апай, уҡырға...

***

“Бөгөн туған телен белмәгән баланың иртәгә үҙ ата-әсәһен танымауы бик мөмкин”, — тип йыш ҡабатлай торғайны мөғәл­лимебеҙ. Шундай заман тыуып килә түгелме?







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779