Ғәлләмов һабаҡтары15.05.2015
Башҡорт дәүләт университетында миңә һоҡланғыс педагог Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмовтан бер йыл һабаҡ алыу бәхете тәтене. Ул беҙҙе “Хәҙерге заман башҡорт теле”нән уҡытты. Ҡырҡ биш йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, уның дәрестәрен һаман һағынып иҫкә алам. Ғәлләмов ағай башҡортса дөрөҫ уҡыу-яҙыуға, матур итеп һөйләргә генә өйрәтеп ҡалманы, әле балалыҡ сылбырынан ысҡынып та өлгөрмәгән илке-һалҡы күңелебеҙгә педагогика тигән ҡатмарлы фәндең тәүге орлоҡтарын сәсте.
Ғәлләмов ағайҙың дәрес барышында һөйләгән ҡайһы бер фәһемле мәҙәктәрен дәфтәремә яҙып барғанмын икән. Шуларҙы бөгөн һеҙгә лә тәҡдим итмәксемен.
Кемдәрҙер онотҡан булһа, иҫегеҙгә төшөрөп үтәм. Абдрахман Ғәлләмов 1926 йылда Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуған. Педагогия фәндәре кандидаты, БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ғалимдың төп хеҙмәте — “Әлифба” — 1962 йылдан алып 1995 йылға тиклем 30 тапҡыр баҫылып сыҡҡан, Лейпцигта халыҡ-ара китап йәрминкәһендә диплом менән билдәләнгән. А. Ғәлләмов башҡорт мәктәптәре тарихында тәүге тапҡыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса оҙаҡ уйнала торған 54 пластинкалы фонохрестоматия булдырыуҙы ла ойошторған. Педагогия училищелары һәм урта мәктәптәр өсөн дәреслектәр, уҡыу әсбаптары авторҙашы. Ул 1989 йылдың 19 февралендә Өфө ҡалаһында вафат булған.
Йүгерек уҡыу
Инспектор булып эшләп йөрөй инем. Бер мәктәпкә барып инһәм, балалар класта туҙан туҙҙырып, йүгерешеп китап уҡып йөрөй. Уҡытыусылары, ҡәнәғәт йылмайып, мөйөштә ултыра.
— Нимә эшләйһегеҙ? — тим, аптырап.
— Йүгерек уҡыу, иптәш, йүгерек уҡыу. Бына бит, программала ла шулай тип яҙылған.
Тәүге һынау
Балалар мәктәпкә тәүгә килгән уҡыусыны ғына түгел, яңы уҡытыусыны ла һынап ҡарай. Биология уҡытыусыһы алғайныҡ. Алтынсы класс уҡыусылары зоология дәресе алдынан класс журналы эсенә туҙбаш йылан һалып ҡуйған. Уҡытыусы инеп, иҫәнләшеп, журналды асһа, йылан ята икән. Ҡото осҡан, һүҙ ҙә әйтә алмай ҡатҡан да ҡалған. Ә балалар ни көлә алмай, ни эшләргә белмәй, баштарын түбән эйеп тик ултыра.
Мин завуч инем. Барып индем дә журнал эсендәге йыланды, йөҙө ағарған уҡытыусыны күреп, барыһын да аңланым. Тиҙ генә йыланды кеҫәгә тыҡтым да сығып киттем.
Шулай ҙа була...
Минең бер таныш уҡытыусы балаларға эш биргән дә, тәҙрә төбөндәге өҫтәл өҫтөнә аяғын һәлберәтеп ултырып алып, китап уҡый. Шым ғына индем дә бер малай янындағы буш урынға ултырҙым. Теге бала ултырҙы-ултырҙы ла ҡыҙыҡһынып:
— Ағай, һин кем? — тип һораны.
— Инспектор.
Шул ваҡыт бер-береһенең ҡолағына шыбырҙай башланы былар:
— Инспектор... инспектор... инспектор...
Иң ситтә ултырған малай уҡытыусыларына ымлай:
— Ағай, инспектор килгән...
— Ә-ә-ә? Кем тиһең?
— Инспектор...
Теге, ҡото осоп һикереп төштө лә мине күргәс:
— Ә, Ғәлләм, һин икән дә... — тигән була.
“Дүрәк” ағай
Ҡайһы берҙә балалар, уҡытыусы ни әйтһә лә, “эйе, эйе” тип тик ултыра. Бер саҡ һынар өсөн:
— Һаҡмар Ирәндек аша аға, эйе бит, балалар? — тигән булам.
— Эйе, ағай, эйе...
Шунда бер шуғырағы икенсеһенең ҡолағына эйелә лә:
— Әллә дүрәкме икән был ағай? — тип шыбырҙай.
Демократтарса
— Ағай, был һөйләмдә өтөр була бит...
— Ә, шулаймы ни!? Йә, балалар, тағы кемдәр ниндәй тыныш билдәһе ҡуйҙы?
— Һы-ҙы-ы-ыҡ...
— Ярай, улай булғас, былай итәйек: кем өтөр ҡуйыу яҡлы, ҡулын күтәрһен. Бер, ике, өс... ун... Күпселек. Балалар, бында һыҙыҡ булмай, өтөр ҡуйыла.
“Уҡырға килдем”
Бер уҡытыусы сентябрҙең тәүге көнөндә үк беренсе класс уҡыусыларын берәмләп торғоҙа ла:
— Ас китабыңдың 17-се битен, — ти икән.
— Мин аса бел-мә-йем сул, апай, — тип яуап бирә бер бала, иларға етешеп.
— Ниңә килдең һуң, улай булғас, мәктәпкә?
— Уҡырға, апай, уҡырға...
***
“Бөгөн туған телен белмәгән баланың иртәгә үҙ ата-әсәһен танымауы бик мөмкин”, — тип йыш ҡабатлай торғайны мөғәллимебеҙ. Шундай заман тыуып килә түгелме?