Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Сағыл”дың гөрләр сағы
“Сағыл”дың гөрләр сағы “Театрҙан тәм тапмаған әҙәм тормоштан да йәм тапмаҫ”, – тип дөрөҫ әйткән әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Ғайса Хөсәйенов. Ысынлап та, театр – беҙ йәшәгән тормоштоң көҙгөһө. Кеше күңелендә рухи камиллыҡҡа ынтылыш тәрбиәләү сараһы булараҡ уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

Район мәҙәниәт һарайында эшләп килгән “Са­ғыл” халыҡ театры тап шундай маҡсат менән йә­шәй. Уның һәр спектакле тамашасыны уйланырға мәжбүр итә. Берҙәм коллективҡа тупланған район үҙешмәкәрҙәре ролдәрен еренә еткереп башҡара, үҙ образын тамашасы һөйөүен яуларлыҡ итеп асып бирә.
Гөлшат Зәйнәшеваның “Ғәйфи бабай, өйлән давай!..” тигән пьесаһы менән “Сағыл” райондың бик күп ауылы тамашасыларын һөйөндөрҙө, тормош мәшәҡәттәренән арындырып, ял иттерҙе. Шул уҡ спектакль менән халыҡ театрҙарының “Иҙел йорт” фестивалендә ҡатнашып, ошо сән­ғәтте пропа­гандалаған, милли драматургтарҙың әҫәрҙәрен киң йәмәғәтселеккә танытҡан өсөн Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Яңыраҡ “Сағыл” халыҡ театры ошо спектаклен Үрге Йәркәй тамашасылары хөкөмөнә тәҡдим ит­те. Рәхәтләнеп, кинәнеп уйналған сәхнә әҫәре кү­ңел­дәргә хуш килде, көслө алҡыштарға күмелде. Берҙәм коллектив Республика халыҡ ижады үҙә­ге­нән килгән мәртәбәле жюри ағзаһы, Баш­ҡорт­ос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тән­зилә Ҡалмырҙинанан юғары баһа алып, театрҙың “халыҡ” исемен лайыҡлы йөрөтөүен раҫланы.
– Республикала, балалар театрҙарынан тыш, 40 халыҡ театры эшләп килә, – тине Тәнзилә Сәғит ҡыҙы. – Юғары исемде лайыҡлы йөрөтөүегеҙ ҡыуандыра. Спектаклдең йөкмәткеһе бик күп теманы үҙ эсенә алған. Тормоштоң аяныслы ла, шул уҡ ваҡытта һөйөнөслө лә яҡтары — яңғыҙлыҡ, ҡарттар йорто, йәштәр, фатир мәсьәләләре — һүрәтләнә. Спектаклдә ҡатнашыусыларҙың һәр береһе үҙ ролен яратып башҡарҙы, образдарҙы тамашасыға теүәл еткерҙе. Тамашаның уңышын режиссерҙың бай тәжрибәһе, композиторҙың күңелгә ятышлы көйө, үҙешмәкәр артистарҙың оҫталығы тәьмин итте.
Ысынлап та, режиссер-етәксе, Наилә ролен баш­ҡа­рыусы Э. Миңлеғолова сәхнәләштергән был спектакль һәр кемде ҡәнәғәтләндерерҙәй тамаша булды. Төп ролде республика күләмендә үткән йыр конкурстары лауреаты Ф. Яхин башҡарҙы. Э. Ғилмуллина, И. Әсәҙуллин, В. Хәсәнов, Р. Батраев, Л. Ғил­мул­лина, Г. Хөснөтдинова, Л. Шакировалар ҙа тамаша­сы һөйөүен яуланы. А. Миңлеғолов әҫәрҙе музыкаль яҡтан биҙәп, сәхнәгә ҡуйыуға үҙ өлөшөн индерҙе.
Өлкәндәр өсөн ҡуйылған спектаклдәр менән бер рәттән, балаларға ла тамаша ойоштороп, “Са­ғыл” халыҡ театры кескәй дуҫтарыбыҙҙың да һө­йө­үен яуланы. Йәш быуында театр сәнғәтенә ҡа­­рата ҡыҙыҡһыныу уятыу, милли-мәҙәни ми­раҫты һәм телде һаҡлау, эстетик тәрбиә биреү маҡсаты менән һәр ижади миҙгелдә бер-ике балалар әҫәрен сәхнәләштереү күркәм йолаға әйләнде. Рәдиф Сәғәҙиҙең “Яңы йыл мажаралары” тигән әкиәт-пьесаһы – коллективтың сәхнәгә сығарған икенсе ҙур эше. Артабан Сәрүәр Суринаның “Әтәскәй мажаралары”, “Емеляла ҡунаҡта” әкиәттәре менән һөйөндөрҙөләр. “Театр төнө”ндә иһә Наил Ғәйетбаевтың “Кем эшләмәй – шул ашамай” әкиәт-пьесаһы тәҡдим ителде.
“Сағыл” алдында етди ижади бурыстар тора.
– Тиҙҙән тамашасыны Илшат Йомағоловтың “Мөхәб­бәт ҡоштары” спектакле менән һөйөн­дөр­мәксебеҙ, “Алтын тирмә” төбәк-ара милли театрҙар фес­тивалендә ҡатнашырға ниәтебеҙ бар, кескәйҙәр өсөн дә яңы тамашалар әҙерләйбеҙ, – тип уй-хыялдары менән уртаҡлашты театр етәксеһе.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779