“Театрҙан тәм тапмаған әҙәм тормоштан да йәм тапмаҫ”, – тип дөрөҫ әйткән әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Ғайса Хөсәйенов. Ысынлап та, театр – беҙ йәшәгән тормоштоң көҙгөһө. Кеше күңелендә рухи камиллыҡҡа ынтылыш тәрбиәләү сараһы булараҡ уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.Район мәҙәниәт һарайында эшләп килгән “Сағыл” халыҡ театры тап шундай маҡсат менән йәшәй. Уның һәр спектакле тамашасыны уйланырға мәжбүр итә. Берҙәм коллективҡа тупланған район үҙешмәкәрҙәре ролдәрен еренә еткереп башҡара, үҙ образын тамашасы һөйөүен яуларлыҡ итеп асып бирә.
Гөлшат Зәйнәшеваның “Ғәйфи бабай, өйлән давай!..” тигән пьесаһы менән “Сағыл” райондың бик күп ауылы тамашасыларын һөйөндөрҙө, тормош мәшәҡәттәренән арындырып, ял иттерҙе. Шул уҡ спектакль менән халыҡ театрҙарының “Иҙел йорт” фестивалендә ҡатнашып, ошо сәнғәтте пропагандалаған, милли драматургтарҙың әҫәрҙәрен киң йәмәғәтселеккә танытҡан өсөн Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Яңыраҡ “Сағыл” халыҡ театры ошо спектаклен Үрге Йәркәй тамашасылары хөкөмөнә тәҡдим итте. Рәхәтләнеп, кинәнеп уйналған сәхнә әҫәре күңелдәргә хуш килде, көслө алҡыштарға күмелде. Берҙәм коллектив Республика халыҡ ижады үҙәгенән килгән мәртәбәле жюри ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Ҡалмырҙинанан юғары баһа алып, театрҙың “халыҡ” исемен лайыҡлы йөрөтөүен раҫланы.
– Республикала, балалар театрҙарынан тыш, 40 халыҡ театры эшләп килә, – тине Тәнзилә Сәғит ҡыҙы. – Юғары исемде лайыҡлы йөрөтөүегеҙ ҡыуандыра. Спектаклдең йөкмәткеһе бик күп теманы үҙ эсенә алған. Тормоштоң аяныслы ла, шул уҡ ваҡытта һөйөнөслө лә яҡтары — яңғыҙлыҡ, ҡарттар йорто, йәштәр, фатир мәсьәләләре — һүрәтләнә. Спектаклдә ҡатнашыусыларҙың һәр береһе үҙ ролен яратып башҡарҙы, образдарҙы тамашасыға теүәл еткерҙе. Тамашаның уңышын режиссерҙың бай тәжрибәһе, композиторҙың күңелгә ятышлы көйө, үҙешмәкәр артистарҙың оҫталығы тәьмин итте.
Ысынлап та, режиссер-етәксе, Наилә ролен башҡарыусы Э. Миңлеғолова сәхнәләштергән был спектакль һәр кемде ҡәнәғәтләндерерҙәй тамаша булды. Төп ролде республика күләмендә үткән йыр конкурстары лауреаты Ф. Яхин башҡарҙы. Э. Ғилмуллина, И. Әсәҙуллин, В. Хәсәнов, Р. Батраев, Л. Ғилмуллина, Г. Хөснөтдинова, Л. Шакировалар ҙа тамашасы һөйөүен яуланы. А. Миңлеғолов әҫәрҙе музыкаль яҡтан биҙәп, сәхнәгә ҡуйыуға үҙ өлөшөн индерҙе.
Өлкәндәр өсөн ҡуйылған спектаклдәр менән бер рәттән, балаларға ла тамаша ойоштороп, “Сағыл” халыҡ театры кескәй дуҫтарыбыҙҙың да һөйөүен яуланы. Йәш быуында театр сәнғәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, милли-мәҙәни мираҫты һәм телде һаҡлау, эстетик тәрбиә биреү маҡсаты менән һәр ижади миҙгелдә бер-ике балалар әҫәрен сәхнәләштереү күркәм йолаға әйләнде. Рәдиф Сәғәҙиҙең “Яңы йыл мажаралары” тигән әкиәт-пьесаһы – коллективтың сәхнәгә сығарған икенсе ҙур эше. Артабан Сәрүәр Суринаның “Әтәскәй мажаралары”, “Емеляла ҡунаҡта” әкиәттәре менән һөйөндөрҙөләр. “Театр төнө”ндә иһә Наил Ғәйетбаевтың “Кем эшләмәй – шул ашамай” әкиәт-пьесаһы тәҡдим ителде.
“Сағыл” алдында етди ижади бурыстар тора.
– Тиҙҙән тамашасыны Илшат Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары” спектакле менән һөйөндөрмәксебеҙ, “Алтын тирмә” төбәк-ара милли театрҙар фестивалендә ҡатнашырға ниәтебеҙ бар, кескәйҙәр өсөн дә яңы тамашалар әҙерләйбеҙ, – тип уй-хыялдары менән уртаҡлашты театр етәксеһе.