Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уйнаһын ғына ҡурайым!
Уйнаһын ғына ҡурайым!Уралыбыҙҙың хазинаһы таҡыя башлы ҡырлы ҡурай тураһында әҙиптәребеҙҙең бик күп матур фекерҙәре бар. Мәҫәлән, танылған шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың "Йәшә, ҡурай, йәшнә, боронғо моң, заман хәтерҙәрен уятып" тигән һүҙҙәрен телгә алыу күпте һөйләй.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксуриндың бар донъяны таң ҡалдырған моңло ҡурайыбыҙҙы данлауға арналған "Минең донъям" исемле концерты "Ҡурай" хореографик бейеүенән башланыуы осраҡлы түгел ине. Республика конкурстары лауреаты Әлиә Нурғәлиеваның ялан биҙәге булған ҡурай үләнен һынландырыуына бөтә кеше таң ҡалды. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ҡурай хаҡындағы тетрәндергес шиғырын яттан һөйләүе шулай уҡ кисәгә көслө һулыш өҫтәне.
Уйнаһын ғына ҡурайым!Азат Биксуриндың ижадташ дуҫтарына нисек һоҡланмайһың!? Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистарының спектаклдәрҙән ("Һуңғы ғәйнә" әҫәре) өҙөк күрһәтеүе, Башҡортостандың дәүләт академия хор капеллаһының ("Етегән шишмә" йыры) үҙенсәлекле сығышы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары Алһыу Зиннурова менән Рөстәм Мөлөковтың испан халҡының бейеүен күрһәтеүе – шуға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, Азат Биксуриндың ҡыҙҙары Ҡәҙриә менән Шәүрә лә (икеһе лә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар студияһында шөғөлләнә) бейеп, һәләттәрен күрһәтте. Шулай уҡ скрипкасы Марат Саҙрыев, баянсы Ғәли Алтынбаев, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, композитор Урал Иҙелбаев та ҡурайсыға йөрәк һүҙен әйтте.
Концерттың Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимерова башҡарыуында "Уйнаһын ғына ҡурайым!" (Салауат Низаметдинов яҙған) йыры менән тамамланыуы оло мәғәнәгә эйә. Азат кеүек рухлы егеттәребеҙ булғанда, ысынлап та, ҡурай моңо яңғыраясаҡ әле. Ҡурай өсөн тын кәрәк, егет өсөн һын кәрәк, тиҙәр. Азат Биксуриндың сәғәттәр буйы тамашасыларҙы ауыҙына ғына ҡаратып, күңелдәрҙе ҡурай моңона сорнауы илаһи күренеш булды.
Илдар АҠЪЮЛОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779