Уралыбыҙҙың хазинаһы таҡыя башлы ҡырлы ҡурай тураһында әҙиптәребеҙҙең бик күп матур фекерҙәре бар. Мәҫәлән, танылған шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың "Йәшә, ҡурай, йәшнә, боронғо моң, заман хәтерҙәрен уятып" тигән һүҙҙәрен телгә алыу күпте һөйләй.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксуриндың бар донъяны таң ҡалдырған моңло ҡурайыбыҙҙы данлауға арналған "Минең донъям" исемле концерты "Ҡурай" хореографик бейеүенән башланыуы осраҡлы түгел ине. Республика конкурстары лауреаты Әлиә Нурғәлиеваның ялан биҙәге булған ҡурай үләнен һынландырыуына бөтә кеше таң ҡалды. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ҡурай хаҡындағы тетрәндергес шиғырын яттан һөйләүе шулай уҡ кисәгә көслө һулыш өҫтәне.
Азат Биксуриндың ижадташ дуҫтарына нисек һоҡланмайһың!? Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистарының спектаклдәрҙән ("Һуңғы ғәйнә" әҫәре) өҙөк күрһәтеүе, Башҡортостандың дәүләт академия хор капеллаһының ("Етегән шишмә" йыры) үҙенсәлекле сығышы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары Алһыу Зиннурова менән Рөстәм Мөлөковтың испан халҡының бейеүен күрһәтеүе – шуға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, Азат Биксуриндың ҡыҙҙары Ҡәҙриә менән Шәүрә лә (икеһе лә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар студияһында шөғөлләнә) бейеп, һәләттәрен күрһәтте. Шулай уҡ скрипкасы Марат Саҙрыев, баянсы Ғәли Алтынбаев, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, композитор Урал Иҙелбаев та ҡурайсыға йөрәк һүҙен әйтте.
Концерттың Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимерова башҡарыуында "Уйнаһын ғына ҡурайым!" (Салауат Низаметдинов яҙған) йыры менән тамамланыуы оло мәғәнәгә эйә. Азат кеүек рухлы егеттәребеҙ булғанда, ысынлап та, ҡурай моңо яңғыраясаҡ әле. Ҡурай өсөн тын кәрәк, егет өсөн һын кәрәк, тиҙәр. Азат Биксуриндың сәғәттәр буйы тамашасыларҙы ауыҙына ғына ҡаратып, күңелдәрҙе ҡурай моңона сорнауы илаһи күренеш булды.
Илдар АҠЪЮЛОВ