Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Яҡшылыҡтан тик яҡшылыҡ арта, мөхәббәттән донъя яҡтыраҡ...”
“Яҡшылыҡтан тик яҡшылыҡ арта, мөхәббәттән донъя яҡтыраҡ...” Насриддин Мисриддин улы Мөхәмәҙиев менән Ташкент ҡалаһында үткән Башҡорт мәҙәниәте көндәрендә таныштыҡ. Ул – Үзбәкстандың интернациональ мәҙәни үҙәге рәйесе. Аралашыу барышында уның шағир, тәржемәсе булыуы ла асыҡланды. Үзбәк, рус телдәрендә ундан ашыу китап авторы. Башҡорт уҡыусыһын да таныштырайыҡ үзбәк шағирының үҙенсәлекле яҙмалары менән. Әҙәбиәт йылы рухи күперҙәрҙе тағы ла нығытһын! Шағирҙың псевдонимы – Насир Мөхәммәт. Әйткәндәй, шиғырҙары башҡортса “һөйләшә” башлағанын белмәй ҙә әле ул. Әйҙә, бер күңел байрамы булһын уға һәм күп һанлы милләттәштәребеҙ йәшәгән Үзбәкстан башҡорттары өсөн!




Ҡото осоп яңғыҙ бер ҡырмыҫҡа
Йүгергеләй, гүйә, болонда,
Асыҡ ҡалған китап биттәрендә,
Ҡалған кеүек дошман тылында.

Кеше юлдарынан атлап үтеп,
Аҙашҡан ул оҙон сәфәрҙә.
Ҡайҙа уның тыуған төйәккәйе?
Ҡайҙа икән ғәзиз иләүҙәр?

Тыуған ере уны саҡыралыр!
Ул мөлдөрәп миңә ҡараны.
Китап биттәре лә уның өсөн,
Гүйә, сикһеҙ сүллек ҡорамы.

Таныш миңә уның был ҡурҡыуы,
Кемгә таныш түгел ул хистәр?
Бер бәләкәй донъя алдарында
Хасил булды донъя ҙур көстә.

Китабымды ергә һалыу менән
Күпер яһап ҡуйҙым сыранан.
Ҡырмыҫҡа ла, шуны көткән кеүек,
Елдереп тә үтте аранан.

Ерҙең тартыу көсөн, яңғыҙлыҡты
Тәүгә татығандыр ҡырмыҫҡа.
Хәйерле юл! Сәфәреңде тырыш
Иләүенән ситкә бормаҫҡа.

Нәсимиҙең* һуңғы һүҙе

Аллаһ – ул мин,
Йыһан даръяһында
Киңлек, ваҡыт миңә ятыраҡ.
Яҡшылыҡтан тик яҡшылыҡ арта,
Мөхәббәттән донъя яҡтыраҡ.

Ғаләм бит ул – аңһыҙ бер уйынсыҡ,
Ер үҙе лә – таш, ҡом һәм балсыҡ.
Мин эшкәртеү менән булам, юҡһа
Минһеҙ яңғыҙ, үле ҡаласаҡ.
Тик был донъя, тыным өрһәм әгәр,
Томанлана, йәнә ағара...
Сүллектәргә ғүмер бирәм, ташты
Йылылығым менән һуғарам.

Мин кешене Аллаһ кеүек иттем,
Теҙләнерлек булдым алдында.
Тик ул миңә бүләк итеп, янды
Шайтан йөрәгеләй ялҡында.

Ҡалай һалҡын ҡоллоҡ бығауҙары,
Юҡ әлегә һис бер ишара.
Ә шулай ҙа ҡан еҫенә, ана,
Ағыла бит өйөр бисара.

Эй, шашына өйөр, ҡанлы күҙҙәр.
Ғәзиз башты ҡайҙа ҡуйырға!?
Өйөргә ни?! Маҡтаһалар – маҡтай,
Береһе иҙһә, әҙер һуйырға.

Хәҙер ҡуштан барын иғлан итер,
Ятлаған ул, йәлләү ят бында.
Ни белә һуң ул меҫкенең һағыш,
Мөхәббәт һәм әрнеү хаҡында!..

Йәлләд көтөп алды ҡарарын һәм
Ҡан сәсрәне йондоҙ күгемдән.
Ыңғырашыу менән ҡыуандырмам,
Хәҡиҡәт ул өҫтөн үлемдән.

Бар ғүмерем минең көрәш аша
Бейеклектең байҡау балҡышын...
Тик бәндәләр миңә эйәрмәне:
Аҫта көтөп тора эшафот!

Аллаһ – ул мин,
Янған ҡояш төҫлө,
Мәңгелектең офоҡ ситендә.
Йәнем оса боҙло эңер аша,
Ер һағышы балҡый битемдә.

***

Тормош – спектакль, ә беҙ – актерҙар,
Бөтә уйын – шатлыҡ, һыҙланыу.
Асылдарҙы беҙҙең ҡамап алыр
Беҙ уйнаған ролдән ҡуҙланыу.

Бөтәһен дә тәрән хистәр менән
Башҡарырбыҙ тормош ҡуйғанса.
Тамашасы өсөн персонаж да
Был ғүмерҙең мәлен шәп аса.

***

Үҙ үлеме менән үлмәй шағир,
Ашмаҫ хыял тейә сәменә.
Көйөнөстәр – даръя булыр тамсы,
Ағыу булып тама йәненә.

Тормош уны күпме һынаһа ла,
Көлөр, илай белер һәр ваҡыт.
Тик бер нәмә уны юҡ итәлә –
Ҡәнәғәтлек барын туҡтатыр.

Насир МӨХӘММӘТ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779