Насриддин Мисриддин улы Мөхәмәҙиев менән Ташкент ҡалаһында үткән Башҡорт мәҙәниәте көндәрендә таныштыҡ. Ул – Үзбәкстандың интернациональ мәҙәни үҙәге рәйесе. Аралашыу барышында уның шағир, тәржемәсе булыуы ла асыҡланды. Үзбәк, рус телдәрендә ундан ашыу китап авторы. Башҡорт уҡыусыһын да таныштырайыҡ үзбәк шағирының үҙенсәлекле яҙмалары менән. Әҙәбиәт йылы рухи күперҙәрҙе тағы ла нығытһын! Шағирҙың псевдонимы – Насир Мөхәммәт. Әйткәндәй, шиғырҙары башҡортса “һөйләшә” башлағанын белмәй ҙә әле ул. Әйҙә, бер күңел байрамы булһын уға һәм күп һанлы милләттәштәребеҙ йәшәгән Үзбәкстан башҡорттары өсөн!Ҡото осоп яңғыҙ бер ҡырмыҫҡа
Йүгергеләй, гүйә, болонда,
Асыҡ ҡалған китап биттәрендә,
Ҡалған кеүек дошман тылында.
Кеше юлдарынан атлап үтеп,
Аҙашҡан ул оҙон сәфәрҙә.
Ҡайҙа уның тыуған төйәккәйе?
Ҡайҙа икән ғәзиз иләүҙәр?
Тыуған ере уны саҡыралыр!
Ул мөлдөрәп миңә ҡараны.
Китап биттәре лә уның өсөн,
Гүйә, сикһеҙ сүллек ҡорамы.
Таныш миңә уның был ҡурҡыуы,
Кемгә таныш түгел ул хистәр?
Бер бәләкәй донъя алдарында
Хасил булды донъя ҙур көстә.
Китабымды ергә һалыу менән
Күпер яһап ҡуйҙым сыранан.
Ҡырмыҫҡа ла, шуны көткән кеүек,
Елдереп тә үтте аранан.
Ерҙең тартыу көсөн, яңғыҙлыҡты
Тәүгә татығандыр ҡырмыҫҡа.
Хәйерле юл! Сәфәреңде тырыш
Иләүенән ситкә бормаҫҡа.
Нәсимиҙең* һуңғы һүҙеАллаһ – ул мин,
Йыһан даръяһында
Киңлек, ваҡыт миңә ятыраҡ.
Яҡшылыҡтан тик яҡшылыҡ арта,
Мөхәббәттән донъя яҡтыраҡ.
Ғаләм бит ул – аңһыҙ бер уйынсыҡ,
Ер үҙе лә – таш, ҡом һәм балсыҡ.
Мин эшкәртеү менән булам, юҡһа
Минһеҙ яңғыҙ, үле ҡаласаҡ.
Тик был донъя, тыным өрһәм әгәр,
Томанлана, йәнә ағара...
Сүллектәргә ғүмер бирәм, ташты
Йылылығым менән һуғарам.
Мин кешене Аллаһ кеүек иттем,
Теҙләнерлек булдым алдында.
Тик ул миңә бүләк итеп, янды
Шайтан йөрәгеләй ялҡында.
Ҡалай һалҡын ҡоллоҡ бығауҙары,
Юҡ әлегә һис бер ишара.
Ә шулай ҙа ҡан еҫенә, ана,
Ағыла бит өйөр бисара.
Эй, шашына өйөр, ҡанлы күҙҙәр.
Ғәзиз башты ҡайҙа ҡуйырға!?
Өйөргә ни?! Маҡтаһалар – маҡтай,
Береһе иҙһә, әҙер һуйырға.
Хәҙер ҡуштан барын иғлан итер,
Ятлаған ул, йәлләү ят бында.
Ни белә һуң ул меҫкенең һағыш,
Мөхәббәт һәм әрнеү хаҡында!..
Йәлләд көтөп алды ҡарарын һәм
Ҡан сәсрәне йондоҙ күгемдән.
Ыңғырашыу менән ҡыуандырмам,
Хәҡиҡәт ул өҫтөн үлемдән.
Бар ғүмерем минең көрәш аша
Бейеклектең байҡау балҡышын...
Тик бәндәләр миңә эйәрмәне:
Аҫта көтөп тора эшафот!
Аллаһ – ул мин,
Янған ҡояш төҫлө,
Мәңгелектең офоҡ ситендә.
Йәнем оса боҙло эңер аша,
Ер һағышы балҡый битемдә.
***
Тормош – спектакль, ә беҙ – актерҙар,
Бөтә уйын – шатлыҡ, һыҙланыу.
Асылдарҙы беҙҙең ҡамап алыр
Беҙ уйнаған ролдән ҡуҙланыу.
Бөтәһен дә тәрән хистәр менән
Башҡарырбыҙ тормош ҡуйғанса.
Тамашасы өсөн персонаж да
Был ғүмерҙең мәлен шәп аса.
***
Үҙ үлеме менән үлмәй шағир,
Ашмаҫ хыял тейә сәменә.
Көйөнөстәр – даръя булыр тамсы,
Ағыу булып тама йәненә.
Тормош уны күпме һынаһа ла,
Көлөр, илай белер һәр ваҡыт.
Тик бер нәмә уны юҡ итәлә –
Ҡәнәғәтлек барын туҡтатыр.
Насир МӨХӘММӘТ.