Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фәрит ағай “Һабаҡ”тары
Фәрит ағай “Һабаҡ”тары Ауыл, мәктәп, ғаилә мөнәсәбәт­тәре, баҙар иҡти­сады, ҡулай­лаш­тырыу проб­лемаларын ябай, халыҡсан тел­дә яҙылған, нескә юмор менән һуға­рыл­ған ҡыҫҡа ғына хикәйә­ләре, юморескалары аша һүрәт­ләгән Фәрит Әбү­бәкеров үҙ уҡыусыларын йәнә һөйөндөрҙө. Күптән түгел парсаларҙан, уймаҡ хикәйәләрҙән торған “Һабаҡ” тигән китабы донъя күрҙе уның.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Фәрит Хаммат улы ижад утында ҡайнап йәшәй: әленән-әле юморескалары “Һә­нәк” журналында, “Йәшлек”, “Атайсал”, “Һаҡмар” гәзиттәрендә баҫылып тора. 2005 йылда сыҡҡан “Афарин!” исемле китабы әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелен яулап өлгөргән.
1991 йылда Фәрит Әбүбәкеров Бай­маҡ районының “Октябрь байрағы” гә­зитенең юбилейына ҡарата үткә­релгән юморескалар конкурсында лауреат була. Шунан бирле ныҡлап яҙыша башлай. Әйткәндәй, авторҙың оҫталығы уның бай тормош тәжрибәһенән дә киләлер. 1952 йылда данлыҡлы Темәс педагогия училищеһын тамамлағас, Бөрйән районына эшкә ебәрелә. Бында ул математиканан, шулай уҡ башланғыс кластарҙа уҡыта. 1962 йылда Баймаҡ районының Иҫке Сибай мәктәбенә килә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт уни­верситетының география факультетын тамамлай.
– Минең уҡытмаған дәресем ҡал­маны, – тип йылмая Фәрит Хаммат улы. – Шахмат яратыуымды ла балаларға бирергә тырыштым, уларға уйын сер­ҙәрен өйрәттем.
Тырыш хеҙмәте өсөн остаз “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы”, “СССР-ҙың мәғариф алдынғыһы” исем­дәренә лайыҡ булған.
Чеховтың “Йыйнаҡлыҡта – бөйөклөк” тигәне Фәрит Әбүбәке­ровтың ижадына ла хас. Ул үҙенең әйтер һүҙҙәрен, за­манға бәйле төрлө проблемаларҙы бер аҙ кинәйәләп йор һүҙ менән еткерә. “Тәү ҡарашҡа тыныс холоҡло күренгән Фәрит ағай юмор менән һуғарылған хикәйә­ләрҙе нисек яҙа икән?” тип аптырап та ҡуялар. Бының сере – тормошто яра­тыуҙа, юморҙы аңлауҙа, тәнҡитте дөрөҫ ҡабул итеүҙә. Яратҡан шахмат уйы­нындағы кеүек үҙ юлы, үҙ алымы булған юмор оҫтаһының “Һабаҡ” китабы китап һөйөүселәргә ҙур һабаҡ булмаҡсы.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779