Ауыл, мәктәп, ғаилә мөнәсәбәттәре, баҙар иҡтисады, ҡулайлаштырыу проблемаларын ябай, халыҡсан телдә яҙылған, нескә юмор менән һуғарылған ҡыҫҡа ғына хикәйәләре, юморескалары аша һүрәтләгән Фәрит Әбүбәкеров үҙ уҡыусыларын йәнә һөйөндөрҙө. Күптән түгел парсаларҙан, уймаҡ хикәйәләрҙән торған “Һабаҡ” тигән китабы донъя күрҙе уның.Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Фәрит Хаммат улы ижад утында ҡайнап йәшәй: әленән-әле юморескалары “Һәнәк” журналында, “Йәшлек”, “Атайсал”, “Һаҡмар” гәзиттәрендә баҫылып тора. 2005 йылда сыҡҡан “Афарин!” исемле китабы әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелен яулап өлгөргән.
1991 йылда Фәрит Әбүбәкеров Баймаҡ районының “Октябрь байрағы” гәзитенең юбилейына ҡарата үткәрелгән юморескалар конкурсында лауреат була. Шунан бирле ныҡлап яҙыша башлай. Әйткәндәй, авторҙың оҫталығы уның бай тормош тәжрибәһенән дә киләлер. 1952 йылда данлыҡлы Темәс педагогия училищеһын тамамлағас, Бөрйән районына эшкә ебәрелә. Бында ул математиканан, шулай уҡ башланғыс кластарҙа уҡыта. 1962 йылда Баймаҡ районының Иҫке Сибай мәктәбенә килә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлай.
– Минең уҡытмаған дәресем ҡалманы, – тип йылмая Фәрит Хаммат улы. – Шахмат яратыуымды ла балаларға бирергә тырыштым, уларға уйын серҙәрен өйрәттем.
Тырыш хеҙмәте өсөн остаз “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы”, “СССР-ҙың мәғариф алдынғыһы” исемдәренә лайыҡ булған.
Чеховтың “Йыйнаҡлыҡта – бөйөклөк” тигәне Фәрит Әбүбәкеровтың ижадына ла хас. Ул үҙенең әйтер һүҙҙәрен, заманға бәйле төрлө проблемаларҙы бер аҙ кинәйәләп йор һүҙ менән еткерә. “Тәү ҡарашҡа тыныс холоҡло күренгән Фәрит ағай юмор менән һуғарылған хикәйәләрҙе нисек яҙа икән?” тип аптырап та ҡуялар. Бының сере – тормошто яратыуҙа, юморҙы аңлауҙа, тәнҡитте дөрөҫ ҡабул итеүҙә. Яратҡан шахмат уйынындағы кеүек үҙ юлы, үҙ алымы булған юмор оҫтаһының “Һабаҡ” китабы китап һөйөүселәргә ҙур һабаҡ булмаҡсы.